«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Һеҙ театрға йөрөйһөгөҙмө?



15.10.2011 Һеҙ театрға йөрөйһөгөҙмө?

Баш ҡалабыҙ театрҙары ошо көндәрҙә яңы миҙгелдәрен асты. Һәр көҙ сәнғәт усаҡтарынан яңы тамашалар, яңы «йондоҙ»ҙар, рух күтәренкелеге көтәбеҙ. Быйыл беҙҙе нимә менән шаҡ ҡатырыр йә көйөндөрөрҙәр икән, тип уйланып та ҡуябыҙ. Нимә генә тимәһендәр, театр − бөгөн дә республиканың да, унда йәшәүсе кешеләрҙең дә мәҙәни кимәлен, рухи байлығын билдәләүсе изге урын. Һуңғы йылдар­ҙа элекке замандағы кеүек театрҙарға тамашасылар эркелеп йөрөмәй, тип уфтанабыҙ. Ысынлап та, шулаймы икән? Шунан сығып һорау: һеҙ театрға йөрөйһөгөҙмө?

Наил ҒӘЙЕТБАЕВ, күренекле драматург, театр сәнғәте тәнҡитсеһе:
– Әлбиттә, йөрөйөм. Театрға барыу – күңел талабы ла, эшем дә ул. Миҙгел асылды, хәҙер премьералар көтәбеҙ, сөнки бар спектаклдәрҙе лә ҡарап бөткәнбеҙ. Шуныһы һәйбәт, үҙем генә түгел, ҡатыным да, балаларым да тамашаларға бик теләп бара. Һуңынан бергә ултырып спектаклде тикшерәбеҙ. ҡайһы берҙә балаларҙың ҡарашы минекенән бөтөнләй айырыла. Мәҫәлән, былтыр Милли йәштәр театрында Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта»һын заманса итеп сәхнәләштереүҙәрен тәүҙә ҡабул итмәгәйнем, балаларымдың фекеренән һуң спектаклде тағы барып ҡараным, улар күҙлегенән сығып тамаша ҡылғас, бик тә ҡыҙыҡ тойолдо. Ғөмүмән, театр эҙләнеүҙәре менән иғтибарымды йәлеп итә. Үткән йылғы премьераларҙан «Ун икенсе төн» (У. Шекспир), «Ташлама утты, Прометей!» (Мостай Кәрим) спектаклдәре лә ныҡ тәьҫир итте. Академтеатрыбыҙҙа – «Хыялый» (Салауат Әбүзәр), Туймазы театрының «Легионер»ы (Зөлфәт), салауаттарҙың «Сейәлетау»ы (Нәжиб Асанбаев) оҡшаны. Һәйбәт спектаклдәр күп. ҡарап барам, матбуғатта рецензияларым баҫылып тора. Уңыштарын да, етешһеҙлектәрен дә йәшермәй күрһәтергә тырышам.
Республика театрҙарында әҫәрҙәрем буйынса тиҫтәнән ашыу спектакль бара. Сибайҙа «Сулпан» балалар театры «Түбәтәй һәм Өфө» исемле пьесамды сәхнәләштерергә йыйына. Был әҫәр шуның менән әһәмиәтле: Мостай Кәримдең 6 − 7 йәшлек сағы сағылдырыла. Халыҡ шағиры хаҡында сәхнә әҫәренең яҙылғаны юҡ ине бит әле.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ, күренекле публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
– Филармонияға бик ҙур теләк менән йөрөйөм, сөнки йыр сәнғәтен мөкиббән китеп яратам. Ә бына драма театрҙарына бармайым. Нишләп улай ҡәтғиме? Мин Арыҫлан Мөбәрәков, Ғималетдин Минһажев, Рим Сыртланов, Зәйтүнә Бикбулатова һәм башҡаларҙың уйнағанын күреп үҫкән, уларҙың талантына таң ҡалған тамашасы булараҡ, сәхнәлә бөгөн ҡысҡырып, йүгереп йөрөүҙе аңламайым. Хатта сәхнә телен аңламай ҡаңғырып бөтәм. Бөгөн яратып, һоҡланып ҡарарҙай актерым да, актрисам да юҡ. Нишләп театрға йөрөмәүем сәбәптәрен күренекле сәхнә оҫталарына аңлатып торам. Шуныһы ҡыҙыҡ, уларҙың күбеһе минең менән килешә.

Эльмира САРАЕВА, пенсиялағы уҡытыусы. Йылайыр районының Юлдыбай ауылы:
– Ой, театрҙы яратам. Үҙебеҙҙә лә халыҡ театры ғүмер баҡый эшләп килде. Тамашаларын ҡараныҡ та, уйнаныҡ та. Профессиональ театрҙар килһә, спектаклдәрен ҡарарға һөйөнөп барабыҙ. Сибай театрына рәхмәт, юлды һыуытмайҙар, килеп торалар. Өфөләрҙең дә күңелде күтәргән саҡтары әҙ түгел. Көткәйнек тә, тик быйыл беҙҙең тарафтарҙа гастролдәре булманы, ахыры. Был тамашалар һоро тормошобоҙға йән дә өрә, биҙәк тә өҫтәй. Донъя көтәм тип, баҫылып ҡына йәшәп булмай, ана шундай спектаклдәр, тамашалар бик кәрәк. ҡала кешеләре, бәлки, тамашаларҙан туйып та китәлер, тик беҙгә бик тә танһыҡ инде. Өфөгә юлым төшкәндә мотлаҡ академтеатрға йә филармонияға барам. Нурия Ирсаеваның уйнағанын яраттым, йәштәрҙән Сәғиҙулланы үҙ күрәм. Юҡ, театрһыҙ донъя буш ул.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға