24.02.2012 Көйөнөстө һөйөнөскә әйләндереү үҙебеҙгә бәйле
М. Ильясовтың 2009 йылда «Йәшлек» гәзитендә баҫылған «Халыҡ менталитеты: һөйөнөсмө, көйөнөсмө» тигән мәҡәләһен яңынан ҡарап сыҡтым һәм шундай һығымтаға килдем.
Коммунистар тарафынан дин ныҡлы тыйылып, уның урынына балалар өсөн Павлик Морозов образындағы идеологик тәрбиә урын алды. Уйлаһаң. бындай тәрбиәнең төп маҡсаты − бала менән ата-әсәне ҡапма-ҡаршы ҡуйыу. Был, әлбиттә, яҡшыға килтермәне. Сөнки ата-әсә баланы тоғролоҡҡа өйрәтһә, мәктәп балаларҙы донъялағы иң ғәзиз кешеләрҙе – ата-әсәне һатырға өйрәтте. Хәҙерге ваҡытта, беҙ шуның емештәрен йыябыҙ ҙа инде. Балаларҙы ике йөҙлөлөккә өйрәтте ул. Киләсәктә хәл тағы ла нығыраҡ киҫкенләшәсәк һәм халҡыбыҙ тәҙрә ҡорғанын күршеһе ингәндә генә түгел, хатта яҡын туғаны килгәндә лә асып ҡарамаясаҡ.
Халыҡтың матур сифаттары юғалыуына михнәттәр, иҙелеү, таланыу ғына сәбәп түгелдер ул. Уны ҡырыу, язалау ҙа халыҡты бары тик ҡурҡытыу өсөн генә булмағандыр. Минеңсә, уның төп маҡсаты – халыҡ араһынан сыҡҡан «иң-иң»дәрҙе юҡ итеү. Ул замандарҙа «Атаһы өсөн бала яуап бирмәй» тип тормағандар бит. Аҫылдарҙың үҙҙәрен генә түгел, ғаиләһен, туғандарын, нәҫел-нәсәбен эҙәрлекләп ҡырғандар. Шул уҡ ваҡытта халыҡ араһында булған ике йөҙлөләр, ҡурҡаҡтар, һатлыҡтар әллә ни зыян күрмәгән. Минеңсә, халыҡтың иң һәйбәт кешеләрен ҡырыу ошо халыҡтың генофондын бөтөрөүгә килтергән. Тамсы тама-тама, таш тишә, тиҙәр. Быуаттар буйы алдынғы кешеләрҙе нәҫел-нәсәбе менән ҡыра килеү халҡыбыҙҙың бөтөнләй икенсе сифатҡа эйә булыуына тағы бер сәбәп түгелме икән? Аҫылдарҙы ҡырыу асылыбыҙҙан тайпылыуҙың тағы ла бер сәбәбе түгелме?
Кешеләрҙең йөрәгендә кәмһенеү комплекстары кешенең ҡурҡыуынан йәиһә ике йөҙлөлөгөнән генә килмәйҙер. Уның төп сәбәбе, бәлки, халыҡтың үҙ тарихын, үҙенең арҙаҡлы шәхестәрен белмәүгә һәм заманында ил етәкселеге тарафынан, «капитализм ҡалдығы» тип, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тыйыуға ҡайтып ҡалалыр, тип уйлайым. Әлеге көндә лә мәктәптәрҙә йәш быуынға халҡыбыҙ тарихы етерлек өйрәтелмәй. Әгәр ҙә тормош артабан да ошолай үҙгәрешһеҙ дауам итһә, ике быуындан һуң башҡорт теле бөтөнләй бөтәсәк һәм беҙ ҙә, мишәрҙәр кеүек, деградацияға дусар буласаҡбыҙ. Билдәле, тел бөтһә, ил дә бөтәсәк. Әлбиттә, хәлдең ҡайһы яҡҡа үҙгәреүе ябай халыҡҡа ҡарағанда хөкүмәтебеҙҙең һәм зыялыларҙың эшмәкәрлегенә нығыраҡ бәйле. Әйтәйек, ил башлыҡтары халыҡтың телен йүнле-рәтле белмәй икән, уларҙан нимә өмөт итеп була? Ошондай сәбәптәр сәскә тамырынан яралып, дегәнәк булып үҫеүгә килтермәйме ни?
М. Ильясовтың: «Асылыбыҙға ҡайтыу йәһәтенән бер нәмә лә эшләргә тырышмайбыҙ тиерлек», − тигән фекере менән дә тулыһынса килешә алмайым. Сөнки илебеҙҙә сығарылған закондар халыҡ мәнфәғәтенә түгел, бары тик сәйәсәткә генә бәйле. Баланы һөйләшә башлар-башламаҫтан туған теленә өйрәтмәй, рус теленә өйрәтеү, мәктәптәрҙә рус теленә өҫтөнлөк биреү − быларҙың барыһы ла тик хөкүмәт тарафынан эшләнгән эш. Минең аңлауымса, бала туған телендә уҡый икән, ул сит телдән башҡаһын тулыһынса үҙ телендә өйрәнергә тейеш. Беҙҙең Башҡортостанда, киреһенсә, аҙнаһына бер-ике сәғәт башҡорт телен уҡытыуҙы башҡортса уҡыуға һанайҙар. Балалар башҡорт мәктәбен тамамлап та, йүнле-рәтле башҡортса һөйләшә белмәй. Сөнки рус теле өҫтөнлөк итеүгә бәйле, балалар русса фекерләргә өйрәнә һәм башҡортса һөйләр алдынан ул үҙ фекерен руссанан башҡортсаға тәржемә итә. Ә инде туған телен тулыһынса өйрәнмәгәс, дөрөҫ итеп тәржемә лә яһай алмайҙар. Башҡортса һөйләшә белмәгән кешенән киләсәктә нимә өмөт итеп булыр икән? Асылыбыҙға ҡайтайыҡ тиһәк, иң тәүҙә балаларыбыҙҙы ысын башҡорт итеп тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Ә бының өсөн балаға иң тәүҙә әсә телен өйрәтергә кәрәк. Ошо йүнәлештә властар һәм зыялыларыбыҙ ҙа күп кенә көс сарыф итергә тейеш.
«Яҡшы әсә иламаған баланы ла онотмай», − тиҙәр. Тимәк, беҙҙең хөкүмәтебеҙгә яҡшы әсә булырға өйрәнергә кәрәк. Үрҙә яҙып үткән шарттарҙы урын-еренә еткереп үтәгәндә генә, беҙ үҙ асылыбыҙға ҡайта алабыҙ.
Сабит ӘЛИМҒОЛОВ.
Күгәрсен районы,
Мораҡ – Һөйөш.