«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Кемдәр Болгарияға ғашиҡ?



04.10.2011 Кемдәр Болгарияға ғашиҡ?

Яҙыусы һәм журналист Марсель Сәлимов Болгария авторы Йордан Попов менән берлектә «Дуҫлыҡ китабы»н сығарҙы. Китап Болгария менән Башҡортостан халыҡтары араһындағы дуҫлыҡҡа арнап әҙерләнгән. Ул өс – башҡорт, рус һәм болгар телдәрендә булыуы менән ҡыҙыҡлы.
Ә иң мөһиме, Марсель Сәлимов билдәләүенсә, китап Болгария ҡыҙы Недялка Тодороваға арналған. Был ҡыҙ беҙҙең сатирик менән бишенсе синыфтан бирле хат яҙыш­ҡан булған. Йылдар үткәс, Марсель Сәлимов Болгарияға бер нисә тапҡыр барһа ла, Недялка менән осрашып-танышыу мөмкинлеген таба алмаған.
Китапты уҡыған тәүге кешеләрҙең береһе – Славян фонды, Рәсәй һәм БДБ халыҡтары дуҫлығы федерацияһы рәйесе Захари Захариев. Уның билдәләүенсә, яңы китап, яртылаш русса яҙылған булһа ла, болгарҙар ҙа аңларлыҡ итеп төҙөлгән. Болгар телендә яҙылғандар­ҙы Рәсәй халҡы ла аңлар тип ышанғы килә.
Башҡортостан менән Болгария араһындағы әллә нисәмә йылғы дуҫлыҡ артабан тағы лы нығынасаҡ. 2012 йылдың апрелендә Башҡортостанда Болгария көндәре үтәсәк. Ә инде ошо уҡ йылдың сентябре аҙаҡтарында Болгария Башҡортостан көндәрен билдәләргә иҫәп тота. Был сараларҙың бөтәһе лә Болгарияның Рәсәй – Төркиә һуғышында Рәсәй империяһы ярҙамында ирек яулауына 135 йыл тулыуға арналған.
Ә шулай ҙа ике ил араһындағы дуҫлыҡ ошо илдәрҙә йәшәгән айырым кешеләрҙең үҙ-ара ихлас бәйләнештәре, дуҫлығы, мөхәббәте менән нығына. Кем белә, бәлки, Марсель Сәлимов ағайҙың шиғырҙар яҙырға этәргән болгар ҡыҙы Недялка Тодорова менән осрашыуы Башҡортостанда үтәсәк Болгария көндәренә тура килер әле. Булмаҫ тимә: һарғайып бөткән хаттар бар, китап яҙыл­ған, инде бер осрашып күрешергә генә ҡалды!

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға