02.03.2012 Тормош – һынау ҙа, мәктәп тә
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәйтүнә Ғәзизоваға – 75 йәш
Өлкәнерәк быуынға был исем бик тә яҡындыр. Музыка сәнғәте тарихында тәрән эҙ ҡалдырған эшмәкәрҙәрҙең береһе ул бөгөн үҙенең юбилейын билдәләүсе опера йырсыбыҙ.
Мәғәфүр Хисмәтуллин, Зәки Мәхмүтов, Нәзир Әбдиев, Сажидә Ғәлимова, Флүрә Килдейәрова һәм башҡалар менән бергә рус классик музыкаһы һәм башҡорт халыҡ ижады традицияларына нигеҙләнеп аяҡ баҫҡан башҡорт операһын илебеҙҙә, донъя күләмендә танытыуға ҙур өлөш индергән Зәйтүнә Сабир ҡыҙы үҙенсәлекле бәрхәт меццо-сопрано тауышы менән генә түгел, ә үҙен сәхнәлә яғымлы ла, баҫалҡы ла тотошо, драматик артист һәләте һәм күркәм йөҙө, сағыу ҡарашы менән дә тамашасы йөрәген яулай. Өс тиҫтәгә яҡын йыл сәхнәнән төшмәне ул.
Зәйтүнә апай бала саҡтан ауыр тормош йөгөн йөкмәп үҫкән. Хәйбулла районының Айыулы ауылынан үҙе. Алдынғы ҡарашлы, белемле атаһы утыҙынсы йылдарҙа фажиғәле үлтерелә. Буласаҡ йырсының әсәһе Ситдиҡа Исмәғил ҡыҙы яңғыҙы алты бала менән тороп ҡала. Дини тәрбиәлә үҫкән ҡатын үҙендә көс һәм сабырлыҡ табып, балаларын аяҡҡа баҫтыра. Ире Сабирҙың, ниндәй генә осорҙа йәшәмәйек, тик балалар белем алырға тейеш, тигән васыятын үтәй әсәй кеше. Төпкөл ауылдан, дөрөҫөрәге, бөгөн юҡҡа сыҡҡан Айыулы ауылынан оло сәнғәт әһеле сығыр, тип ул саҡта башҡа ла килтермәгәндәрҙер. Тик үткән ғүмер юлын иҫкә алып йырсы былай тип ҡуя:
– Тормош, бер ҡараһаң, һынау ҙа ул. Һәр ерҙә кәртәләре, көс етмәҫ йөгө, аслыҡ-яланғаслығы менән кешене бөккән кеүек. Икенсе яҡтан ҡараһаң, тормош – оло мәктәп тә. Изге күңелле кешеләре, матур ваҡиғалары, онотолмаҫ осрашыуҙары, ҡабатланмаҫ миҙгелдәре менән! Шағирҙар кеүек әйтә лә ҡуя Зәйтүнә апай. Баҡһаң, ул шиғырҙар ҙа ижад итә икән. Юғары сәнғәт төрөндә хеҙмәт иткән кешенең шиғри телдә һөйләшеүе ғәжәп тә түгел инде, уйлаһаң.
Изге күңелле кешеләр тигәндән, ауыл ҡыҙы интернатҡа ул саҡтағы мәғариф министры Фатима Мостафина фатихаһы менән урынлаша. Интернат уның бар тормошон үҙгәртә лә. Тәрбиәсеһе Кәримә апай Ибраһимова ҡыҙҙың тауышына иғтибар итеп, мәктәп сәхнәһендәге һәр сығышына үҙ баһаһын биреп дәртләндереп тормаһа, Зәйтүнә, бәлки, башҡа юлды ла һайлаған булыр ине. Шуға һәр мәлдә кәрәк һүҙҙе әйтә белергә лә кәрәк шул. Үҙенең йырсы булыу хыялын тормошҡа ашырыр ышанысы тыуғас, ҡыҙ Урал консерваторияһына юллана. Унда уны үҙ фәрештәһе көткән икән: вокал буйынса педагог Нина Уткина Башҡортостандан килгән ҡыҙҙы үҙ балаһылай күреп ҡурсалай, сәнғәт серҙәренә мөкиббән бирелеп төшөндөрә.
– Мин тыуғас, әсәйем, бәхетле булһын, юлында Хызыр Ильяс юлдаш булһын, тигәндер тим, – тип һөйләй бөгөн Зәйтүнә Сабир ҡыҙы, ихлас йылмайып. – Атаҡлы дирижер, режиссерҙар Ярослав Вощак, Роман Тихомиров, Рауил Мартынов, Валерий Руттер, Ильмар Лапиньш һәм башҡалар етәкселегендә эшләү оло бәхет тәбаһа. Үҙебеҙҙең атаҡлы йырсыларыбыҙҙан башҡа, Булат Минжилкиев, Борис Штоколов, Тамара Милашкина, Галина Калинина, Александр Ведерников кеүек күренекле опера йырсылары менән бер сәхнәгә сығып йырлау һәр кемдең дә өлөшөнә төшмәй, тип ҡуям бөгөн.
Аҡыллы һәм хәстәрлекле әсә лә йырсы. Улы Марат Ғәзизов – республикала билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Үҫеп килгән ейәне Айбулатҡа оло өмөттәр бағлай өләсәй.
– Бала тәрбиәләгәндә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәргә таянырға кәрәк. Олоно – оло, кесене кесе итә белеү, аҡты ҡаранан айыра белеү кеүек ғәҙәти ҙә һәм бер үк ваҡытта үтә мөһим йәшәү ҡағиҙәләрен һәр саҡ үҙең, яҡын кешеләрең миҫалында аңлатһаң, балаға нығыраҡ һеңә. Унан һуң халыҡтың телен, тарихын, йырҙарын да, динде лә белгән тиклем балаға һеңдереү зарур тип уйлайым, – тип серҙәре менән уртаҡлашты юбиляр.
Морат ЙӘДКӘРОВ.