29.11.2011 Башҡортостан Кремлде шаулатты
Кремль һарайында Башҡортостандан сыҡҡан билдәле йырсылар, бейеүселәр ҡатнашлығында концерт үтәсәге хаҡында яҙғайныҡ инде. Тыумышы менән республикабыҙға туранан-тура бәйле Рәсәй «йондоҙ»ҙары ла сығыш яһаған был тамаша сағыу бер байрамға әүерелде.
– Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ илгә һәләтле, көслө, ҡыйыу шәхестәр бирҙе, уларҙың байтағы Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һ.б. ҡалаларҙа йәшәй, – тип башланы тәбрик һүҙен БР Президенты Рөстәм Хәмитов, концертҡа килеүселәргә өндәшеп. – Бөгөн дә йәнтөйәгебеҙ гүзәллеген тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрөргә йыйҙыҡ һеҙҙе.
Мәскәүҙекеләрҙең беҙҙә намыҫлы, эшсән, заманса кешеләр йәшәүенә ышаныуы мөһим. Һеҙҙе Башҡортостанда көтөп ҡалабыҙ.
Кремль һарайына сенаторҙар, депутаттар, федераль структура етәкселәре, сит ил сауҙа дипломаттары, ғалимдар, яҙыусылар, әлбиттә, Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ – барлығы биш меңгә яҡын кеше йыйылды.
Әйткәндәй, 2012 йылдың тәүге яртыһында Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре үтәсәк. Был хаҡта Президент менән баш ҡала мэры Сергей Собянин һөйләшеп килешкән. Рөстәм Хәмитов журналистар менән әңгәмәһендә әйтеүенсә, «был күргәҙмәләр, йәрминкәләр, сауҙа, концерттар менән ҙур ваҡиға буласаҡ, бында ярты Башҡортостан киләсәк һәм Мәскәү һелкенеп торасаҡ».
А. ЗИННУРОВА.