27.03.2012 Ижадсылар лайыҡлы исем алды
Баш ҡалабыҙҙың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында профессиональ байрамдары алдынан мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен юғары наградалар менән бүләкләү тантанаһы үтте.
– Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләре – тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Йәмғиәт тә уның үҫешенә бәйле, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. – Был өлкәлә проблемаларҙың күп булыуы бер кемгә лә сер түгел. Тәү сиратта улар эш хаҡына, музыка мәктәптәренең, китапханаларҙың һәм музейҙарҙың матди-техник йыһазландырылыуына ҡағыла. Быларҙың барыһы ла айырыуса иғтибар талап итә. Республика йәштәренең иң яҡшы сәнғәт өлгөләрендә тәрбиәләнеүе беҙҙең өсөн мөһим.
Был юлы барлығы ҡырҡҡа яҡын дәүләт наградаһы тапшырылды. Юғары баһаланыусылар араһында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан Илһөйәр Ғәзетдинова, Өфө «Нур» татар дәүләт театрынан Рәсимә Ғәйфуллина, йырсы Флорида Исмәғилева һәм ҡурайсы Роберт Юлдашев бар.
Республиканың опера сәнғәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Герман Ким да бүләкләнде. Йәнә лә мәҙәниәтебеҙҙә билдәле шәхестәр − йырсы Мәғфирә Ғәлиева, ҡурайсы Азат Биксурин, ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов лайыҡлы исемдәр алып ҡыуанды. ҡурайыбыҙҙы донъяға танытҡан Роберт Юлдашев «Башҡортостандың халыҡ артисы» исемен алһа, ҡумыҙыбыҙҙы донъя кимәлендә данлаусы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булып китте.