«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Тауға табан



27.03.2012 Тауға табан

Тау Мөхәммәткә үҙе килмәһә, Мөхәммәт тауға үҙе барыр, тиҙәр. Беҙҙең Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һуңғы мәлдәрҙә аптырата, һөйөнөслө аптырата. Эшмәкәрлеге менән һоҡландыра. Заман һулышын тойоп эш итергә булдымы, премьералары ла бик үҙенсәлекле һәм йыш булып тора. Был миҙгелдә генә ҡуйылған «Ай тотол­ған төндә» (Мостай Кәрим) спектаклен яңы быуаттың иң шәп театр әҫәре тип нарыҡлаусылар булһа, ә Рәми Ғарипов хаҡындағы тамашаһы – һәр рухлы кешегә йән аҙығы, уйландырғыс ваҡиға.
Һәр төрлө аудиторияны үҙенә ылыҡтырмаҡсы театр. Был юлы йәштәрҙе, атап әйткәндә, милләтебеҙҙең киләсәген билдәләүсе юғары белем алыусы студенттарҙы үҙенә йыйҙы сәнғәт усағы. Башҡорт дәүләт университеты менән берлектә «ғафуриҙар» студенттар араһында драма әҫәренә конкурс иғлан иткәйне. Әле килеп был бәйгелә еңеүселәрҙе йыйып ҡотланылар.
Был беренсе ҡоймаҡ. Шуға ҡапыл ғына «ауыҙға алып йоторҙай» әҫәрҙәр тапмаған БДУ профессорҙарынан һәм театр эшмәкәрҙәренән торған абруйлы жюри ағзалары. Уйлаһаң, был төп маҡсат та түгел, тәү сиратта театр тигән серле донъяға йәштәрҙе ылыҡтыра алыу бурысын атҡарыу мөһим. Йәштәр эркелешеп килде тамашаға.
Беренсе урын бирелмәне. Икенсе урынға Фирүзә Мәжитова менән Сюзанна Мирзоян (икеһе лә БДУ студенттары) лайыҡ булды. Шулай уҡ тиҫтәгә яҡын өмөтлө ҡәләмсе театр хужалары, атаҡлы актер Хөрмәт Үтәшев һәм талантлы режиссер Айрат Әбүшаһманов ҡулынан бүләктәр алды. Был күренекле сәнғәт оҫталары менән бергә фото төшөү күптәр өсөн үҙе бер мәртәбә булһа, ә бәйгелә ҡатнашыусыларға был ағайҙарының хәстәрлекле ҡарашын тойоу үҙе бер бәхет ине. Ысынлап хәстәрлекле. Сөнки улар был йәштәрҙе ҡулдарынан тотоп, театр тигән бейек тә, бөйөк тә ҡорамдың тәүге баҫҡыстарына баҫтырҙы ла инде. Бер нисә айҙан тағы бер баҫҡысҡа үрләйәсәктәр. Нисек?
Улар театрҙың ижади лабораторияһында шөғөлләнәсәк. Йәғни Айрат Әхтәм улы әйтеүенсә, был әҫәрҙәр, йәғни студенттарҙың конкурсҡа тәҡдим иткән эштәре эскиздар, айырым картиналарҙың киҫәктәре сүрәтендә булһа ла сәхнәгә сығасаҡ. Студенттар, йәштәр шулай театрҙа яйлап булһа ла «еҫ һиҙә башлаясаҡ» һәм киләсәктә ныҡлап ижад эшенә тотонорға тейеш. Әлбиттә, араларынан дүрт-биш кенә драматург сыҡҡанда ла маҡсатҡа өлгәшә яҙғандай булыр ине театр.
Тағы ла бер ҡыҙыҡ деталь: театр әһелдәре, уҡытыусылары күрмәгәндә күҙ ҡыҫып, студенттарға, профессорҙарығыҙ өйрәткән драматургия ҡалыптарына йәбешеп ятмағыҙ, тип тә «аҡыл өйрәтте». Ирекле һәм үҙенсәлекле фекерләргә саҡырыуҙары ине был. Дөрөҫ тә, заман шуны талап итә лә.
Киләһе айҙарҙа театр иман, әҙәплеләр аудиторияһын үҙенә йәлеп итмәксе. Эйе, «Иман нуры» исемле пьесалар конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Әйткәндәй, 30 апрелгә тиклем барасаҡ был бәйгенең дәртләндереү фонды, әйтеүҙәренә ҡарағанда, 300 мең һум тәшкил итә.
Ана шулай тауға яҡынлай театр.
Морат ҒАРИФУЛЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға