«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Айһылыу»ҙа – башҡорт төркөмө



27.08.2011 «Айһылыу»ҙа – башҡорт төркөмө

Татарстандың Яр Саллы ҡалаһындағы «Айһылыу» балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асылды, тип хәбәр итә шул төбәктәге яҡташтарыбыҙ.
Был ваҡиға Яр Саллыла йәшәүсе башҡорттар өсөн генә түгел, ә Башҡортостандағы йәмәғәтселек өсөн дә әһәмиәтле. Әлеге ҡалала 13 меңдән ашыу милләттәшебеҙ көн итә. Төркөм 25 балаға иҫәпләнгән, унда тәрбиәләнеп сығыусылар­ға ҡалалағы башҡорт мәктәбендә уҡыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, башҡорт төркөмө Башҡортостан менән Татарстан араһындағы фәнни-техник, социаль һәи мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы асылды. Тантаналы байрамда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты делегацияһы башҡорт төркөмөнә музыкаль үҙәк, башҡорт телендә китаптар бүләк итте. Әле БР Мәғариф министрлығы ярҙамы менән Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында «Айһылыу»ҙағы төркөм өсөн тәрбиәселәр курсы ойоштороу мәсьәләһе хәл ителә.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: Яр Саллыла «Шоңҡар» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы эшләп килә, уның ағзалары урында башҡорт милли мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт телен өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып бара. Тап ошо ойошманың көсө менән 2004 йылда ҡалала Татарстанда тәүге башҡорт мәктәбе асыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға