20.08.2011 Дорама, аниме, манга...
Һуңғы тапҡыр ниндәй кино ҡарағанығыҙҙы иҫегеҙгә төшөрә алаһығыҙмы? Моғайын, ул Көнбайыш фильмылыр. Тағы ниндәй булһын инде? Баҙарыбыҙ уларҙың фильмдары менән шығырым тулған бит. Ғәҙәти сюжеттар, төрлө мөхәббәт өсмөйөштәре, конфликттар, егеттәрҙе йәки ҡыҙҙарҙы нисек үҙеңә ҡаратырға, һуңынан уларҙан нисек ҡотолорға, нисек бай булып китергә һәм дошмандарыңдың танауына сиртергә, нисек кешеләр башынан йөрөргә – нимә генә күрмәйһең дә, нимәгә генә өйрәнмәйһең. Һуғыш, үлтереш, туҡтауһыҙ ҡан ҡойош та – күп фильмдарҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Мейебеҙ негатив ноталарҙа бәүелеп, үҙенә шул кире күренештәрҙе һеңдерә бара, уларҙы ғәҙәти хәл итеп ҡабул итә башлай.
Йә булмаһа, телесериалдарҙы алып ҡарайыҡ. Бразилия, Мексиканыҡы булһынмы, йә үҙебеҙҙең Рәсәй сериалдарымы – 40 – 50, хатта 100 – 200 серия буйына бер сюжет линияһын һуҙалар ҙа һуҙалар. Нимәләр генә булып бөтмәй унда: төп геройҙар ниндәй генә мәкерлекте, яуызлыҡты еңеп сыҡмай, үҙҙәре лә ут бөрсәһенә әйләнеп бөтә, әллә ниндәй көстәр ярҙамында бар ҡыйынлыҡтарҙан өҫтөн булып сыға. Тик бының өсөн үҙҙәре лә шул мәкерлелектең ағыулы кәсәһенән эсергә, тормош ҡанундарын үҙенә буйһондорорға өйрәнә. Ниндәй генә жанр, ниндәй сюжет булмаһын, барыһы ла бер төрлө тамамлана, бер төрлө ҡоролған. Ялҡытып бөттө хатта.
Бер мәл миңә Япония, Корея, ҡытай фильмдары тураһында күпләп һөйләй башланылар. Тәүҙә быға көлөп кенә ҡуйһам да, бер фильмды ҡарағас, ҡыҙыҡһыныуым бермә-бер арта төштө. Икенсе булып ҡараған Корея сериалы ла («Цветочки после ягодок» тип атала ине) тәүгеһенән ҡалышманы. Күҙ алдында ниндәйҙер икенсе бер донъя асылғандай булды. ҡыҙыҡлыраҡ, сағыуыраҡ, саф һәм таҙараҡ, үҙенсәлекле юморға ҡоролған был сериал әсир итте, тип әйтһәм дә, хата булмаҫ. Ниндәйҙер яуызлыҡ, оятһыҙ мөхәббәт күренештәре, уҫаллыҡ ят булыуы менән арбағандыр ул. Һыуһағанбыҙ бит беҙ шундай саф, матур мөхәббәткә, изге хистәргә, таҙа, әммә эсте тотоп көлөрлөк көләмәс-шаяртыуҙарға.
Шуны айырып әйтеп үтергә кәрәк: беҙ ҡараған телесериалдар күбеһенсә ололарға тәғәйенләнгән, ә йәштәр өсөн фильмдарҙы, ғәҙәттә, Америка етештерә. Ә был илдең йәштәр комедияларының ниндәй булыуы бөтәбеҙгә лә мәғлүм – ниндәйҙер мәғәнә эҙләп, йә рухи аҙыҡ, берәй фәһем алыуға өмөтләнеп, ундай фильмдарға мөрәжәғәт итеп булмай. Йүнһеҙлек, оятһыҙлыҡ, яланғас тәндәр культы хөкөм һөрә унда. Үҙебеҙҙең йәштәргә тәғәйенләнгән «Барвиха» сериалы ла Көнбайыштыҡынан тамсы ла ҡалышмай. Шул уҡ идеалдар, шул уҡ ялған ҡиммәттәр. Ә был Азия фильмдары – йәштәргә тәғәйенләнгән телесериалдар. Улар үҙҙәренең матурлығы, мәғәнәлеге, сафлығы, хатта бер аҙ хыялыйлығы, бер ҡатлылығы менән айырылып тора. ҡайһы бер сюжеттарҙа, әлбиттә, арттырып та ебәрәләр. Әммә беҙгә тәржемә аша килеп еткән фильмдар һайлау үтә, шуға ла, ғәҙәттә, русса версиялары булған дорамаларҙың сифаты юғары.
Көнсығыш халыҡтары – йылмайыусан милләт. Был аңлашыла ла кеүек. Уларҙың бит хатта сериал-фильмдары ла беҙҙеке кеүек кире күренештәргә көйләмәй, бәләкәй саҡтан ошондай сафлыҡ, хыялыйлыҡ бөркөп торған, ниндәйҙер кимәлдә әкиәтте хәтерләткән фильмдарҙы ҡарап үҫәләр. Уларҙа тән культы түгел, ә матурлыҡ, сафлыҡ, йәшлек юғары баһалана.
Был фильмдар тормошҡа ыңғай ҡараш тыуҙыра, киләсәккә оптимистик күҙлектән ҡарарға өйрәтәләр. Хатта «49 көн» дорамаһында ла. Унда төп геройҙар һәләк була, әммә улар лайыҡлы, үкенмәҫлек итеп йәшәргә, туғандарыңды һәм яҡындарыңды яратырға, үҙеңдән һуң изгелек ҡалдырырға өйрәтә.
Бындай фильмдарға ғашиҡ кешеләр бик күп булып сыҡты. «Вконтакте» сайтында ғына ла Азия фильмдарын яратыусыларҙың әллә нисәмә төркөмө бар, унда меңәрләгән кеше иҫәпләнә. Кино донъяһындағы яңылыҡтар менән бүлешеп, фекер алышып тора ҡыҙыҡһыныусылар. Был сайттарға килеп ингәс, фильмдарҙың дорама тигән төрө лә барлығын белдем. Һеҙҙе лә тап шул сериал төрө менән таныштырып үткем килә. Аниме сәнғәте менән бөтәбеҙ ҙә таныш инде. Манга тураһында ла ишеткәнебеҙ бар. Манга – Япония комикстары, күп осраҡта тап улар буйынса аниме төшөрөлә. Аниме үҙенә күрә бер йәнһүрәт һымаҡ. Ул Японияла 1917 йылда уҡ барлыҡҡа килгән. Тик, йәнһүрәттәрҙән айырмалы рәүештә, уның аудиторияһы балалар ғына түгел, йәштәр, хатта ололар ҙа. Улар, телесериал һымаҡ, бер нисә сериянан тора. Дорамалар тип, башлыса, тап шул аниме һәм манга нигеҙендә төшөрөлгән сериалдарҙы атайҙар. Әммә уларҙың үҙ аллы әҫәрҙәр булыуы ла мөмкин.
Дорамалар, ғәҙәттә, 10 – 14 сериянан тора. Серияларҙың һаны Японияла телевизион йылдың миҙгелдәргә бүленеүенә бәйле. Һәр серия бер сәғәт тирәһе бара. Сериалдың үҙенең логик тамамланышы бар, әммә ҡайһы осраҡта уларҙың дауамын да төшөрәләр.
Дорамалар төрлө темаларҙы үҙ эсенә ала – комедия, спорт тураһында сериалдар, детектив, тарихи сериалдар һ.б. кино төрҙәре. Әммә иң киң таралғаны, әлбиттә, романтика, мөхәббәт темаһы.
Дорамаларҙы, ғәҙәттә, ҡыҙҙар үҙ итә, әммә егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа яратып ҡарай торған мәктәп тормошо («Gokusen», «GTO», «Dragon Zakura»), спорт («Water boys», «H2») тураһындағы сериалдар, социаль комедиялар («Densha Otoko») ҙа бар.
Төрлө илдең дорамалары бер-береһенән бер ни тиклем айырыла ла. Иң күңелгә ятҡаны – Корея сериалдары. Улар айырыуса яҡты, тормошҡа һөйөү уятыусан булыуы менән күңелде арбай. Шулай ҙа күптәр Япония сериалдарына өҫтөнлөк бирә.
Дорамалар тураһында күп һөйләп тороуҙан мәғәнә юҡ, уларҙы ҡарарға кәрәк. ҡарарға ла, йә ғашиҡ булырға, йә әкиәт был, тип йөҙ борорға. Уныһы инде һинән тора, тамашасы. Миңә ҡалһа, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәүсе был фильмдарҙа һәр кем үҙенә нимәлер таба ала.
Был сериалдар әллә ниндәй донъя проблемаларын хәл итмәй, ябай, хатта әкиәти донъя ла һымаҡ. Шуға ла донъяның ҡырыҫлығына, Көнбайыш стандарттарына өйрәнгән кеше бындай тойғоларҙы, сентименталлекте тәү ҡарашҡа бөтөнләй ҡабул итмәҫкә мөмкин. Әммә уларҙың донъяға ҡарашы, ҡиммәттәре бүтән икәнен аңларға һәм ҡабул итергә кәрәк. Бөтә стереотип һәм скептик ҡараштарҙан ҡотолоп, шул донъяға инеп сумырға. Һәм үҙеңде өләсәһенең әкиәттәрен тыңлап ултырған сабый итеп тойорға.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.