«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Алтын тирмә»гә рәхим итегеҙ!



03.02.2012 «Алтын тирмә»гә рәхим итегеҙ!

«Алтын тирмә»гә рәхим итегеҙ!
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телевизор ҡараусыларҙы әленән-әле яңы тапшырыу-проекттары менән һөйөндөрә. Күптән түгел, «Йәшлек» гәзитенең тоғро дуҫы Илдар Ғәбитов менән «Башҡорт телен өйрәнәм» проекты командаһы «Алтын тирмә» ғаилә интеллектуаль уйынын әҙерләй, тигәнде ишеткәс тә Телеүҙәккә юл тоттоҡ.
Тапшырыуҙар төшөрөү студияһында тулы әҙерлек бара. Унлаған ир-егет заставкалар ҡуя, яҡтылыҡты көйләй, махсус титрҙар­ҙы урынлаштыра. ҡыҫҡаһы, эш гөрләй генә.
Гример бүлмәһендә ҡыҙғылт-һары һәм йәшел футболкалы ике команданы тап иттек. «ҡыҙғылт-һарылар» Латиповтар булып сыҡты. Улар Ишембай районының ҡанаҡай ауылынан килгән. Апалы-һеңлеле Гөлнара, Әлфинур һәм уның улы Айнур тапшырыуға ентекле әҙерләнгән. «Энциклопедияларҙы аҡтар­ҙыҡ, интернеттан мәғлүмәт тупланыҡ. Белемебеҙгә ныҡ ышанабыҙ, шулай ҙа бер аҙ ҡаушата», – тине улар. Уларҙың дәғүәселәре – «йәшелдәр» – Ауырғазы районының Усман ауылынан Бикәнәсовтар ғаиләһе. Минира менән Урал, балалары Айгүзәл, Булат «Йәшлек» гәзитендә баҫылып килгән кроссвордтарҙы сисергә ярата икән. «Илдар Ғәбитовтың һорауҙары еңелдән түгел, шулай ҙа еңеүебеҙгә ышанабыҙ!» – тине улар ҙур ышаныс менән.
«Алтын тирмә» уйынын республикабыҙҙың Милли йәштәр театры актеры Нәғим Нурғәлин алып бара. «Рәсәй телевизор ҡараусыларының күңелен ошондай тапшырыуҙар күптән яулап алған. Бындай типтағы уйынды башҡорт каналында күптән көттөм. Ошондай ролдә мин беренсе тапҡыр. Викторина һорауҙары бик ҡыҙыҡ, шул уҡ ваҡытта ауыр ғына, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Хәҙер телевизор ҡараусыларҙан яуап көтәбеҙ инде».
Проект етәксеһе Хәбирә Хәмиҙуллина, ни өсөн нәҡ ошондай исемде һайланығыҙ, тигән һорауға: «Тирмә ғаилә усағын һынландыра, ә алтын ул рухи ҡиммәттәрҙе, белемде сағылдыра. Экранға башҡаларға өлгө булырлыҡ матур ғаиләләрҙе сығарабыҙ. Был үҙе бер мәртәбә, оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Телевизор ҡараусылар уларҙан өлгө аласаҡ. Командалар үҙ-ара зирәклектә һәм тапҡырлыҡта көс һынаша. Шулай уҡ берҙәмлектәре лә ошонда асыҡ күренә. Яңыраҡ Ишембай районынан килгән Мостафиндар ғаиләһе командаһына һоҡланып торҙом. Улар шул тиклем татыу, бер-береһе өсөн өҙөлөп тора, – тине. – Был проект – командабыҙҙың дөйөм хеҙмәт емеше. Сценарий авторы Гөлфиә Назарова, режис­сер­ҙар Гөлнара Әлимғолова, Денис Бабаев, уларҙың ярҙамсыһы Ғәлиә Ғәлиева һәр уйын ҡыҙыҡлы булһын өсөн ихлас тырыша».
Илдар Ғәбитов: «2007 йылда «Йәшлек» гәзитендә «Башлы башҡорт» кроссворд-сканворд сисеүселәр конкурсы үткәрелгәйне. Ундағы еңеүселәрҙе телевидениеға саҡырып, улар араһында ярыш ойошторорға вәғәҙә иткәйнек. Һәм бына хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Был телевикторинаға иң тәүҙә ошо конкурста ҡатнашыусыларҙы саҡырасаҡбыҙ», – тине.
«Алтын тирмә» телевикторинаһында ҡатнашыусыларға Баш­ҡортостандың ғына түгел, Рәсәй һәм донъя мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә, сәнғәтенә, тарихына һ.б. ҡағыл­ған «тоҙло-боросло» һорауҙар биреләсәк. Тәүгеләрҙән булып ун ике дөрөҫ яуап биреүсе ғаилә еңеүсе тип табыласаҡ. Уларғ а бағыусыларҙың бүләктәре тапшырыласаҡ.
Бер аҙҙан, студия төшөрөүгә әҙер булғас, тамашасылар, уйынсылар саҡырылды. Хәбирә Хәмиҙуллина менән Илдар Ғәбитов командалар­ға һуңғы күрһәтмәләрен биргәс, ҡуйыусы оператор Урал Ға­тауллиндың ҡорос сыңындай тауышы яңғыраны: «Тулы тыныслыҡ. Иғтибар. Яҙҙыра башлайбыҙ!» Һәм шул саҡ Нәғим Нурғәлин, Башҡортостан халҡын сәләмләп, командалар менән таныштыра башланы.
Ә беҙ был ваҡытта, һаҡ ҡына баҫып, сығыу яғына йүнәлдек. Туҡта-туҡта, «Алтын тирмә» телевикторинаһы хаҡында ентекләп һөйләмәҫһеңме, тиһегеҙме? Юҡ, уныһын үҙегеҙ ҡарағыҙ. 5 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-лә телевизорығыҙҙы ҡабыҙырға онотмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға