20.12.2011 Башҡортостандың сәнғәт оҫталары бүләкләнде
Республиканың бер төркөм ижадсыһы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Атап әйткәндә, юғары баһаға Башҡортостандың Милли симфоник оркестры, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, Нефтекаманың «Виктория» эстрада-спорт бейеүҙәре ансамбле, ҡурайсы Азат Биксурин, «Девятов и К» художество оҫтаханаһы һәм «Ағиҙел» башҡорт кәсепселек үҙәге лайыҡ.
Был оҫталар һәм коллективтар быйыл көҙ үткән «Волга буйын ас» («Открой Поволжье») исемле сәнғәт фестивале һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде. Яҡташтарыбыҙ Кремль һарайында тағы ла 14 төбәк вәкилдәре менән бергә сығыш яһаған.
БР мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камилә Дәүләтова лайыҡлыларҙы тәбрикләгән саҡта әйтеүенсә, фестивалдә Башҡортостан оҫталары үҙ һәләттәрен юғары кимәлдә күрһәтә алған. Тап ошондай сараларҙа ҡаҙаныштарға өлгәшеү республиканы бай мәҙәни потенциаллы итеп таныта һәм абруйын күтәрә.
Оҫталарыбыҙға «Афарин!» тибеҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!