29.11.2011 Театрҙың үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы бар
Башҡортостан Республикаһының М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 1989 йылда Йәш тамашасылар театры булараҡ эшләй башлай. 1989 йылдың 7 авгусында БАССР Министрҙар Советы Өфөлә ике − башҡорт һәм рус телдәрендә эшләйәсәк театр ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Театрға Өфөләге сәйәси ағартыу бинаһы бирелә. Яңы ижад миҙгеле фольклорсы һәм драматург Мөхәмәтша Буранғоловтың башҡорт эпосы мотивтарына таянып ижад ителгән «Иҙеүкәй менән Мораҙым» премьераһы менән асыла.
Театрҙы үҫтереүгә барлыҡ көсөн һалған РФ-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғ. Ғиләжев, РФ-ның атҡаҙанған артисы, Рәсәй дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Ә. Әбүшаһманов, БР-ҙың халыҡ артисы А. Нәҙерғоловтың театрҙы аяҡҡа баҫтырыуға индергән өлөштәре ҙур.
Милли йәштәр театры беренсе көндән алып ике телле сәнғәт үҙәге булараҡ ижад итә башлай. Башҡорт һәм рус коллективтарының һәр ҡайһыһы үҙ репертуары, үҙ артистары менән дан тота. Әммә берлектәге дөйөм хеҙмәт ике труппаға тик уңышлы емештәр генә бирә. Был ике театр мәктәбенең бер ижади коллективҡа берләшеүе бөгөн тамашасылар тарафынан юғары баһалана.
БР Министрҙар Кабинеты ҡарары менән 1995 йылда Йәш тамашасылар театры БР Милли йәштәр театры тип үҙгәртелә.
1999 йылда театрҙың бәләкәй камера сәхнәһе асыла. Ул режиссерҙарға иркенләп ижад итеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Театр коллективы уңышын Башҡортостан Президенты ла юғары баһалай. Яңы театр бинаһы өсөн аҡса бүленә. Артистарға барлыҡ уңайлыҡтары булған грим бүлмәләре, ҙур сәхнә түңәрәге, 417 урынлыҡ тамаша залы һәм 87 урынлыҡ камера сәхнәһе булдырыла.
Милли йәштәр театры асылғандан алып артистар өҙлөкһөҙ гастролдә йөрөй. Республикабыҙҙың барлыҡ ҡала-райондарын, күрше өлкәләрҙе йыш ҡына үҙҙәренең ижад емештәре менән ҡыуандыралар. Йәштәр театры шулай уҡ Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Воронежда, Йошкар-Олала, ҡаҙанда, Саранскиҙа, Бөйөк Новгородта уҙғарылған фестивалдәрҙә көсөн һынап, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә танылыу яуланы.
Театрҙың ижади коллективында үҙ эшенең оҫталары булған актерҙар − Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Людмила Воротникова, БР-ҙың халыҡ артистары Рәмилә Сәлимгәрәева, Ольга Мусина, Вәкилә ҡалмантаева, Мәғәфүр Усманов, Линар Әхмәтвәлиев, БР-ҙың атҡаҙанған артистары Альбина Кашанова, Нәғим Нурғәлин, Зифа Дәүләтбаева, Марат Сәйфуллин, Марат ҡорбанғәлиев, Рушана Бабич, артистар Александра Комарова, Андрей Шрайнер, Гөлшат Ғайсина, Рәмзил Сәлмәнов, Зөлфәр Әхмәтов, Илгизә Ғилманова һәм театрҙа күптән түгел эш башлаған бер төркөм йәштәр бөтә көсөн биреп, дәртләнеп, илһамланып ижад итә.
Театрҙы Ринат Ишмуллин етәкләй. Башҡорт труппаһының баш режиссеры − Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов, ә рус труппаһында – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев.
Театр 22-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫҡанда йөҙҙән ашыу спектакль әҙерләп сығарҙы. Бөгөн дә тамашасыһын яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырыуын дауам итә.
Театр үҙенең төп маҡсаты итеп балаларҙы һәм йәштәрҙе матурлыҡ, изгелек һәм хозурлыҡ донъяһына әйҙәү йүнәлешен ала. Репертуарын төҙөгәндә лә ижади коллектив романтик йүнәлештән тайпылмай. Шуға ла репертуарҙа рус, сит ил классикаһы, хәҙерге заман проблемаларын яҡтыртҡан бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс пьесалар ҙур урын биләй. Н. Ғәйетбаевтың «Студенттар», Э. Ростандың «Романтиктар», А. Арбузовтың «Жестокие игры», Г. Гориндың «Чума на оба ваших дома», В. Сигаревтың «Семья вурдалака», М. Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» хәтирәһе, «Йәйәүле Мәхмүт» хикмәте, «Йәләлетдин атай» спектакле, Т. Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү» тамашаһы, «Йәнкиҫәккәйем» музыкаль комедияһы, Т. Джюдженоглуның «ҡорон» драмаһы, И. Зәйниевтың «Люстра» трагикомедияһы, А. Слаповскийҙың «Клинч», А. Островскийҙың «Доходное место», Б. Брехттың «Мамаша Кураж и ее дети» трагифарсы һ.б. төрлө жанрҙағы пьесаларҙы атап үтергә мөмкин. ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы, театр үҙенең бәләкәй тамашасылары өсөн дә ҡыҙыҡлы әкиәттәрҙе сәхнәләштерә. В. Гауфтың «Кәлиф-ҡауҙы», В. Ольшанскийҙың «Иванушкино счастье», Г. Корнелиссондың «Золушка», О. Прокловтың «Петрушка и Витязь», В. Андреевтың «Стойкий оловянный солдатик», И. Вәлиеваның «Мөхәббәт китабы», Н. Ғәйетбаевтың «Кем эшләмәй − шул ашамай», Р. Ураҡсинаның «Сыңҡылдаҡ себен» әкиәттәрендә театрҙың танылған шәхестәре лә, йәш көстәре лә уйнай.