10.02.2012 Бер кисәлә – 30 премьера!
Башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле шағирә Гөлфиә Юнысованың өр-яңы шиғырҙарына яҙылған 30 йыр яңғыраясаҡ
Күренекле шағирә Гөлфиә Юнысова тағы ла кисә әҙерләй, тигән хәбәрҙе берсә ҡыуанып, берсә уның өлгөрлөгөнә ғәжәпләнеп ҡабул иттем. «Китаптар сығарыу, гәзит-журналдарҙа күренеү, телевидение-радиола сығыш яһау кеүек үк, тамашалар аша ла беҙ үҙ уҡыусыларыбыҙға барырға тейешбеҙ», – тип ҡаршы алды мине шағирә.
− Гөлфиә апай, 15 февралдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ижад кисәгеҙ үтәсәк икән, тип ишеттек.
− Эйе, олоғая барған һайын ғүмер ҡәҙерләнә, пландар күбәйә икән ул. Әле бына гөр килешеп, минең шиғырҙарға яҙылған йырҙарҙан концерт әҙерләп йөрөйбөҙ.
− Һеҙ бит уҙған йылдың октябрендә генә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ҙур итеп ижад кисәгеҙҙе уҙғарғайнығыҙ. Меңдән ашыу кеше һыймалы залда алма төшөрлөк тә урын булманы. Тамашасының ихласлығын, шиғырҙарығыҙҙы, йырҙарығыҙҙы мөкиббән китеп тыңлап ултырыусыларҙы күреп, халыҡ йыр-моңға, шиғриәткә ифрат һыуһаған икән, тип ултырҙыҡ. Юбилейығыҙ ҙа түгел, шул уҡ кисә ҡабатланмайҙыр бит?
− Юҡ, әлбиттә. Кисәләрем, белеүегеҙсә, бер-береһен ҡабатламай. Быныһы − өр-яңы йырҙарҙан ғына торған ҙур концерт.
− Шиғырҙарығыҙ уҡыласаҡмы?
− Бер-ике генә шиғыр уҡырмын, бәлки. Сөнки йырҙар бик күп. Концертта филармонияның төп көстәрен тәшкил иткән 30-лап артист ҡатнаша бит.
− Кемдәр инде улар?
− Кемдәр ҡатнашмай, тип һораһағыҙ, дөрөҫөрәк булыр. Был кисәне уҙғарыу идеяһы − филармония етәкселегенеке. Башҡарыусылар араһында Тәнзилә Үҙәнбаева, Вәхит Хызыров, Азат Айытҡолов, Асия Смакова, Әлфиә Юлсурина, Артур Туҡтағолов, Вилдан Яруллин, Мәхмүт Нәҙершин кеүек күренекле сәнғәт оҫталары ла, Сәйҙә Ильясова, Лилиә Ишемйәрова, Радик Вәлмөхәмәтов, Римма Амангилдина, Гүзәл Үлмәҫҡолова, Әлфиә Кәлимуллина, Редик Сәғитов, Рөстәм Шаһыбалов, Зөлфиә Абзалова, Заһир Иҫәнсурин, Нурия Басырова, Ғәлиә Вәлиева кеүек урта һәм йәш быуын популяр йырсылар ҙа бар.
− 30 йыр – 30 премьера тигән һүҙ була бит инде…
− Шулай булып сыға.
− Әҙерлек эштәре ауырға тура килмәнеме?
− Минең өсөн ҡыйын булманы. Сөнки йыр шиғырҙарын былтыр сыҡҡан шиғыр китабымдан йырсылар күңелдәренә оҡшағандарын үҙҙәре һайлап алды һәм композиторҙарға биреп, тауыштарына, башҡарыу мөмкинлектәренә, күңел тороштарына тура килтереп, көйҙәр яҙҙырып алдылар. ҡайһы бер артистар аранжировкалар ҙа эшләтеп өлгөрҙө. ҡайһылары баян, ҡурай, фортепианоға ҡушылып йырлаясаҡ. ҡайһы бер артистар, темаһын әйтеп, яңы йырҙар ҙа яҙҙырҙы. Мәҫәлән, Мәхмүт Нәҙершин, Артур Туҡтағолов, Вәхит Хызыров, Асия Смаковаларға яңы шиғырҙар яҙырға тура килде. ҡайһы бер китаптан алынған шиғырҙарға ла, йырға тура килтереп, үҙгәрештәр индерҙек.
Артистарҙың күтәренке рухта яңы йырҙар менән репертуарҙарын байытыу өҫтөндә эшләүенә ҡарағанда уларға ла бер-ике йырҙы өйрәнеү артыҡ ауыр булмағандыр. Профессионал бит инде улар, йырҙарҙы өйрәнеп, халыҡ алдында сығыш яһау − уларҙың төп эше.
