«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Өфөлә – туған телдәр фестивале



24.02.2012 Өфөлә – туған телдәр фестивале

Яңыраҡ Өфөнөң 39-сы гимназияһында ЮНЕСКО-ның Башҡортостан Республика­һын­дағы комитеты һәм Мә­ға­риф министрлығы булышлығында Жәлил Кейекбаев иҫтәлегенә арналған Баш­ҡор­тостандағы ЮНЕСКО мәктәптәренең туған тел фестивале үтте..
Был сараға БР Мәғариф министрлығының милли белем биреү һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы Рәйсә Күзбәкова, ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитетының яуаплы секретары Венера Фарганова, “Төньяҡ амурҙары” хәрби-патриотик клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмә­тов саҡырылғайны. Өфө һәм республикабыҙҙың башҡа ҡала мәктәптәренән килеп сығыш яһаусы мәктәп уҡыусылары ҡунаҡтарҙы баш­ҡорт, рус, татар, сыуаш, белорус, чечен, әрмән, әзербайжан, ҡаҙаҡ, тажик, фарсы, үзбәк, ҡытай, поляк, испан, немец телдәренең һәм һирәк осраған талыш теленең үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. ҡатна­шыу­сыларҙың төрлө милли костюмдарҙа сығыш яһауы байрамға йәм өҫтәне.
Зауыҡлы ҡаҙаҡ милли кейемендә сығыш яһаусы ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡыусыһы Беназир Жанибе­кова үҙе тураһында былай тине: “Өфөлә мин 2005 йылдан бирле йәшәйем. Үкенескә күрә, шунан бирле тыуған ҡаҙағстаныма ҡайтҡаным юҡ. Бында килгәс, башҡорт телен өйрәнеүе ҡыйыныраҡ булды, беҙ үҙ-ара рус телендә һөйләшәбеҙ”.
Ә 93-сө гимназия уҡыу­сыһы Маргарита Цзэн хатта дүрт телдә һөйләшә ала, фестивалдә ул ҡытай телендә сығыш яһаны. “Минең олатайым ҡытайҙың Сычуань провинцияһынан. Рәсәйгә ул йәш ваҡытында уҡырға килгән һәм башҡорт ҡыҙына өйләнеп, бында йәшәргә ҡалған. Әсәйем татар, ғаиләлә беҙ өс бала. Өйҙә беҙ башҡорт, рус телдәрендә аралашабыҙ”, − ти ул.
Фестивалдә ҡатнашыусылар ҡунаҡтарҙы төрлө халыҡтарҙың милли бейеү­ҙәре, йырҙары менән һоҡландыр­ҙы.
Бөгөн, төрлө тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса, донъя­ла алты меңгә яҡын “тере” тел иҫәпләнә. ЮНЕСКО-ның Юғалып барған телдәр атласы буйынса, Рәсәйҙәге йөҙгә яҡын телгә ер йөҙөнән юғалыу ҡурҡынысы янай. Шулар араһында башҡорт теле лә бар һәм ул “ныҡлы булмаған” тигән статус алған. 2010 йыл һөҙөмтәһе буйынса, 1 223 744 кеше был телдә аралаша.Туған телебеҙҙе үҫтереү буйынса эшләйһе лә эшләй­һе әле.

Флүзә ТҮЛӘКОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға