«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Бында – тарих, бында – таш һын



20.12.2011 Бында – тарих, бында – таш һын

Бында – тарих, бында – таш һын
Ғәҙәти булмаған кешеләр була донъяла. Улай тиһәң, Хоҙай кешегә һәләтте, бүләк итеп биреүҙән бигерәк, йөк, бурыс итеп тә тапшыра, буғай. Фанилыҡта кеше йәмғиәт, кешелек өсөн күберәк эшләп ҡалһын өсөндөр. Рафаил Зиннуров атлы данлы башҡорт улының күргәҙмәһендә булғанда шулай тип уйлап ҡуйҙым. Ниндәй күргәҙмә, тиер күптәр. Ул бит БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, юридик фәндәр докторы, профессор ҙа һуң, тип әйтеүселәр ҙә хаҡ. Улайға китһә, Рафаил Нариман улы – яҙыусы ла, бер нисә китап авторы. Тарихи хеҙмәттәрен уҡығандар уның шәп тарихсы икәнен билдәләй.
Бында – тарих, бында – таш һын
Ә яңыраҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы холында асыл­ған күргәҙмәһендә ул үҙен скульптор булараҡ танытты. Танытты тип, Көйөргәҙелә – Кинйә Арыҫланов, Стәрлебашта – ҡаранай Моратов, Ишем­байҙа Зәки Вәлиди кеүек баш­ҡорт халҡының бөйөк улдарына ҡуйылған һәйкәлдәре аша ул күптән билдәле. Күргәҙмәлә хисле, шағир булараҡ яҡтыр­тыл­ған Салауат Юлаевҡа, уйсан Батыршаға, ҡараштарында уҡ ил хәстәре ятҡан Алдар тархан менән ҡараһаҡалға, тәүәккәл Һары Мәргәнгә, ҡурҡмаҫ Сәйет батырға, күңелсәк Тәтегәс бейгә һәм башҡаларға ҡарап, шөкөр, халҡымдың ҡалай ҙа быуаттарҙы һелкетер ир-уҙамандары булған, тигән ғорурлыҡ хистәре менән бергә, еңел генә түгел башҡорт яҙмыштары, тип уйланып та ҡуяһың. Скульп­тураларға ҡарап, ул осор­ҙо, шул шәхестең рухын тойғандай, аңлағандай булаһың. Рафаил Нариман улының, геройҙарымдың үҙҙәре менән бергә улар йәшәгән осорҙо нығыраҡ аңлар­ға теләүем, уларҙың иреккә, азатлыҡҡа булған ынтылышы мине әсир итә, тип белдереүендә хаҡлыҡ бар. Уның күңел һәм зиһен ҡылдары, миңә ҡалһа, тарих төпкөлдәре тулҡындарын тотоп алған булыр­ға тейеш: улай­һа, әҫәрҙәре замандаштарының күңелен улай уҡ тетрәтә алмаҫ ине.
Бында – тарих, бында – таш һын
Был күргәҙмәлә шулай уҡ Р. Зиннуровтың әрмән халҡы та­рихына арналған китабының презентацияһы ла үтте. Баш­ҡортостанда йәшәүсе әрмәндәр әйтеүенсә, тарихсы-ғалимдың хеҙмәте данлыҡлы әрмән тарихын яңы ҡарашта асыуы менән ҡәҙерле. Күргәҙмәлә шу­лай уҡ әрмән, украин һәм башҡа халыҡтарҙың геройҙарының да скульптураһын күрергә мөмкин ине.

Мөнир ҡУНАФИН.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға