27.09.2011 «Милли баҡсаларыбыҙҙы кәртәләмәйек», –
ти Рустар соборы башҡарма комитеты рәйесе Владимир Самородов
Башҡортостан Президенты Р. Хәмитовтың Указына ярашлы, республикала Башҡортостан рустарының икенсе конгресын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. 30 сентябргә тәғәйенләнгән был форум Башҡортостанда иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылындағы мөһим сараларҙың береһенә әүереләсәк һәм, ғәҙәттәгесә, Аксаков байрамдары менән бер ваҡытта уҙғарыласаҡ.
Беҙҙең хәбәрсебеҙ оло сара алдынан Башҡортостан рустары соборының башҡарма комитеты рәйесе Владимир Самородов менән осрашып, әңгәмә ҡорҙо.
− Интернет тигәнең бик ҡыҙыҡ та, шул уҡ ваҡытта сетерекле лә нәмә − унда төрлө мәғлүмәт табып була. «Русская правда» сайтында ойошмағыҙ тураһында уҡығас, һеҙҙең был турала ҡарашты белге килде: улар яҙыуынса, йәнәһе, Рустар соборы төп тәғәйенләнешенә яуап бирмәй − Башҡортостандағы рустарҙың мәнфәғәтен яҡламай, ә власть йырын йырлай…
− Власть Башҡортостанда йәшәгән һәр этностың мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереү юҫығында бик күп эшләй. Эйе, беҙҙе башҡарылған эштәр ҡәнәғәтләндерәме, юҡмы − был турала күп һүҙ йөрөтөргә мөмкин, әммә шуны оноторға ярамай: театрҙар, музейҙар, хатта фольклор коллективтары, тарихи-мәҙәни үҙәктәр, байрам төрөндәге бөтә саралар ҙа муниципалитет, республика бюджеты иҫәбенә үткәрелә. Этностарҙың мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу, телдәрен өйрәнеү, традицияларын һәм йолаларын һаҡлау эшен дә власть башҡара. Татарҙарҙың съездарын, башҡорттарҙың ҡоролтайын, рустарҙың конгресын ойоштороп үткәреүҙә лә бюджет ситтә ҡалмай. Уларҙы ойоштороу комитеттары ағзалары ла власть органдарында эшләй. Мәҫәлән, икенсе Рус соборының ойоштороу комитетын БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкләй. Президент Хакимиәте етәксеһе, һаулыҡ һаҡлау министры, мәғариф министры ла уның составында. Муниципалитеттар ҙа тарихи-мәҙәни үҙәктәр менән бергә конгресҡа үҙ делегаттарын ебәрәсәк. Шуға күрә лә мин был тәңгәлдә Рус соборы менән власть органдары араһында ҡапма-ҡаршылыҡ булыуын күрмәйем. ҡайһы бер радикаль кәйефтәге кешеләр йәмәғәтселек, сәйәси йүнәлештәге ойошмамы ул йәки милли-мәҙәни берләшмәләрме − уныһы мөһим түгел, һәр ваҡыт власть менән бәхәстә йәшәргә тейеш, тип уйлаһа, был, минеңсә, бер ҙә продуктив юл түгел. Тәнҡитләүе еңел ул, ә эште башҡарыуы ҡыйын. Бына бөгөн «Берҙәм Рәсәй»ҙе һәр йәһәттән тәнҡитләйҙәр (мин ул партияла ла тормайым, коммунист та түгелмен), ә ул халыҡ, ил өсөн әҙ эш башҡарамы ни?! Спорт йүнәлешендәге, йәмәғәтселек ойошмаларында, шул иҫәптән Рустар соборында күп йылдар эшләгән кеше булараҡ, ойоштороу эшенең, алға ҡуйылған бурыстарҙы бойомға ашырыуҙың нимә икәнен яҡшы беләм. Шул асыҡ һәм аңлашыла: тормошобоҙҙо яҡшыртыр өсөн беҙҙең барыбыҙға ла берләшергә, тупланырға кәрәк. Ә беҙҙең республикала һуңғы 50 йыл буйы башҡорттар ҙа, рустар ҙа, татарҙар ҙа һәм башҡалар ҙа мәҙәни ҡаҙаныштарының уртаҡлығы менән төрлө милләт кешеләренең бер йоҙроҡҡа төйнәлеүен, берләшеүен күрһәтә. Был тәңгәлдә милли мөнәсәбәттәрҙе сәйәсиләштереү − туҙға яҙмаған эш ул.
Эйе, рустар Башҡортостанда һан яғынан күберәк. Тик был үҙебеҙҙең һан яғынан өҫтөнлөктө алға һөрөп, үҙебеҙгә әллә ниндәй артыҡ шарттар булдырыуҙы талап итергә тейешлекте аңлатмай. Рустар − урбанизацияланған халыҡ, һөҙөмтәлә улар араһында тыуым һаны түбән. Быға власть та, башҡа берәй орган да ғәйепле түгел − рустар үҙҙәре ғәйепле. Рәсәйҙә рустар совет осоронда бөтә халыҡтың 80 процентын тәшкил иткән булһа, хәҙер был күрһәткес − 79. Башҡортостанда ла был нисбәт кәмеүгә табан бара. Ни өсөн? Был йәһәттән Рустар соборы үҙ граждандарының хоҡуғын яҡламай, тип әйтеү дөрөҫ булырмы? Хәҙер Башҡортостанда һәр өсөнсө ғаилә − ҡатнаш ғаилә. Әйткәндәй, рустарҙың ҡаны башҡаларҙыҡына ҡарағанда нығыраҡ ҡатнашҡан, һәм был − иң мөһиме − уларҙың үҙҙәренең мәйеле буйынса! Был хәлдән ҡурҡырға ярамай − хәҙер бөтә донъя үҙе берләшә, йәғни глобалләшеү процесы бара.
− Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда һөр милләт, шул иҫәптән рус халҡы өсөн дә, йәғни уларҙың телен, мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса тигеҙ шарттар булдырылған, бер кемдең дә бер ниндәй ҙә хоҡуҡтары сикләнмәгән...
− Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә лә һәр халыҡҡа тигеҙ шарттар һәм мөмкинлектәр тыуҙырылған. Шулай ҙа Башҡортостанда милләт-ара климат айырылып тора: рус этносының башҡа милләттәр менән ҡушылыуы, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда, көслөрәк. Сөнки элекке Рәсәй губерналарынан рустарҙың Башҡортостанға миграцияһы көслө булған, һөҙөмтәлә рус мәҙәниәте башҡа милләттәр мәҙәниәте менән буталып бөткән. Республиканың социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының тикшеренеү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Башҡортостан рустарының, хәйер, башҡа республикаларҙа йәшәгәндәрҙең дә, менталлеге ғөмүми Рәсәй рустары менталлегенән айырыла − улар үҙҙәрен, рус булыуҙан бигерәк, россиян тип иҫәпләй. Өҫтәүенә, Башҡортостан рустары башҡа этностар менән килешеп, татыу, дуҫ йәшәү яғынан өҫтөнөрәк. Уртаҡ тарихыбыҙ барыбыҙҙы ла берләштергән һәм күп милләттәр менән һыйышып йәшәү беҙҙең йәшәү рәүешенә әйләнгән. Әгәр кемдер, Башҡортостанда власть кадрҙары составында рустар әҙерәк, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә икән, быны ла дөрөҫ итеп аңлата белеү мөһим: республиканың дөйөм халыҡ һанының яҡынса 37 процентын ғына рустар, йәғни славяндар (тағы ла әҙ генә өлөшөн украиндар, белорустар) тәшкил итеп, төрки халыҡтарҙың (башҡорттар − 27, татарҙар − 24 процент) күпселекте тәшкил итеүе тураһында ла оноторға ярамай. Кадрҙар мәсьәләһе лә ошонан сығып хәл ителә. Был йәһәттән барыһы ла тәбиғи, бер ниндәй ҙә ҡыҫыу, баҫыу тигән нимә юҡ. Рустар педагогик, техник вуздарҙа йәштәргә белем биреү юҫығында үҙ урынын тапҡан.
− Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең хоҡуғы сикләнеүгә килгәндә, тел мәсьәләһе юҫығында рустар өҫтөнлөк менән файҙалана, шулай булғас, ниндәйҙер хоҡуҡ сикләүҙәре тураһында һүҙ алып барыу ғәҙел булырмы?
− Эйе, беҙҙең илдә лә, республика ла халыҡ мәғарифында рус телен өйрәнеү мотлаҡ тип ҡабул ителгән. Әлбиттә, рус теле – халыҡ-ара аралашыу сараһы. Ғөмүмән, һәр милләт теле лә иң тәүҙә ғаиләлә өйрәнелергә тейеш, минеңсә. Сөнки бер ниҙе лә, бигерәк тә кешелек йәмғиәтен яһалма рәүештә булдырып булмай. Ғаилә − һәр нәмәнең сығанағы. Ә дәүләт сәйәсәте һәр кемдең һәм бөтә кешенең мәнфәғәтен ҡайғыртып, хәстәрләп ҡоролорға тейеш. Икенсе яҡтан, һәр кемдең дә үҙ гражданлыҡ позицияһы булырға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта уҡытыусылар араһында республика, район конкурстары үткәрелгәндә рус теле уҡытыусыларына ғына түгел, ә һәр милләт телен уҡытыусыларға ла ул конкурста ҡатнашыу буйынса тигеҙ мөмкинлек бирелә. Милли байрамдарҙы үткәреү форсаты ла һәр милләт вәкиленә бирелгән. Рустарҙың, әйтәйек, Аксаков уҡыуҙары байрамын үткәргәндә был эш айырым бер муниципалитет яуаплылығына ғына ҡалдырылмай, ә бөтә республиканың көс-тырышлығы менән ойошторола.
− Совет мәктәбендә тәрбиәләнгән, интернациональ тәрбиә алған кеше булараҡ, һеҙ үҙегеҙҙе рус тип иҫәпләйһегеҙме, әллә россиянмы?
− Минең бала сағым Стәрлетамаҡ районында үтте. Беҙҙең рустар, украиндар, сыуаштар йәшәгән ауылдар эргәһендә башҡорт, татар ауылдары юҡ тиерлек ине. Шуғалырмы ҡатнаш никах тигән күренеш булманы тиерлек. Булған хәлдә лә, бар халыҡ ғәжәпләнер ине. Ике туған апайымдың Әхмәҙиев тигән кешегә тормошҡа сығыуы бөтә тирә-яҡты хайран ҡалдырғайны. Хәҙер бит был хәл ғәҙәтигә әйләнде һәм быға аптыраған кеше лә юҡ. Минең үҙемдең ейән-ейәнсәрҙәремдең тамырҙарында ла өс-дүрт ҡан − рус, украин, белорус, татар ҡаны аға. Улар милләте буйынса кем һуң? Россиян түгелме? Шул иҫәптән телдәребеҙ уртаҡлығын ҡарайыҡ әле: башҡорт-татар телендә хәҙер рус теленән килгән һүҙҙәр күп, рус телендә лә башҡорт һүҙҙәре байтаҡ. «Айда» тигән һүҙ рус һүҙе түгел дә инде − башҡорттоң «әйҙә» һүҙенән килгән. Бындай миҫалдарҙың иге-сиге юҡ. Халыҡ йолалары ла, ғөрөф-ғәҙәттәре лә бер-береһенән үҙләштерелеп, аралашып бөткән. Шулай төрлө милләт кешеләренә һөйөнөстәрҙе лә, көйөнөстәрҙе лә уртаҡлашырға, бер-береңә ярҙам итергә яҙған булғандыр күрәһең.
Мин дә, башлыса, үҙемде рус тип иҫәпләүҙән бигерәк, россиян итеп тоям.
− Рус соборы конгресының программаһында ниҙәр ҡаралған?
− Унда ойоштороу комитетының башҡарылған эштәр тураһындағы отчеты, Уставҡа үҙгәрештәр индереү ҡаралған. Шулай уҡ башҡарма комитеттың яңы составын һайлаясаҡбыҙ. Унда йәштәрҙе индерергә кәрәк, тип уйлайым. Был сарала үткәндәрҙән сығып, һығымталар яһалырға һәм, әлбиттә, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителергә тейеш. ҡабул ителгән резолюцияларҙан сығып, республика етәкселегенә, халыҡҡа ата-бабаларыбыҙ тарафынан нигеҙ һалынған милләт-ара татыулыҡты һаҡлау һәм нығытыу буйынса мөрәжәғәт тә буласаҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, республикабыҙҙа милләт-ара ҡаршылыҡ тигән нәмә бөтөнләй булғаны юҡ һәм, минеңсә, булмаясаҡ та. Башҡа республикаларҙағы, әйтәйек, Төньяҡ Кавказдағы кеүек, Башҡортостанда рустарҙы, йә булмаһа башҡа милләт вәкилдәрен ҡыҫырыҡлау тигән нәмә төшөбөҙгә лә инеп сыҡҡаны юҡ. Милләт-ара сәйәсәт буйынса Башҡортостанда үткән Дәүләт советы ултырышында ил башлығы Дмитрий Медведев та был турала шулай тип әйтте һәм Кавказ вәкилдәре үҙҙәре лә быны таныны. Ул ғына ла түгел, Кавказ зыялыларының береһе хатта: «Төньяҡ Кавказға элекке рустарҙы кире ҡайтарыу программаһын ҡабул итергә кәрәк», − тине. Сөнки унда рус телен яҡшы белгән уҡытыусылар, вуз белгестәре етешмәй.
Яңы һайланған Рустар соборы башҡарма комитетының яңынан һайланған ағзалары ла милләт-ара татыулыҡты нығытыу юҫығындағы эште уңышлы дауам итер, тип ышанғы килә. Милли-мәҙәни ойошмаларға ҡарата минең мөнәсәбәтем иһә шулайыраҡ: Мостай Кәрим әйтмешләй, беребеҙ ҙә «милли баҡсаларыбыҙҙы кәртәләмәйек», ә ошо ойошмаларҙың барыһын да берләштергән, бер маҡсатта туплау эшен көсәйтеүсе ойошма, Ассамблеямы ул йәки Конгресмы, булдырырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта «ҙур» халыҡтарҙың да, «бәләкәйҙәр»енең дә хоҡуҡтарын сикләргә ярамай. Сөнки хәҙер «өлкән ағай», «кесе ҡусты» тигән төшөнсәләргә урын юҡ − беҙ барыбыҙ ҙа тиң.