09.03.2012 Әбейҙәр “йондоҙҙар”ҙың танауына сиртте
"Евровидение – 2012" конкурсында Рәсәй исеменән фольклор ансамбле сығыш яһаясаҡ
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә 57-се "Евровидение – 2012" Халыҡ-ара конкурсына һайлап алыу туры булды. Унда бик күп йырсы ҡатнашырға теләк белдергән, тик ни бары егерме бише финалға үткән. Һуңғыларының исемлегенә Юлия Волкова менән Дима Билан, Марк Тишман, Эд Шульжевский, Chinkong feat. Karina кеүек билдәле “йондоҙҙар” инә.
Унда Удмуртияның Мулопургин районы Буран ауылынан “Буран әбейҙәре” лә сығыш яһаған. Улар киң билдәле сит ил хиттарын милли фольклор мотивына һалып, удмурт, рус һәм инглиз телдәрендә йырлаған. Был сығыш барыһын да шаҡ ҡатырған. Һөҙөмтәлә “Буран әбейҙәре” телевизор ҡараусыларҙың телефон һәм смс-хәбәр аша тауыш биреүендә иң ҙур балл (38,51) йыйған. Тимәк, улар 22 – 26 майҙа Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла үтәсәк "Евровидение – 2012" халыҡ-ара конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ. Әйткәндәй, улар ике йыл элек тә һайлап алыу турында ҡатнашҡан, тик кәрәкле балл йыя алмаған.
Улар Виктор Цой, Борис Гребенщиков һәм башҡа билдәле башҡарыусыларҙың йырҙарын удмурт телендә йырлап, үҙ төбәктәрендә күптән билдәлелек яулаған. Әлеге мәлдә Буран ауылының “йондоҙҙар”ы был ҙур конкурсҡа ныҡлап әҙерлек башлаған. Ә гонорарҙарына сиркәү төҙөтмәкселәр.
Г. ЯХИНА.