27.09.2011 Яр Саллылар беҙҙә миҙгел асты
Беҙҙең театрҙар миҙгел асмаған мәлдә лә Өфө тамашасыһы бойоғоп ултырманы. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһының татар дәүләт драма театры артистары баш ҡалабыҙ халҡын гастролдәре менән ҡыуандырҙы. Улар «Нур» театрында 14 сентябрҙән алып 19-на тиклем тамашалар ҡуйҙы.
Күршеләребеҙҙең театр торошо менән ҡыҙыҡһынып, «Нур»ға юл тоттоҡ. «ҡорт» тип аталды беҙ ҡараған комедия. Пьесаның төп геройы Хәйҙәр − үҙ-үҙенә ышанған, тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөн, эшкә бирелгәнлеге менән айырылып торған кеше. Ғүмер буйы яуапһыҙ мөхәббәтенә тоғролоҡ һаҡлаған. Бүтәндәр кеүек, байлыҡ, мөлкәт артынан ҡыуып, өс-дүрт баҡса картуф та сәсмәй. Комедияның төп конфликты ла шул картуфҡа барып тоташа. Йәнәһе лә, бер Хәйҙәрҙең генә баҡсаһына колорадо ҡуңыҙы төшмәгән. Йәнәһе лә, бөтә ауыл был яуыз ҡорттан ыҙа сиккәндә, ул бер үҙе яуыз бөжәккә ҡаршы ниндәй дарыу ҡулланырға икәнен белһә лә, быны халыҡтан йәшереп тота.
Кешенең ниндәйе генә булмай икән, тип уйлап ҡуяһың спектаклде ҡарағанда. Көлкөлө итеп ҡоролған сюжет аша артистар кеше холҡоноң әллә күпме яғын асып биреүгә өлгәшә. Йөрәктәргә инеп оялаған көнсөллөк тойғоһо әллә ниндәй ҡыҙыҡлы-ҡыҙғаныслы аҙымдарға этәрә, күптәрҙең ысын йөҙөн асып бирә. Баҡсаны баҫҡан ҡорттан түгел, тәү сиратта, күңелде кимергән яуыз көнсөллөк ҡортонан арынырға кәрәк, тигән фекерҙе еткерергә тырыша тамашасыға актерҙар. Ә колорадо ҡуңыҙынан ҡотолоу юлы күпкә ябайыраҡ − Хәйҙәр уны көн һайын иртән биҙрәгә ҡағып төшөрә.
Спектакль иғтибарҙы оҫта ҡуйылыуы менән йәлеп итте. Әлбиттә, әлеге лә баяғы көлкө артынан ҡыуыпмы, ниндәйҙер күңелгә ятмаған шаяртыуҙар ҙа булып алды. Нисәнсегә инде үҙемә, шундай юморһыҙ булмаймы икән ни, тигән һорау бирәм. Унан башҡа ла рәхәтләнеп көлөп була ла баһа. Бәлки, ауыл тормошо мәҙәктәрен күрһәткәндә, уларға ла урын булырға тейештер. Шулай ҙа...
Тәнәфестә Яр Саллы театрының баш режиссеры Фаил Ибраһимов менән дә аралашып алыу мөмкинлеге тейҙе.
− Беҙҙең театрыбыҙ бай репертуарлы. Унда һәр кемдең зауығына тап килерлек спектакль бар. Театралдар өсөн дә, беренсе тапҡыр театр тупһаһын атлап үтеүселәргә лә, йәштәр, ололар, балалар өсөн дә әҫәрҙәр ҡуябыҙ − бөтә нәмә балансланған булырға тейеш. Беҙҙең ҡалабыҙ бик ҙур, унда 500 мең кеше йәшәй, шуларҙың 200 − 300 меңе – татар-башҡорт халҡы. Потенциалыбыҙ бар. Уларға өҫтәп, рустар ҙа театрға йөрөй. Шуға ла беҙ миҙгелде ҡалабыҙҙан да сыҡмай уҙғара алыр инек. Әммә үҙ-үҙебеҙгә генә бикләнеп ятыу килешмәй, яңы киңлектәр асырға, яңы тамашасылар табырға, үҙебеҙҙе республиканан ситтә лә танытырға тейешбеҙҙер, − ти баш режиссер.
Өфө тамашасыһының йылы ҡабул итеүенә, зал тултырып килеүенә ҡарағанда, беҙҙең яҡтарға тағы ла килергә иҫәптәре бар. Быйыл улар Өфөлә өсөнсө тапҡыр, төрлө жанрҙағы алты спектакль алып килгәндәр. Һәр сәхнә әҫәренең дә үҙ тамашасыһы – балалар өсөн ҡуйылған әкиәттәргә лә, трагедияларға ла, драма, комедияларға ла тамашасы ихлас йөрөгән. Тамашаларға һыуһап киткән, ахырыһы, баш ҡала халҡы − эркелешеп сыҡҡан кешеләр араһында спектаклде хуплау һүҙҙәре татарса ғына түгел, башҡортса, русса ла байтаҡ ишетелде.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.