«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Изгелек ҡылыу – һәр кемдең бурысы



26.11.2011 Изгелек ҡылыу – һәр кемдең бурысы

Изгелек ҡылыу – һәр кемдең бурысы
Ниндәйҙер сәбәптәр менән ата-әсәһеҙ ҡалған балаларҙың яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Уларға ниндәй ҙә булһа ярҙам күрһәтеү − һәр кем өсөн изгеләр­ҙән һаналған бурыс. Тәү сиратта етемдәр үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймаһын өсөн төрлө акциялар, хәйриә саралары уҙғарылып тора.
Өфө ҡалаһындағы туғыҙынсы балалар йортонда әлеге ваҡытта 47 бала тәрбиәләнә. Бында улар киләсәк тормошҡа бар яҡлап та әҙер кеше булып аяҡ баҫһын, кәрәкле һөнәргә өйрәнһен өсөн күп эш башҡарыла. Ошо көндәрҙә унда балаларҙың бөгөнгө донъяға яраҡлашыуына, уларҙың пландарын һәм идеяларын тормошҡа ашырыуға, рухи донъяларын асыуға йүнәлтелгән “Виктория” балалар фонды менән хеҙмәттәшлеккә йомғаҡлау сараһы үтте. Дүрт йыл дауамында күрһәтелгән ярҙам өсөн балалар фонд вәкилдәренә рәхмәт һүҙҙәре әйтте, үҙҙәренең ялдарын нисек ойоштороуҙары хаҡында бәйән итте. Тантаналы концертта балалар йорто тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте. Улар ара­һында әлеге көн­дә, мәктәпте тамамлап, төрлө уҡыу йорттарында белем алыусылар ҙа булды. Балалар йәйге ялдарын Тверь ҡалаһының “Ком­пью­терия”, Түбәнге Нов­го­род­та “Соколе­нок” лагерҙарында уҙғарыуҙары хаҡында ла ҙур теләк менән уртаҡлашты. Унда уҙға­рыл­ған көндәр төрлө сараларға, күңелле уйындарға һәм осрашыуҙарға бай, ҡы­ҙыҡ­лы булған.
Сарала балалар көтөп алған ваҡиға – яңыраҡ булдырылған компьютер класын асыу тантанаһы булды. Был бурыс Мәскәү ҡалаһынан килгән фонд вәкилдәренә йөкмәтелде. Тап улар балалар йортона өр-яңы дүрт компьютер алып биргән. Хәҙер балалар интернет селтәрен, яңы программаларҙы үҙләштерә ала.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр. Бөгөн бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙең изге эштәр ҡылыуын күреп үҫкән балаларҙың киләсәктә үҙҙәренең дә ҡыйын хәлгә ҡалғандарға ярҙам итәсәгенә шик юҡ.

Самат ҡОТЛОЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға