26.11.2011 Рухлы ир-егеттәр булғанда,тынмаҫ башҡортомдоң ҡурайы!
Хәйбуллала данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған Республика ҡурайсылар конкурсы үтте
17 – 18 ноябрҙә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Республика ҡурайсылар конкурсы уҙҙы. Башҡорт ҡурайын донъя күләмендә танытҡан ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған был конкурста Башҡортостандың төрлө төбәктәренән боронғо ҡоралда уйнаусылар ҡатнашты.
Байрам саралары 17 ноябрҙә Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа бағышланған мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалыу тантанаһы менән асылды. Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡустыһы Сәйфулла ағай Хәйбулла районында ҡурайҙы пропагандалауға күп көс түккән, шул арҡала хәйбуллаларҙың ихтирамына ирешкән. Әлеге ваҡытта райондың һәр ауылында тиерлек ҡурайсылар булыуында уның өлөшө ҙур.
Конкурстың ике туры ла бер көндә, 17 ноябрҙә үткәрелде. Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында уҙған бәйгелә ансамблдәр һәм яңғыҙ ҡурайсылар көс һынашты. Улары, үҙ сиратында, ике төркөмгә – 16 йәшкә тиклемге йәштәр һәм 16 йәштән уҙған өлкәндәргә бүленде. Йәштәрҙән дә, өлкәндәрҙән дә ҡатнашыусылар һаны байтаҡ ҡына булып, бәйге йәнле генә башланып китте.
Балалар ансамблдәре 36 булһа, шуларҙың дүрттән бер өлөшөн, йәғни туғыҙын бәйгегә хәйбуллалар үҙҙәре сығарғайны.
Ололар төркөмөндә 11 ансамбль сәхнәгә сыҡты: «Мәсем таш» (Бөрйән районы, етәксеһе Й. Иҫәнғәлин), «Яйыҡ» (Учалы ҡалаһы, Т. Зәйнәшев), «ҡырҡтытау» (Әбйәлил районы, Д. ҡадиров), «Төньяҡ амурҙары» (Салауат ҡалаһы), «Буранбай сәсән» (Баймаҡ районы), «Түңгәүер» (Хәйбулла районы, Р. Дилмөхәмәтов), «Квинтет» (Йылайыр районы, Р. ҡарасов), Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ансамбле һәм башҡалар.
Айырым ҡурайсылар бәйгеһе лә көсөргәнешле үтте. Икенсе турҙа 56 йәш бәйгесе көс һынашып, шуларҙың 24-е финалға үтте: А. Оморҙаҡов, Ш. Баязитов, А. Харунов (Әбйәлил), И. Ултыраҡов, И. Ниғмәтуллин (Хәйбулла), И. Йосопов (Учалы), А. Низаметдинов, Х. Хәмиҙуллин, Ә. Сурин (Өфө), А. Кинйәбулатов, Төхвәтуллин (Күгәрсен), А. Вәлитов (Благовещен), Б. ҡусҡарбаев (Ейәнсура), Р. Исҡужин, И. Әҙелғужин (Баймаҡ), Д. Сибаев, И. Хәсәнов, Б. Әхмәтов, А. Рәхимов, А. Буранғолов (Сибай), Б. Юламанов (Йылайыр), И. Таштимеров (Мәләүез).
Оло бәйгеселәрҙән икенсе турға 18 кеше һайлап алынды: Д. Хәсәнов, Р. Низаметдинов (Белорет районы), Д. Рәхмәтуллин (Бөрйән районы), Р. ҡотдосов (Ғафури районы), Ф. Атанов, Р. Аҡбалин (Хәйбулла районы), А. Атанов (Благовещен ҡалаһы), Н. ҡайыҡбирҙин (Сибай ҡалаһы), А. Ғайсаров (Ейәнсура районы), Д. Абдуллин (ҡариҙел районы), Ш. Күсәмишев (Баймаҡ), И. Зиннәтуллин (Салауат районы), М. Йәноҙаҡов, М. Вәхитов, Ю. Һағынбаев, В. Баймырҙин, В. Йылҡыбаев (Өфө), Р. Нурмөхәмәтов (Дыуан районы). Икенсе турға сығыусылар айырым көйҙәр яҙылған билеттар буйынса сығыш яһаны.
ҡатнашыусыларҙың алыҫтан йыйылыуҙарын иҫәпкә алып, конкурстың ике турын да бер көндә уҙғарырға ҡарар иттеләр.
Икенсе көндә иһә Башҡортостан ҡурайсылары ойошмаһының йыйылышы уҙҙы. Көнүҙәк мәсьәлә ҡурайсылар ойошмаһында ағзалыҡ иғәнәләрен йыйыуҙы яйға һалыу булды. Илшат Рәшит улы Солтангәрәев индергән был тәҡдимде барыһы ла хупланы. Тик иғәнәнең ниндәй күләмдә йыйылырға тейешлегенә бәйле төрлө фекерҙәр яңғыраны. Ойошманың эшен яйға һалыр өсөн иғәнәләрҙең күләме ҙурыраҡ булыуы яҡшы, әммә һәр бер ҡурайсының түләргә хәленән килерҙәйерәк сумманы билдәләргә кәрәктер.
Икенсе мәсьәлә – ҡурайҙың популярлығын арттырыу. Барыһы ла тиерлек уҡыу йорттарында ҡурайсыларҙың әҙ булыуын, ғөмүмән, ҡурайсыларҙың бәҫен күтәреү зарурлығын әйтеп үтте. Юғиһә башҡортто әрмәндән йәки ҡытайҙан айырыусы шул ҡурай түгелме? Шул уҡ әрмәндәрҙең милли музыка ҡоралы дудук, мәҫәлән, ЮНЕСКО тарафынан танылған, яҡлауға алынған, ә беҙҙең ҡурайҙы ЮНЕСКО-ла белмәйҙәр икән. Эшләргә лә эшләргә кәрәк әле был яңы ойошмаға.
Йыйылыштан һуң Йомабай Иҫәнбаев иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы, артабан уның иҫтәлегенә арналған республика ҡурайсыларының 12-се бәйгеһенең еңеүселәрен билдәләү тантанаһы һәм улар ҡатнашлығында гала-концерт уҙҙы. РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов, РФ-ның атҡаҙанған, БР-ҙың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев, БР-ҙың атҡаҙанған артисы, Нефтекама филармонияһы директоры Айбулат Рәхмәтуллин, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге балалар музыка мәктәбе директоры Илдар Юнысов һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире Эльвира Әхмәтйәнова ҡатнашлығындағы жюри конкурстың еңеүселәрен билдәләне.
16 йәшкә тиклемге ансамблдәр араһында «Тамъян» (Әбйәлил районы, етәксеһе Илһам Шакиров), «Инеш» (Белорет районы, етәксеһе Дамир Хәсәнов), 16 йәштән оло ансамблдәр «ҡырҡтытау» халыҡ ҡурайсылар ансамбле (Әбйәлил районы, етәксеһе Дәүләт ҡадиров), «Буранбай сәсән» ансамбле (Баймаҡ районы, етәксеһе Ирек Мырҙаев), «Түңгәүер» халыҡ ҡурайсылар ансамбле (Хәйбулла районы, етәксеһе Риф Дилмөхәмәтов), 16 йәшкә тиклемге солистарҙан Алмас Вәлитов (Благовещен ҡалаһы), Хәйҙәр Хәмиҙуллин (Өфө ҡалаһы), 16 йәштән өлкән солистарҙан Рәйес Низаметдинов (Белорет районы), Ришат Аҡбалин (Хәйбулла районы), Айнур Назаров (Благовещен ҡалаһы) 3-сө урынды алды.
16 йәшкә тиклемгеләрҙән торған ансамблдәрҙән «Ете таж» ҡурайсылар ансамбле (Ейәнсура районы, етәксеһе Илһам Хәсәнов), «Һылыу ҡыҙҙар» ҡурайсылар ансамбле (Хәйбулла районының Әбеш ауылынан, етәксеһе Камил Илембәтов), 16 йәштән өлкән ансамблдәрҙән «Яйыҡ» (Учалы ҡалаһы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһының халыҡ ҡурайсылар ансамбле, етәксеһе Тәфтизән Зәйнәшев), «Мәсем таш» ҡурайсылар ансамбле (Бөрйән районы, етәксеһе Йәмил Иҫәнғәлин), 16 йәшкә тиклемге солистарҙан Арыҫлан Оморҙаҡов (Әбйәлил районы), Илнур Әҙелғужин (Баймаҡ районы), 16 йәштән өлкән солистарҙан Шамил Күсәмишев (Баймаҡ районы), Ринат Нурмөхәмәтов (Дыуан районы) икенсе урынға сыҡты.
16 йәшкә тиклемге ансамблдәрҙән Учалы районының ҡунаҡбай балалар сәнғәт мәктәбенең «Толпар» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Шәфҡәт Йосопов), «Ирәндек» ҡурайсылар ансамбле (Сибай ҡалаһы, етәксеһе Илдар Хәсәнов), 16 йәштән өлкән ансамблдәрҙән Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының ҡурайсылар ансамбле, етәксеһе Илшат Солтангәрәев, Салауат музыка колледжының «Төньяҡ амурҙары» халыҡ ҡурайсылар ансамбле, етәксеһе Азамат Алламоратов, 16 йәшкә тиклемге солистарҙан Айназ Низаметдинов (Өфө ҡалаһы), Әлмир Сурин (Өфө ҡалаһы),16 йәштән өлкән солистарҙан Венер Йылҡыбаев (Өфө ҡалаһы), Рәмил ҡотдосов (Ғафури районы) 1-се урынға лайыҡ булды.
Гран-приҙы, Хәйбулла далаларында үҫкән йылҡыны, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты профессоры Нурғәле Мирғәле улы ҡайыҡбирҙин яуланы.
«Инеш» ҡурайсылар ансамбле (Ырымбур өлкәһенең Александровский районы, етәксеһе Рәйлә Булташева), Фәтих Байтимеров (Ырымбур өлкәһенең Александровский районы), Миҙхәт Ғәббәсов (Әбйәлил районы) – «Һирәк осраған башҡарыу оҫталығы өсөн», «Иң оло бәйгесе» – Дәүләтбай Рәхмәтуллин (Бөрйән районы, 74 йәш), «Иң йәш бәйгесе» – Иштимер Йосопов (Учалы районы, 7 йәш) дипломдар менән бүләкләнде.
Конкурс, дөйөм алғанда, яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Барыһы ла ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, урынлаштырыусыларҙың, йәғни Хәйбулла районы хакимиәтенең һәм Аҡъяр тау колледжы коллективының ҡунаҡсыллығын, ихласлығын телгә алды.
Әйткәндәй
Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсы 33 йыллыҡ тарихҡа эйә. Тәү тапҡыр был бәйге Башҡорт АССР-ы мәҙәниәт министры ҡарары менән 1978 йылда уҙғарыла һәм, ҡурайсылар менән бер рәттән, ҡумыҙсыларҙы, думбырасыларҙы, өзләү оҫталарын йыя. Бәйге, үрҙә әйтелгәнсә, ҡурайҙы, ғөмүмән, башҡорт милли сәнғәтен, мәҙәниәтен Европаға танытыусы Йомабай Иҫәнбаев иҫтәлегенә бағышлана.
1988 йылдан был бәйгенең йөкмәткеһе һәм үткәрелеү урыны үҙгәрештәр кисерә: хәҙер ҡурайсылар бәйгеһе Хәйбулла районында төпләнә. Тәүге йылдарҙа ҡатнашыусылар һаны 50, хатта 25 кешенән уҙмаһа, аҙаҡҡы бәйгеләрҙә 400-ләп кеше ҡатнаша башлай (2006 йылда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы уҙған бәйгелә). Шулай итеп, конкурс республика кимәлендәге мәртәбәле бәйгегә әүерелә һәм Башҡортостандың бөтә ҡурайсыларын берләштерә. Бөгөнгө көнгә 11 конкурс уҙған. Тәүге еңеүсеһе 1978 йылда Аҡъяр ауылында билдәләнгән: ул – Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов. 1980 йылда бәйгенең гран-прийын республиканың халыҡ артисы, РФ-ның атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов яулай, 1982 йылда иһә Уфимский ауылында уҙған конкурста Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәйфулла Дилмөхәмәтов (хәҙер инде гүр эйәһе) еңеүсе була. Хәйбулла районында ҡурай сәнғәтен әүҙем пропагандалауын таныу хөрмәтенән, Сәйфулла ағай иҫтәлегенә Аҡъяр район мәҙәниәт йорто бинаһында таҡтаташ ҡуйылған. Шулай уҡ был бәйгелә беренсе урынды Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хәҙер инде мәрхүм Зыя ағай Хәлилов яулаған. 1984 йылда ошо уҡ Уфимский ауылында Роберт Юлдашев иң оҫта ҡурайсы булып танылып, еңеү яулай. ҡурайҙы донъя кимәлендә пропагандалаусы был оҫтаны хәҙер йышыраҡ Рәсәй телеканалдарында күрергә була.
Артабанғы конкурстарҙа Асрар Ғазин (1989 йыл), Рәсүл ҡарабулатов (1991), Илһам Байбулдин (1995), Айбулат Рәхмәтуллин (1999), ҡадир Әбүбәкеров (2001) еңеүсе тип табыла.
Ун беренсе конкурс 2006 йылда Башҡортостандың 38 ҡалаһынан һәм районынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Марий Элдан, Татарстандан 400-ҙән ашыу бәйгесене туплай. Еңеүҙе Өфө ҡалаһының 1-се гимназия-интернатының ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Әнүәр Шафиҡов яулай.
И.ҡансурин.
АВТОР фотолары.