Режиссерға эш күберәк эләкте. Яңы йырҙы художестволы әҫәр юғарылығына еткергәнсе артистар менән эшләргә кәрәк тә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаты Сәйҙә Ильясова режиссер булараҡ өсөнсө кисәмде әҙерләй. Үҙ эшенә үтә лә яуаплы, етди ҡараған, талапсан, шиғриәтте лә, сәнғәтте лә юғары кимәлдә аңлап, йөрәге аша үткәрә белгән сәнғәт оҫтаһы ул Сәйҙә Ғәли ҡыҙы. Шуға ла уның бер кисәһе икенсеһенә оҡшамай, ҡабатланмай, ҡыҫҡаһы − үҙ эшенең фанаты. Ул 15 февралдә үтәсәк үҙенсәлекле кисәне әҙерләүҙе лә бер ниндәй икеләнеүһеҙ үҙ өҫтөнә алды. «Янып эшләү минең өсөн ҡыҙыҡ һәм фәһемле», − тине үҙе лә.
− Концертта ҡайһы композиторҙарҙың яңы ижад емештәре тәҡдим ителәсәк?
− Тамашасылар Роза Сәхәүетдинова, Нур Дауытов, Рим Хәсәнов, Салауат Низаметдинов, Альбина Имаева, Артур Туҡтағолов, Юлай Үҙәнбаев, Айрат Нәбиев, Юлай Моратов һәм бер нисә йәш һәүәҫкәр композиторҙың моңло, патриотик, күңелле лирик йырҙары, романстары, дуэттары, вальстары менән танышасаҡ. Тағы ла халыҡ һәр саҡ яратып көтөп алған «Каруанһарай», «Далан» төркөмдәренең сығыштары ла күңелдәргә хуш килер тип ышанам.
− Ниңә концертты өр-яңы йырҙарҙан ғына әҙерләргә булдығыҙ? Һеҙҙең 20 – 30 йыл буйы сәхнәнән төшмәгән «Аҡҡош күле», «Ғүмер юлы», «Кермәгеҙ араларға», «Балаларға фатиха», «Әйҙә киттек Дим буйына», «Һандуғас моңо» һәм башҡа тамашасы күпме тыңлаһа ла ялҡытмай торған йырҙарығыҙ бар бит.
− Шөкөр, бер үк ваҡытта бер-береһен ҡабатламаған 3 – 4 концерт ҡуйырлыҡ йырҙарым бар. Тик ғүмер буйы бер үк йырҙар менән йәшәп булмай бит. Йыр-моң яратыусылар өр-яңы йырҙар көтә. Артистар бер-береһенән өйрәнеп, бер үк йырҙарҙы башҡарыуға күнегеп алды. Улай еңелерәк тә. Йәки ижад ҡанундарын бөтөнләй аңламаған көйө шиғырын да, көй ғәләмәттәрен дә үҙҙәре яҙып, сәхнәгә сығалар, клиптар төшөрәләр. «Ниңә улай итәһегеҙ?» – тип һораһаң, шиғыр юҡ бит, тиҙәр. Шиғыр китаптарын китап магазиндарынан һайлап алырға мөмкин булыуын да иҫтәренән сығаралар. Иң аптыратҡаны: бушҡа ғына профессиональ шағирҙарҙың шиғырҙарын ҡулланмай, йыр һүҙҙәре (текстары) яҙып һатыуҙы һөнәргә әйләндергән кешеләрҙән ҡиммәт хаҡҡа алып, үҙҙәрен дә, йырҙарын да түбән төшөрәләр.
Әйҙә, үҙемдең күңелемә лә, тамашасыларға ла бер байрам, филармонияға ла бүләк булыр, тип уйланым. Әйткәндәй, артистар яңы йырҙарға һыуһаған. Уларҙың күбеһе 2 – 3-әр йырымды өйрәнде. Сәнғәт оҫталарының байтағы, командировкала, гастролдә булып, кисәлә ҡатнаша алмай. ҡыҫҡаһы, филармония 30 ғына түгел, кәм тигәндә тағы ла бер-ике концерт ҡуйырлыҡ яңы йырлы булды. Улар бер кисәлә генә яңғырамаясаҡ бит. Гастролдәрҙә йырланыр, радио-телевидение тулҡындарында тибрәлер, Алла бирһә. Һәүәҫкәр йырсылар отоп алыр, ҡунаҡтарҙа бүләк ителер, машиналарҙа барыусыларҙың оло юлдарын еңеләйтер…
Бына шундай тулҡынландырғыс уйҙар кисерәм. Яңы йырҙарымды элеккеләре менән сағыштырып: «ҡайтыш шул былары», − тип әйтмәһәләр ярар ине, тип борсолам. «Көйҙәр, артистар шәп бит, улай булмаҫ әле», − тип үҙемде йыуатам…
− Һеҙҙең ижад кисәләрегеҙҙе тамашасы бушҡа ҡарарға күнеккән…
− Был кисә минеке түгел шул, ә филармонияныҡы. Билеттар ҡала кассаларында һатыла. Ә заказдар 250-77-72 телефоны буйынса ҡабул ителә.
− Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Гөлфиә апай. Уңыштар теләйбеҙ!
Мөнир ҡУНАФИН яҙып алды.