«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Актриса йә йырсы буласаҡмын»



29.11.2011 «Актриса йә йырсы буласаҡмын»

«Актриса йә йырсы буласаҡмын»
Гөлшат Ғайсинаны тамашасылар М. Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театры актрисаһы булараҡ та, йырсы булараҡ та яҡшы белә. Театрға килгән көнөнән алып бөгөнгәсә ул сәхнәгә тоғро хеҙмәт итә. Өфө дәүләт сәнғәт академияһында (ул саҡта институт) уларҙы Сибай студияһы студенттары – Сибай дәүләт театрына барасаҡ төркөм итеп уҡыталар. Гөлшат икенсе курста уҡыған саҡта Сибай театры директоры Дамир Ғәлимов менән Рәмилә Сәлимгәрәева «ҡоҙаса» спектакле өсөн Назаны һайлап алырға имтиханға килә. Төркөм М. Кәримдең әҫәрҙәренән өҙөктәр ҡуя. Шул саҡта Гөлшатты Сибай театрына саҡыралар һәм Өфө ҡыҙы каникулын Сибайҙа спектаклгә әҙерләнеп үткәрә. «1995 йылдың 15 мартында «ҡоҙаса» спектакленең премьераһы үтте. Ул көн минең хәтеремә бик уйылып ҡалған. Бынан һуң ул «Театр яҙы» фестиваленә китте. Спектаклдән һуң ул мәлдә Милли йәштәр театрында эшләп йөрөгән Азат Нәҙерғолов килеп, мине ошо театрға саҡырҙы», − ти актриса. Уҡып бөткәс, Сибайға барырғамы, әллә Өфөлә ҡалырғамы, тигән һорау ҙа килеп тыуа. Сибайға барыу менән фатир биреләсәк, унда көтөп торалар, әммә 4-се курста уҡығанда вафат булып ҡалған уҡытыусыһы Ғабдулла Ғиләжевтың, Милли йәштәр театрында ҡал, Гөлшат, тигән һүҙҙәре уға аманат булып яңғырай һәм ҡыҙ Өфөлә ҡала.
Актриса булыу теләге Гөлшатта ҡасан уянған икән һуң? Баҡтиһәң, уның әсәһе лә сәхнәлә уйнау хыялы менән янған, матур йырлаған булған. Әммә олатаһы рөхсәт итмәгән. «Тәүҙә һөнәр ал, ҡалғанын һуңынан уйларһың, тип әсәйемде уҡытыусылыҡҡа уҡырға күндергән үҙе лә уҡытыусы булған олатайым, − ти Гөлшат. − Актриса булыуҙы һөнәргә лә һанамаған инде. Шуға ла әсәйемә театрҙа уйнарға теләгем бар икәнен белдергәс, ул һис тә ҡаршы килмәне, киреһенсә, гел ярҙам итеп торҙо, үҙенең хыялы минең аша тормошҡа ашыуын күреп ҡыуанды. Әсәйемә бөтә яҡлап та ныҡ рәхмәтлемен. Тормош иптәшем менән бергә эшләгәс, гастролгә икәүләп йыш сығып китәбеҙ, ҡыҙыбыҙ Элинаны әсәйем ҡарап үҫтерҙе, тиһәң дә була».
Икенсе синыфта «Мин кем булырға теләйем?» тигән темаға инша яҙған сағында уҡ Гөлшат: «Йә Флүрә Килдейәрова кеүек йырсы, йә Таңсулпан Бабичева кеүек актриса булғым килә», − тип яҙа. Шул саҡтан уҡ килгән хыялына хыянат итмәй. «Мәктәптә лә, математика ниңә кәрәк, мин актриса буласаҡмын, тип ышаныслы йөрөй инем, − тип көлөп иҫләй Гөлшат Ғайсина. − Үҫмерҙәргә генә хас максимализм булдымы икән ул, белмәйем. Үҙем оялсан да инем, нимәгә өмөтләнгәнмендер инде». Үҙен ышаныслы тотһа ла, хыялында йөрөткән уҡыу йортона инеү өсөн имтихан тапшырған мәлдә лә, һө­ҙөмтәләр­ҙе белер алдынан да ныҡ тулҡынлана ул. Хатта уҡырға инеүселәрҙең исемлеген ҡарар­ға килгәндә, тулҡынланып, үҙенең исемен күрмәй, иларға етешә, йөрәге өҙөлөп төшөп киткәндәй була. Әхирәте Фирүзә Париж ғына, бына бит исемең бар, тип тынысландыра.
Хыялы тормошҡа ашҡан йырсы, актриса Гөлшат Ғайсина үҙен бик бәхетле һанай. Ике асылы ла бер-береһен тулыландырып, байытып килә. Күбеһенсә йырлы ролдәрҙе башҡарыуы ла талантының ҡайһылыр яҡлап сикләнеүенә юл ҡуймай.
Бөгөн ул театрҙа 15-се ижад миҙгелен ҡаршылай. Ниндәйҙер һығымталар ҙа яһар мәл, шуға ла тамашасыларға матур театрлаштырылған тамаша әҙерләй. Гөлшаттың тәүге концерты 2007 йылда үтә. Ул саҡта йырҙары менән бергә сәхнә әҫәрҙәренән өҙөктәр ҙә ҡуя актриса.
«Был юлы ниндәйҙер яңы проект тәҡдим иткем килде, − ти. − 3 декабрҙә үтәсәк тамаша «Күңелем миҙгелдәре» тип атала. Унда тәбиғәттең дүрт миҙгеле аша кеше ғүмеренең асылы асып һалына. Концерт шиғырҙар менән үрелеп бара.
Күптән түгел шиғырҙар йыйынтығы ла сығарғайным. Унда шағирҙарыбыҙҙың тәбиғәт, миҙгелдәр тураһындағы шиғырҙарын уҡыйым. Ошонан килеп сыҡты ла инде концертты шиғырҙар менән биҙәп әҙерләү уйы. Мин ғашиҡмын уларҙың шиғырҙарына. Уларҙа шундай тәрән фәлсәфә ята, хатта тәбиғәт тураһында яҙғанда ла мотлаҡ ниндәйҙер бер фекер һалына. Концертыма килгән тамашасы ла бөтә миҙгелдәр аша үтеп, үҙен борсоған һорауҙарына яуап тапһын ине. Концерт йә спектакль уңышлы килеп сыҡһа, ул ниндәйҙер бер таҙарыныу һымаҡ бит. Кеше шундай мәлдәрҙә үҙенең йөрәге менән һөйләшә. Көндәлек тормошта беҙ күп нәмәгә иғтибар итмәйбеҙ, үҙебеҙгә үҙебеҙ хыянат итәбеҙ һымаҡ. Ә үҙеңдең күңелең, эске донъяң менән һөйләшеп алһаң, күҙең асылып киткәндәй була, артабан ҡайһы йүнәлештә атларға, нимә эшләргә икәнлеген аңлайһың. Хатта шиғырҙар, йырҙар аша кешеләр дауалана ла бит. Ауырыуҙарҙың күбеһе эске күңел торошонан килә. Әгәр тамашасыларым концертҡа килеп, үҙҙәренә ниндәйҙер ыңғай тәьҫораттар ала алһа, ниндәйҙер бер рухи таҙарыныу кисер­һә, ҡуйылған маҡсатыма ирешкәнмен, тип ҡыуанасаҡмын».
Күҙҙәрендә тормошҡа сикһеҙ һөйөү сағылған Гөлшат Ғайсина тамашасыларын да үҙе менән бер тулҡында бәүелтергә, сихри театр донъяһына алып китергә һәләтле. Күҙҙәреңдәге шул осҡондар һүнмәһен, тип теләйек Гөлшатҡа.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға