«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Башҡорт фильмдары төшөрөлмәгәс, беҙ булғандарын тәржемә итәбеҙ»



10.02.2012 «Башҡорт фильмдары төшөрөлмәгәс, беҙ булғандарын тәржемә итәбеҙ»

«ҡурай» каналының һәм «Тамыр» студияһының дубляж бүлектәре башҡортса фильм һәм йәнһүрәттәр әҙерләй
«Башҡорт фильмдары төшөрөлмәгәс, беҙ булғандарын тәржемә итәбеҙ»
Яңы йыл каникулында күптәребеҙ Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан башҡортсаға тәржемә ителгән фильмдарҙы ҡарап ҡыуанды. ҡыуанды тип әйтәм, сөнки совет киноһының классикаһы һаналған Гайдай фильмдарының башҡортса дубляжын оҡшатмаған кешеләр булһа ла, күптәрҙе уларҙың туған телдә яңғырауы битараф ҡалдырманы. Интернетта ла был турала байтаҡ бәхәс ҡоролдо. «Нимәгә кәрәк ул тәржемә, классик әҫәрҙе боҙоп?» – тип ҡаты бәрелеүселәр ҙә булды. «Шул аҡсаға башҡорт фильмы төшөрһәләр ни була?» – тип зарланыусылар ҙа табылды. Әлбиттә, тәржемә эшендә ҡытыршылыҡтар ҙа юҡ түгел. Был тәбиғи ҙә: рус теле менән беҙҙең телдең төҙөлөшө тап килмәй, ә Гайдай геройҙарының ҡанатлы һүҙҙәргә әйләнеп бөткән һүҙбәйләнештәре тәржемәгә буйһонмай, тейешле мәғәнә менән яңғырап та бөтә алмай. Шулай ҙа тура тәржемә лә түгел, мәғәнәһенә, шартына, яңғырашына, интонацияларына тап килтерелергә тырышылған. Афарин!
Фильмдарҙың ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуы сәбәпле, «БашАрт» егеттәре йәштәрҙе, фильмдың тәржемәсеһен, тауыштарҙы яңғыратҡан актерҙарҙы осрашыуға йыйҙы. Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының тамаша залында башҡортсаға тәржемә ителгән «Операция «Ы» һәм Шуриктың башҡа мажаралары»н, йәнһүрәт ҡараныҡ. Тәржемә итеү мәлендә ниндәй ҡыйынлыҡтар килеп тыуған, тәржемә өҫтөндә эшләүсе Рәсүл Сәғитов нимәгә айырыуса иғтибар бүлергә тырышҡан, нимә өҫтөндә тағы ла эшләргә кәрәк, актерҙарҙы һайлап алыу өсөн кастинг үткәрелгәнме – осрашыуға килеүселәрҙең барыһын да белгеһе килде. Ролдәрҙе уҡыусы Хәким Мортазин, Альберт Имаметдинов, Зилә Дибаеваға (Алмас Әмиров килә алманы), «ҡурай» каналы директоры Айгөл Әхмәҙиеваға, тауыш режиссеры Марат ҡаһировҡа бирелгән һорауҙар аша тәржемә, дубляж эшенең бер ни тиклем серенә төшөндөк. Мәҫәлән, башҡортса тауыштарҙы ҡуйыу өсөн бөтә тауыштар ҙа юйып ташлан-­

ған. Шуға ла бесәй мыяулауын да, имтиханға инеп китеүсенең стенаға тырнаҡтарын батырыу тауышын да яңынан үҙҙәренә яҙҙырырға тура килә. Ә ҡурсаҡ театры режиссеры Альберт Имаметдиновҡа микрофон менән уртаҡ тел табыу өсөн байтаҡ тырышырға тура килә. Сөнки актерҙар бөтә зал ишетерлек итеп микрофонһыҙ һөйләргә өйрәнгән, ә бында микрофон эргәлә генә, һүҙеңде көслөрәк тауыш менән әйттеңме, тейешенсә килеп сыҡмай ҙа ҡуя.
Башҡорт кино сәнғәте тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Әлегә беҙҙе ниңәлер яңы фильм­дары менән ҡыуандырмаған «Башҡортостан» киностудияһына ла шелтә тейҙе. «Тамыр» студияһына әллә ни ҡәҙәр аҡса бүленмәһә лә, йыл һайын әллә күпме әкиәт әҙерләп торабыҙ, теләк кенә булһын», – тип фекерен белдерҙе Ләйсән Мәжитова (әйткәндәй, улар бихисап йәнһүрәтте лә тәржемә иткән, араһында «Дисней»ҙыҡылар ҙа байтаҡ). «Башҡорт фильмдары булмағас, рус, сит ил фильмдарын тәржемә итәбеҙ инде», – тип Зилә Дибаева шаяртып ҡуйҙы. Йәштәр, бәләкәстәр, хатта ололар араһында ла телде өйрәнеү, йәнле һөйләште матур итеп һаҡлауҙа телевидениеның, айырыуса фильмдар­ҙың роле ҙур булыуын иҫәпкә алғанда, тамашасыға башҡортса фильмдар кәрәк.
Былтыр «Йәшлек» гәзитендә «ҡурай» каналының дубляж хеҙмәте тураһында яҙып үткәйнек инде. Ул саҡта эш «Эдера» сериалы менән яңы башланып ҡына тора ине әле. Ә быйыл тамашасылар эфирға сыҡҡан «Операция «Ы» һәм Шуриктың башҡа мажаралары»н, «Сүллектең аҡ ҡояшы»н ҡарай алды. Бихисап ыңғай шылтыратыу тырышлыҡтарының юҡҡа китмәүе тураһында һөйләй һәм артабан ошо өлкәлә эште дауам итеү өсөн дә этәргес булып тора. Әле дубляж бүлеге «Форрест Гамп», «Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра», «Яҙмыш иронияһы» фильмдары өҫтөндә эшләй. Ә беҙ үҙ йәһәтебеҙҙән уларҙың эштәренең тағы ла нығыраҡ камиллашыуын, тамашасыларҙы рухи яҡтан байытырлыҡ фильмдар әҙерләп сығарыуҙарын теләп ҡалабыҙ.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға