06.09.2011 Туғандарҙың табышҡан сағы…
Cиләбе өлкәһенең Юлдаш-ҡатай ауылы үҙенең 425 йыллығын билдәләне
Балаҡатай районының Масҡары ауылын үтеүгә бараһы юл шаҡтай тарайҙы ла беҙҙе тау-урмандар араһынан алып китте. Ул Юлдаш-ҡатай тигәндәре ҡайһы яҡтараҡ икән, тиеберәк машинабыҙҙың тиҙлеген яйлатҡайныҡ ҡына, алдыбыҙҙа еңел машиналы егеттәр пәйҙә булды. ҡаршы алырға сыҡҡандар икән. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, бигерәк йәһәннәм төбәгендә икән, тинем дә уйға ҡалдым. Йәһәннәм, имеш.
Урал тауҙарының ҡосағында, юлһыҙ-ниһеҙ тигәндәй, мөйөштә урынлашһа ла, илдә барған бер генә ваҡиға ла Юлдашты ситләтеп үтмәгән. Әҙәм балаларына бөтмәҫ хәсрәттәр алып килгән ҡәһәрле һуғыштар ҙа һәр өйҙө тиерлек урап сыҡҡан. Шулай ҙа юлдаш-ҡатайҙар тормош түңкәрелештәренә бирешмәй йәшәй бирә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ауыл аяҡҡа баҫтырыла: тырыш бит беҙҙең халыҡ, ер емертеп емерелгән донъяһын ҡоршай. Ә иң ҙур бәлә алда көткән икән. Көндәрҙең береһендә тыныс ҡына йәшәп ятҡан Юлдаш бөтөнләй икенсе һулыш ала. ҡеүәтле тракторҙар, бульдозерҙар, экскаваторҙар һәм самосвалдар таштан ҡаты юл һала башлай. Ауыл халҡы быға ҡыуанып бөтә алмай. Уларҙың ауылына ла яңы тормош килә бит. Әммә был техника Юлдашҡа етте тигәндә уны урап үтә һәм меңәр йыллыҡ ҡарағайҙарҙы тамыры-ние менән ҡыйрата башлай. Аҡ сәскәләргә төрөнгән муйыл ағастары, баландар һәм башҡа ҡыуаҡлыҡтар ер менән тигеҙләнә. Халыҡ аптырап ҡала һәм тиҙҙән был ҡырағайлыҡтың сәбәбен аңлай. Баҡтиһәң, Билән ауылы янында ҙур плотина төҙөргә йыйыналар икән.
Бер мәл Юлдашҡа яҡшы кейенгән бер төркөм кеше килеп төшә. Халыҡтың, был тикмәгә түгел, бер ғилләһе барҙыр, тип шөбһәләнеүе раҫҡа сыға. Килеүселәр халыҡты магазин алдына йыя ла былай тип хәбәр итә:
– Был урында тәрән һыу һаҡлағыс буласаҡ. Шуға ла һеҙгә райондың башҡа ауылдарына күсеп китергә тура киләсәк. Өлкәндәр өсөн Яңы Юлдаш тигән яңы ауыл төҙөләсәк.
Түрәләрҙең әмере ышаныслы һәм бер ниндәй хис-тойғоһоҙ яңғырай. Гүйә, улар халыҡҡа ниндәйҙер шатлыҡлы хәбәр еткерә. Ә халыҡҡа был хәбәр «һуғыш башланған» тигән һүҙҙән дә яманыраҡ ишетелгәндәй була. Нисек инде уларҙың ауылы бөтәсәк, туғандары, ата-әсәләре һөйәктәрен һаҡлаған зыярат та һыу аҫтында ҡаласаҡмы? Ошо һәм башҡа мең төрлө һорау юлдаштарҙың мейеһен сүкей.
– Тик торғандан һыу һаҡлағыс ниңә кәрәк булды әле? Бөтәһе бер тауыштан тигәндәй шулай тип һорай.
– Свердловск ҡалаһына эсәр һыу кәрәк!
– Бығаса нимә эскәндәр һуң?
– Юҡ-бар һорауҙар менән башты ҡатырмағыҙ! – араларынан береһе халыҡҡа уҫал итеп сәнсеп ҡарап ала. – Был беҙ сығарған әмер түгел. Белгегеҙ килһә, Мәскәүҙә шулай хәл иткәндәр. Урал тауҙары аша торбалар буйлап таҙа һыу ҡыуҙырыласаҡ. Баҡтиһәң, Уралда бары Өфө йылғаһы ғына эсергә яраҡлы икән.
Тиҙҙән эш башлана. Свердловск өлкәһенең «Свердводоканалстрой» ойошмаһы Билән ауылы янында плотина, саҡ ҡына икенсе урында эшселәр өсөн ҡасаба төҙөй башлай.
Ауыл халҡы нимә эшләһен инде, хөкүмәт ҡарарына ҡаршы килеп булмай: бөтә мөлкәтен, мал-тыуарын һатып, тырым-тырағай таралыша башлай. Кемдер тыуған нигеҙе янында үкһеп илап, төйәге менән хушлаша. Һуңынан, әлбиттә, ҡайһылары ғәзиз ҡаралтыларын икенсе ергә күсереп һала. Күптәр өлкәнең Нязепетровск һәм Үрге Өфәле ҡалаларына юллана. Шулай ҙа күсеүҙән баш тартҡан бер нисә ғаилә табыла.
– Юҡ, беҙ бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ, – тип ҡаты тора, Юлдаштың һуңғы бригадиры һәм старостаһы Ишбулды Рамазанов, уның апаһы Миңлегөл менән ире Ғәйфулла Тәҡиуллиндар, урмансы Рәхимйән Йомаҙилов һәм бер нисә әбей.
Әлбиттә, ҡырҙа йәшәгәндәр ҙә тыуған ауылдарының күҙ алдында һүнә барыуына тыныс ҡына ҡарай алмай. Екатеринбург ҡалаһында йәшәүсе Әҡсән Арыҫланов нисек тә эште туҡтатыу теләге менән яна.
Ул һыу һаҡлағыс райондағы Арыҫлан ауылы янында төҙөлөүе лә ихтимал тигән һүҙҙе ишетеп ҡыуана. Ул сағында уның тыуған ауылы имен-аман ҡаласаҡ бит.
Әҡсән Екатеринбургтың төрлө кабинеттары буйлап йөрөй. Үҙенең тәҡдимен әйтә, халыҡтың үтенесен еткерә. Әммә тегеләр ҡолағына ла элмәй, уға Мәскәүҙә имза ҡуйылған документты күрһәтәләр. Плотина мотлаҡ Билән ауылы янында төҙөлөргә тейеш. Был уның тыуған нигеҙе ерендә 10 – 12 метр тәрәнлектәге яһалма диңгеҙ буласаҡ тигәнде аңлата. Әммә Әҡсән бирешергә теләмәй, ауылының киләсәге өсөн көрәшеүен дауам итә.
1985 йыл. Тыуған ауылының 400 йыллыҡ юбилейына бер йыл ғына ваҡыт ҡала.
Илдә үҙгәртеп ҡороу башлана. Асыҡлыҡ ваҡыты етә.
Әҡсән, мөмкинлектән файҙаланып, бөтөп барған ауылының оло байрамын билдәләүгә әҙерләнә башлай. «Юбилейға бөтә ауылдаштарҙы саҡырырға һәм уны йыйын тип атап, Билән ауылы янында плотина төҙөүгә ҡаршы протест белдереү акцияһына әйләндерергә. Протест резолюцияһын Свердловскиға, Силәбегә генә түгел, мотлаҡ Мәскәүҙең үҙенә алып барырға кәрәк», – тип уйлай тынғыһыҙ уҙаман.
Әҡсән Ислам улы бөтә ауылдаштарына үҙ ҡулы менән саҡырыу ҡағыҙҙары яҙып ебәрә. Әҙерлек ҡыҙа. Уның ауыл юбилейын үткәреү тураһындағы тәҡдимен иң тәүҙә бригадир Ишбулды Рамазанов хуплап сыға. 1986 йылдың йәйендә Нязепетровск районында берҙән-бер ауылда – Юлдаш-ҡатайҙа ауыл байрамы үткәрелә. Был яҡтарҙа бығаса күҙәтелмәгән хәл була был. Ә бөгөн ауыл үҙенең 425 йыллығын байрам итә.
... Машинабыҙ тар ғына юлдан әкренләп алға юрғалай, өҫкә ауып килгән урман-тауҙар араһынан берсә үргә үрмәләйбеҙ, берсә аҫҡа төшәбеҙ. Һәм бер аҙҙан беҙ Юлдаш-ҡатай ауылында инек. Туғыҙ-ун өй күҙгә ташланды. Бирерәк яңы таш йорттар күренә. Беҙҙең ҡарашыбыҙҙы һиҙеп ҡалған юлдашыбыҙ Жәүриә апай ҡәйүмова:
– Тегендә «яңы урыҫтар» килеп ояланы. Анау бер көтөү һарыҡ уларҙыҡы, тажиктарҙы көтөүсе итеп яллағандар, – тине.
– Ә үҙегеҙҙекеләр ауылға кире ҡайтырға йыйынмаймы?
– Юҡ шул, бында эш табыу мәсьәләһе ҡатмарлы.
Өфө йылғаһы (әйткәндәй, ҡариҙел түгел) буйына тирмәләр ҡуйылған, ҡаҙандарҙа аш бешә, күңелле йыр-моң ағыла. Ауылдарының байрамына ҡайҙан ғына килмәгәйнеләр. Кешеләр ҡосаҡлаша, илаша. Бер-береһен танырға самалай.
– Һин Мәстүрә апайҙың ҡыҙы түгелме? Оҡшап тораһың? Әсәйең ни хәлдә?
– Бынан бер йыл элек мәрхүмә булып ҡалды шул.
– Ғүмеркәйҙәр шулай инде, беребеҙ ҙә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ.
Ауыл байрамына Өфөнән Әсләм Арыҫланов та килгәйне. Ул «Юлдаш-Катай Нязепетровский и известные катайцы» китабын бүләккә әҙерләгән. «ҡалай һәйбәт булған, рәхмәт яуһын үҙеңә», – тип ҡаршыланы уны ауылдаштары. Ысынлап та, Әсләм Ислам улы ғәйәт ҙур һәм ҡатмарлы эш атҡарып сыҡҡан. Ауыл тарихы, билдәле ҡатайҙар тураһында ғәжәп бай мәғлүмәттәр һәм фотоматериалдар тупланған.
Байрамға килеүселәрҙең кәйефе менән ҡыҙыҡһынам. Йөҙөнән нур бөркөлөп торған инәй үҙен:
– Флүзә Рамазанова булам, – тип таныштырҙы.
– ҡайҙан килдегеҙ?
– Нисек инде ҡайҙан килдем, ошонан бер ҡайҙа ла китмәнем. Хәҙер бына 74 йәш тулды.
Ул арала беҙҙең янға оло ғына ағай яҡынлашты.
– Минең ҡартым Ишбулды була, – тип таныштырҙы уның менән әңгәмәсем. – Ауылда иң оло кеше, механизатор, бригадир ине... Әле бында бөтәһе туғыҙ кеше көн итә. Эй, бар ине Юлдаштың гөрләп торған саҡтары: 60-сы йылдарҙа мәктәп балалар тауышынан шау-гөр килде, ике смена уҡынылар. Бынау әллә ниндәй әҙәмдәр генә, Свердлауға һыу кәрәк тип, ауылды ҡорота яҙып ҡуйҙылар.
Флүзә апай менән Ишбулды ағай өс бала үҫтергән.
– Өсөһө лә ҡырға сығып китте. Ауылда эш юҡ бит, – тине улар.
Матур милли күлдәктә йөрөгән теремек инәй үҙен, Ғәлимә Ишбулатова булам, тип таныштырҙы. «Йыл да ауылыма ҡайтам, ошо байрамды ойоштороусыларға рәхмәт инде» , – тине.
Сараға Балаҡатай районының Билән ауыл вәкилдәре лә килеп еткәйне. Шулай итмәйенсә! Иң яҡын күршеләре улар бит! Тирмә ҡороп, аш-һыу бешереп, килгән ҡунаҡтарҙың күңелен күрҙе. Ә ауыл артистары, мәктәп уҡыусылары йыр-моң гөлләмәһе менән «һыйланы».
Байрам оҙаҡ дауам итте. Усаҡтар янында дәртле лә, моңһоу ҙа йырҙар алыҫтарға таралды. Бер ханым: «Туғандарҙың йыйылған сағы», – тип йырлағанда күҙ йәштәренә төйөлмәгән кеше ҡалмағандыр...
Венер ИСХАҡОВ.