28.02.2012 Башҡортостан балетының гүзәл йондоҙо ине…
Ошо көндәрҙә башҡорт милли балет сәнғәтенә шаҡтай ҙур өлөш индергән мәшһүр бейеүсе Гүзәл Шәғәли ҡыҙы Сөләймәноваға 85 йәш тулған булыр ине. Ләкин әсе яҙмыш арҡаһында ул яҡты донъяла ни бары 42 йыл ғына йәшәне. Бик ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, Гүзәлебеҙ яҡты йондоҙ кеүек балет сәхнәһендә сирек быуат буйы балҡып янды.
Гүзәл Сөләймәнова 1927 йылдың 25 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы – беҙҙең яҡын ҡәрҙәшебеҙ Шәғәли ағай Сөләймәнов Йәрмәкәй районының йәмле Ыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан Исламбахты ауылынан, ә әсәһе Ғәбиҙә Ғиләжетдин ҡыҙы ҡоҙашева матур Дим йылғаһынан алыҫ булмаған Келәш ауылынан. Ике яҡтың да гүзәллеген үҙенә туплаған, исеме есеменә тап килеп торған һылыу кеше ине беҙҙең Гүзәлебеҙ! Талантлы бейеүсенең даны Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта бөтә балет донъяһында танылды.
Серле балет донъяһына илткән тәүге аҙымдарҙы Гүзәл Сөләймәнова Ленинград хореография училищеһында яһай. Балет сәнғәтенә булған һөйөү, ижади эш һәм ныҡышмалылыҡ уны оҫта балерина кимәленә күтәрә. Сығарылыш концертында ул Ленинград опера һәм балет театры сәхнәһендә «Дон-Кихот» һәм «Аҡҡош күле» балеттарында бейей, ҡатмарлы классик дуэттарҙа юғары артислыҡ таланты һәм бейеү техникаһы айырыуса сағыу күренә. Училищены тамамлап ҡайтҡас, ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә береһенән-береһе сағыу образдар тыуҙыра, һәр образда характерҙарҙы сағыу, баҙыҡ кәүҙәләндерә, геройҙарҙың тәрән психологияһын бөтә нескәлегендә, ышандырырлыҡ итеп асып бирә. Зифа буй-һыны, аныҡ, нәфис хәрәкәттәре, ғәжәйеп мәғәнәле мимикаһы тамашасыны тулҡынландыра, үҙенә буйһондора ине. Гүзәл П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле»ндә – Одетта-Одиллия, А. Ключаревтың «Тау легендаһы»нда − Зарифа, Л. Степановтың «Сыңрау торна» балетында – Зәйтүнгөл, А. Адандың «Жизель»ендә – Жизель, Р. Глиэрҙың «ҡыҙыл мәк» балетында – Тао Хоа, Б. Астафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны»нда – Мария һәм башҡа ролдәрҙә бейей. Ул – Раймонда ла, Джульетта ла, Китри һәм Лауренсия ла, бынан тыш, Х. Заимов һәм А. Чугаевтың «ҡара йөҙҙәр» балетында – Ғәлимә, Нариман Сабитовтың «Гөлнәзирә»һендә Гөлнәзирә лә була.
Гүзәл апайым тормош иптәше, балетмейстер, педагог һәм балет артисы Фәүзи Саттаров менән ҡайҙарға гастролдәргә барманы. Был ике талант эйәһе Рәсәй ҡалаларында ғына түгел, ҡытай, Болгария, Куба, Англия, Франция, Скандинавия, Яҡын Көнсығыш, Африка, көньяҡ-көнсығыш Азия илдәре сәхнәләрен дә шаулатты.
Гүзәл Сөләймәнова сәнғәттең иң ҡатмарлы төрҙәренең береһе − балет донъяһына бөтә ғүмерен бағышлаған сәхнә алиһәһе ине, уның ҡаһарман хеҙмәтен ил хөкүмәте юғары баһаланы: уға Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелде. Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ, Почет билдәһе ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
«Башҡортостан» энциклопедияһында ошондай һүҙҙәр бар: «Сөләймәнованың бейеүе академик сафлығы, юғары техникаһы, башҡарыу оҫталығы, нәфислеге менән айырылып тора; иң күренекле роле − Х. Заимов менән А. Чугаевтың «ҡара йөҙҙәр» балетындағы Ғәлимә партияһы. Башҡорт милли балет спектаклдәрендә («Сыңрау торна», «ҡара йөҙҙәр») башҡорт ҡыҙының сағыу образын тыуҙырған балеринаның артислыҡ һәләте тулыһынса асылды».
Гүзәл Сөләймәнова менән Фәүзи Саттаровҡа «Мастера башкирского балета» исемле документаль-нәфис фильм (1964 йыл) һәм сәнғәт белгесе Һөйөндөк Сәйетовтың «Танец ликующий» исемле китабы (1968 йыл) арналған. Уның яҡты иҫтәлегенә шулай уҡ яҙыусы Ғәйнан Әмириҙең «Саҡырыр ҙа кәкүк саҡырыр...» һәм билдәле артистка һәм шағирә Рәғиҙә Янбулатованың «Һүнде йондоҙ» шиғырҙары бағышланған.
«Гүзәл Сөләймәнова ҙур талантлы актриса ине, − тип иҫкә алғайны рус яҙыусыһы Антонина Коптяева. − Ул – иҫ киткес драматик булмышлы балерина. Тышҡы ҡиәфәте менән дә, һөймәлеклелеге менән дә ысын мәғәнәһендә актриса ине. Уның сәхнәлә күренеүе була, һығылмалылығы, һөйкөмлөгө һине арбап та ала. Тамашасылар уның һәр хәрәкәтенә ышана, музыкаллегенә һоҡлана торғайны... Уны Жизель партияһында күреп, мин ғүмеремдә беренсе тапҡыр балетта илап ултырғайным».
Ғәбиҙә апайҙың Гүзәлгә арнап сығарған бәйет-мөнәжәтен дә тыныс ҡына уҡып булмауында – әсә йөрәгенән сыҡҡан тойғолар...
Бөгөн Гүзәл Сөләймәнова ҙур шәхес булып сәнғәтте, тормошто һөйгән кешеләр һәм яҡындарының күңелендә һаҡлана.
Күптәр минең менән бергә Гүзәл Сөләймәнованың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтирәләрен яңыртыр, тип өмөтләнәм. Гүзәлебеҙҙең ҡәберендәге скульптор Борис Фузеев эшләгән һәйкәл-стела, һуңғы көнгәсә йәшәгән йортона ҡуйылған мемориаль таҡтаташ уға булған ихтирамыбыҙҙы сағылдыра.
Башҡорт балет сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән Гүзәл Шәғәли ҡыҙы Сөләймәнованың ижади мираҫы йәш таланттарҙы тәрбиәләүгә лә хеҙмәт итер, тип ышанғы килә.
Рифмир ГӘРӘЕВ,
тыуған яҡты өйрәнеүсе.