«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Яҙмыштар мозаикаһы



18.10.2011 Яҙмыштар мозаикаһы

Гөлназ Ғәлимуллинаның ”Профили” циклы телевизор ҡараусылар хөкөмөнә сыға
– Әйҙәгеҙ, “ПРОФ” һүҙен ҙур хәрефтән, ә “или”-ны бәләкәйҙән бирәйек! Был профессиональ аспектыбыҙға ишара булһын.
– Бәлки, киреһенсә? ”Про” тәүге ижеген бәләкәстән, ә икенсе өлөшөн латинса, ҙур хәрефтән ”FILE” (”feel” инглиз һүҙе – тойғо) яҙырғалыр? Ул иғтибарҙы хис-тойғоларға йүнәлтер...
Был бәхәс ”Профили” яңы проектының башбиҙәген әҙерләгән саҡта ”Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ ҡолһарина менән баш режиссер Рөстәм Аҙнабаев араһында ҡупты.
”Мәңгелек ут”, ”Мөғжизәле шар”, ”Ер һәм кешеләр” халыҡ-ара телефес­тивалдәр лауреаты, Евразия телефес­тиваленең ”Мин – кеше” социаль фильмдар конкурсы еңеүсеһе Гөлназ Ғәлимуллина документаль телеочерктар циклын башланы.
Әйткәндәй, быйыл Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 70 йыллығына бағышланған ”Мемориал – 2011” халыҡ-ара күргәҙмәһендә, уның исемдәре ҡайтарылған һалдат һәм офи­цер­ҙар тураһындағы телефильмдар циклы алтын миҙалға лайыҡ булды.
”Профили” циклында бер-береһенә оҡшамаған яҙмышлы кешеләр буласаҡ. Әммә бөтә геройҙарҙы тормошҡа ынтылыш, йәшәү өсөн көрәш берләштерә”, – ти Гөлназ Ғәлимуллина.
Бында микрофон тотоп һөйләп торған журналист, кадр артындағы аңлатмалар юҡ. Эске кисерештәр, фекерҙәр үҫеше тик монолог аша бирелә. Аралашыу герой һәм телевизор ҡараусы араһында ғына бара.
Автор инглиз телен яҡшы белеүе менән дә һоҡландырыр. Фильмдарҙың береһендә ҡатнашҡан АҡШ һәм Канада ҡунаҡтарының телмәренең тәржемәһе титрҙа ғына буласаҡ. Телевизор ҡараусыларға инглиз телен оригиналда ишетеү мөмкинлеге бирелә. Донъя кимәлендәге спортсы, үлемесле ауырыуҙы еңгән ябай уҡыу­сы, ауыр яҙмышлы етем, кеше сәләмәтлеге өсөн көрәшеүҙе ғаилә һәм карьераһынан өҫтөн күргән табип... Ошо һәм башҡалар хаҡында ”Профили” проектында ҡарарһығыҙ.
Гөлназ Ғәлимуллинаның өр-яңы проектында яҙмыш күренештәре менән танышып, уйҙар һәм хис-тойғолар ҡойонона сумырһығыҙ. Ул тор­мош­ҡа икенсе күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға