«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәҙәниәткә иғтибар артасаҡмы?



09.03.2012 Мәҙәниәткә иғтибар артасаҡмы?

Ошо көндәрҙә БР Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы булды. Унда ошо өлкәләге мөһим мәсьәләләр ҡаралды.
Бөгөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре алдында фатирһыҙлыҡ проблемаһы киҫкен тора. Был айырыуса Өфө ҡалаһындағыларға ҡағыла. Ошо өлкәлә эшләүселәрҙең эш хаҡы түбән булыу сәбәпле, улар ипотекаға торлаҡ һатып ала алмай. Миҫал өсөн: концерт-театр учреждениеларында эшләүселәрҙең эш хаҡы былтыр уртаса 14 мең 231 һум тәшкил иткән. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Рус дәүләт драма театры, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Милли симфония оркестры хеҙмәткәр­ҙәренең айлыҡ хеҙмәт хаҡы был һандан саҡ ҡына юғары. Ә бына Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һәм Милли йәштәр театры артистарыныҡы – уртаса 11 мең 483 һум. Бындай аҡсаға сәнғәт әһелдәренең торлаҡ һатып ала алмауы көн кеүек асыҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов әйтеүенсә, киләһе йылда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ төҙөләсәк. Был маҡсат­ҡа бюджеттан 150 – 200 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Ултырышта муниципаль берләшмәләрҙә эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы бер аҙ күтәрелеүе билдәләнде. Мәҫәлән, Күмертауҙа ул − 4,8, Өфөлә − 62, Нуриман районында − 34, Мәләүездә – 39, Дәүләкән районында − 32, Бәләбәйҙә 45 процентҡа артҡан. Ә иң бәләкәй эш хаҡын Баймаҡ районы хеҙмәткәрҙәре ала (5890 һум), иң күбе Шаран районында (9719 һум).
Вице-премьер, китапханалар эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ йөрөтөп, хәҙерге мәлдә ауылдарҙа китап уҡыусылар һаны ныҡ кәмеүен билдәләне. Уларҙы китапханаларға ылыҡтырыу буйынса мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре бергә эшләргә тейеш, тине ул. “Китапханалағы эш ул китап фондын тулыландырыу һәм эш хаҡы ғына түгел. Был электр уты, йылылыҡ һәм башҡа сығымдар өсөн дә түләү ул. Әгәр ҙә кешеләр китапханаға йөрөмәй икән, ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән аҡса, тимәк, юҡҡа китә”, − тине Салауат Сәғитов.
Республика театрҙарында (Милли йәштәр театры, “Нур” татар дәүләт театры, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры) залдарҙы тултырыуҙа проблема килеп тыуған. Башҡорт дәүләт филармонияһының килемдәре кәмегән. Һуңғы йылдарҙа Стәрлетамаҡтың рус һәм башҡорт театрҙарының, Милли симфония оркестрының тамашасылары артҡан.
“Ошондай шарттарҙа мәҙәниәт учреждениеһы етәксеһенә директор, иҡтисадсы функцияһын йөкмәргә тура килә, − тип билдәләне Салауат Сәғитов. – Аҡса һанарға өйрәнергә тейешбеҙ. Үкенескә күрә, беҙ күптән етәкселәр һәм продюсерҙар әҙерләмәйбеҙ. Тимәк, йәштәребеҙҙе Мәскәүҙә уҡытып, уларҙан һөҙөмтәле һәм килем килтереүсе етәксе яһарға ваҡыт”.
Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға