«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Йәшлектә йәшен йәшнәтеп йәшәһен йәштәр!



02.08.2011 Йәшлектә йәшен йәшнәтеп йәшәһен йәштәр!

Баймаҡ районының Граф күле буйында шаулап-гөрләп Башҡорт йәштәре көндәре үтте
Йәшлектә йәшен йәшнәтеп йәшәһен йәштәр!Тәбиғәт ҡосағында күңелле ял итеү өсөн нимә кәрәк? Әлбиттә, яҡшы кәйеф, сыуаҡ көн һәм дуҫтар. Ошо өс тағанға таянып, палатка, ҡаҙан йөкмәгән, гитара, туп менән ҡоралланған дәртле, әүҙем йәштәр йома иртәһенән Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы эргәһендә урынлашҡан Граф күле буйына ағыла башланы. Июлдең иң һуңғы шәмбеһендә көн болотлап, ана илайым, бына түгеләм, тип инәлтеп торғандан һуң, таң менән йәшенле ямғырын ҡойҙо ла, шуның менән мөрхәтһенеп, асылып китте.
Үлән һыуланып, бесәнселәрҙең эш планы боҙол­ғас, яҡын тирәлә йәшәгәндәре байрамға килеп етте: «Башҡорт йәштәре көндәре иң ҡыҙыу эш ваҡытында үткәрелгәнгә, ҡатнаша алмаҫбыҙ, тип бошонғайныҡ, ҡалай һәйбәт булды әле». Шулай ҙа, ҡайһы бер бесәнселәрҙең килеүенә ҡарамаҫтан, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, быйыл егерменсе тапҡыр ойошторолған йәштәр көндәрендә халыҡ аҙыраҡ булды. Бының сәбәбе сараның, ғәҙәттәгесә, июндә түгел, июлдә үткәрелеп, бесән мәленә тура килеүендә генә түгел, күптәрҙең уның хаҡында хәбәрҙар булмауында ла, ахыры («Йәшлек»те алдырып уҡымау бына нимәгә килтерә!). Йәштәрҙең Граф күле буйындағы йыйыны хаҡында һуңлап ишеткәндәр былай ҙа терһәктәрен тешләрҙәй булғандыр инде. Шуға ла сей яраға тоҙ һипмәҫ өсөн артыҡ шаштырмай ғына, нисек булды, шул килеш яҙабыҙ. Юғиһә, журналистар гел «күпертә», тип йөҙөбөҙҙән алалар. Бер ҙә күпертмәйбеҙ. Әгәр ҙә, мәҫәлән, Башҡорт йәштәре иттифағы республикабыҙҙың Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә байрам күңелле генә түгел, файҙалы ла үтһен өсөн бар көстәрен һалды икән, тап шулай булды, тип яҡтыртабыҙ ҙа.
Башҡортостанда милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған сарала төрлө конкурстар, бәйгеләр үттеме? Үтте! Ярыштарҙа ҡатнашыр­ға теләүселәр штабҡа барып, алдан уҡ яҙылып ҡуйҙы ла, тоҡ менән дә һуғыштылар, ҡолғаға ла менделәр, туп та типтеләр. ҡайһы бер гүзәл заттар, нишләп тоҡ кейеп ярышыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, көйәнтә менән һыу ташыу кеүек ярыштар булманы икән, ана шунда мин юғары класс күрһәтер инем, тип зарланһа ла, ташып барған артыҡ энергияларын кистән таңғаса барған дискотекаларҙа сығарҙы. Футболға әүрәгән егеттәр, ҡояш батҡансы уйнап, аҙаҡ тирҙәрен майкаларына һөртә-һөртә, бәй, бөгөн тағы ла берәй нәмә булдымы ни, тип ихлас аптыраны. Улар өсөн йәштәр көндәре футбол яланы менән сикләнә яҙҙы. Әлдә, ҡараңғы төшкәс, төрлө артистар­ҙың сығышын күреп, хушһындылар.
ҡыҙыу барған милли көрәштә ҡатнашырға береһенән-бере көслөрәк, таһыллыраҡ батырҙар сыҡты. Көрәшселәрҙең һәр береһе көйәрмәндәр иғтибарына лайыҡ булды, өйрәтеүселәр айырыуса күп ине: ҡайҙа баҫырға, биленән ҡайһылай тоторға, нисек алып бәрергә – белмәгән нәмәләре юҡ үҙҙәренең (нисек кенә көрәшергә сыҡмай түҙәләрҙер?). Йәшлектә йәшен йәшнәтеп йәшәһен йәштәр!Байтаҡ ваҡыт үткәс, майҙан уртаһында, ниһайәт, манма тиргә батҡан бер генә батыр ҡалды. ҡыҙҙарҙы «аһ» иттергән ошо егет, Йылайыр районынан Айҙар Байсурин, абсолют еңеүсе тип танылды ла инде. Ул, төп бүләкте – тәкәне елкәһенә һалып, үҙҙәренең палаткалары янына килгәс кенә көрәшсе менән аралашырға форсат тыуҙы. БДУ-ның Сибай институты студенты бишенсе синыфтан алып көрәшә икән. Беренсе тренеры Миңлеғәле ҡолһарин булһа, һуңынан Руслан Бикембәтовта, Геннадий Полькола шөғөлләнгән. Улар үҙҙәренең тәрбиәләнеүсеһе менән ғорурлана ала – Айҙар майҙанда еңелеү белмәй. Сере ябай, имеш: бының өсөн ни бары көс, тиҙлек һәм эске ныҡлыҡ кәрәк. Тик уларҙы булдырыр өсөн күпме шөғөлләнергә кәрәклеге тураһында егет өндәшмәне. Хәйер, былай ҙа билдәле – ете ҡат тирең түкмәйенсә, бер еңеү алмаһын өҙөп ашармын тимә.
Спортсылар дәррәү ярышҡан ваҡытта шым ғына тирмәләр конкурсы ла үтте. Унда өс кенә тирмә ҡатнашып, призлы урындарҙы үҙ-ара бүлеште: беренсе урын – баймаҡтар­ҙа, икенсеһе – әбйәлилдәрҙә, өсөнсөһө – бөрйәндәрҙә. «Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында» булған­ға, хужалар беренселеккә сыҡҡан, тип уйламағыҙ. Сөнки уларҙың, беренсенән, табыны хайран итһә (баймаҡтар ҡамыр ризыҡтарының – алтмыш, һөт ризыҡтарының ун биш төрөн килтергән), икенсенән, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу йолаһы ла күркәм ине, унан тыш, кәсепселек өлгөләре лә яҡшы күрһәтелгәйне. Әбйәлилдәр ҙә илленән ашыу төр ризыҡ килтереп, башҡорттарҙың милли аш-һыуын бар тулылығында күрһәтергә тырышты. Бөрйәндәр иһә кейеҙҙәренең күплеге, төрлөлөгө менән жюри ағзаларынан маҡтау һүҙҙәре ишетте.
– Мин бешеренергә яратам, шуға ла ихласлап Баймаҡ районы оҫтабикәләренең аш-һыуынан ауыҙ иттем, – тип, Белорет районынан килгән Фәниә Харисова тәьҫораттары менән бүлеште. – Ғөмүмән, тәбиғәт ҡосағында күңелле ял итеү, эскелектең булмауы, яңы танышлыҡтар булдырыу миңә ныҡ оҡшаны. Киләһе йыл да ошондай сараға барырға тырышасаҡмын. Юғиһә күп ваҡыт беҙ донъя мәшәҡәттәренән арына алмайбыҙ, ә бит ғүмер бер генә...

Тәүҙә – эш, шунан – байрам

Гел уйын-көлкөгә ҡоролманы йәштәр көндәре. Унда, мәҫәлән, журналистар башҡорт баҫмаларының киләсәген күҙаллап, заман менән бергә атлау мөмкинлектәрен барланы. Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов фекеренсә, гәзиттәрҙең үҙ профессиональ видеосайты, видеоархивы булырға тейеш: «Республика баҫмаларының киләсәге – тап ошо форматта. Мәғлүмәт алыр­ға журналист менән фотохәбәрсе генә түгел, ә видеосюжетты әҙерләгән оператор ҙа барасаҡ. Үҙ сайты булған, яңылыҡты оператив рәүештә яҡтыртҡан һәм күрһәткән баҫмалар ғына телевидение, радио менән ярыша аласаҡ, популяр буласаҡ». Әлеге ваҡытта гәзит-журналдарға почта аша ғына яҙылырға мөмкин, ә киләсәктә сайты булған баҫманы интернет аша ла «алдырасаҡбыҙ». Әйтәйек, кеҫә телефоны булған һәр кем ҡайҙа ғына булһа ла ярат­ҡан гәзитен, журналын теләгән ваҡытта уҡый аласаҡ.
Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүсе йәштәр өсөн бизнес-тренингты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов, комитеттың эшҡыуарҙар менән эшләү комиссияһы рәйесе Иршат Аҫылғужин үткәрҙе. «Иҡтисади баҙар­ҙа буш урындар юҡ, тиеү дөрөҫ түгел, сөнки тормош алға бара һәм үҙ эшеңде теләгән ваҡытта аса алаһың», – тигән фекер йүнселдәр­ҙең күңеленә хуш килде. Ә иң мөһиме, ҡоролтай үҙ эшен асырға теләүселәргә документтарҙы дөрөҫ тултырырға ярҙам итмәксе, төрлө кәртәләрҙе нисек йырып үтергә өйрәтмәксе.
Башҡорт йәштәре көндәрендә беренсе тапҡыр ҡатнашҡан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов, йәштәр – милләт киләсәге, алға этәргес көс, энергия сығанағы, тормош – улар ҡулында, тип билдәләне: «Бөгөн улар традицияларҙы ихтирам итә, берҙәм, дуҫ икән, татыу­лыҡтың бар нәмәгә нигеҙ булып тороуын аңлай икән, тимәк, илебеҙҙең киләсәге өсөн борсолмаҫҡа ла була».
БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин йәштәр менән яҡындан аралашҡанында, форсаттан файҙаланып, барыһын да Башҡортостан Республи­каһында йәштәр сәйәсәтен үҫтереү программаһының проектын тикшереүҙә ҡатнашырға саҡырҙы. Был проект менән «Йәштәр сәйәсәте» бүлегендә танышырға мөмкин (www.mmpsrb.ru һәм http://vkontakte.ru/mmpsrb)

Бөртөк кенә булмаһын бөркөттәр

Йәшлектә йәшен йәшнәтеп йәшәһен йәштәр!«Урал бөркөтө» бәйгеһен тамаша ҡылыр­ға, башлыса, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ йыйылды. Аҫыл ир затын, исмаһам, сәхнәлә булһа ла күреп ҡалайыҡ, улар ниндәйерәк була икән, тип көлөшкән ҡыҙҙар үҙҙәре янында өйрөлгән күркәм сифаттарға эйә булған егеттәрҙе күрмәйме икән әллә? Сәхнәгә сығыусылар ҙа күктән төшмәгән, айырым шарттарҙа үҫеп-тәрбиәләнмәгән – үҙебеҙҙең арала ҡайнаған, аралашыуҙа ябай, һәләтле егеттәр. Әйтәйек, халҡым, тип йән атҡан Инвир Хисаметдинов Силәбе башҡорттарын туплауға үҙ өлөшөн индерә, урындағы ҡоролтай, Башҡорт йәштәре иттифағы уҙғарған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Йыр йырлап, таш атып, конкурстың башҡа һынауҙарында һис һынатмаған егет лайыҡлы рәүештә «Урал бөркөтө» титулын яуланы. Былтыр «Байыҡ» конкурсында гран-при яулап, конкурста ла тамашасыларға «Генерал Игзаков» бейеүен бүләк иткән Илдар Сабитов иһә Магнитогорскиҙа университетта инженерға уҡый. Был уға «Йәшлек» ансамбле составында бейергә лә, ҡурайҙа уйнарға ла ҡамасауламай. Һомғол, сибәр егет үксәһенән осҡон сәсрәтеп ҡаш һикерткәндә ҡыҙҙар йөрәктәренә йәбеште: «Йөрөгән ҡыҙы бармы икән?!». Әбйәлил егете икенсе урынға лайыҡ булды, тигәс, улар, әлбиттә, ризаһыҙлыҡ белдерҙе, күңелдәрендә күптән Илдарға беренселекте биргәйнеләр, ахыры. «Холҡом – күркәм, ҡояш кеүек балҡып торам», – тип үҙе менән таныштырған, мәргәнлектә бер кемгә ал бирмәгән Бөрйән батыры Илшат Ғазинға өсөнсө урын тәтене. Башҡортса ауыҙ тултырып һөйләшкән БДУ-ның Сибай институты студенты Виталий Колесников Рухлы егет номинацияһында билдәләнде. Һирәк яңғыраған башҡорт халыҡ йыры «ҡара ат»ты башҡарған Баймаҡ егете Иҙел Аралбаев Отҡор егет исемен алды, ә Хәбир Аралбаев иң Етеҙ егет булып сыҡты.
Сәхнәне бер иткән «Урал бөркөттәре»н Хәйҙәр Тапаҡов «Уралым бөртөктәре» тип атаны:
– Ата-әсә кескәй генә улдарын балалар баҡсаһына алып барып, ҡатын-ҡыҙ ҡулына тапшыра, унан һуң башланғыс синыфтарҙа ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы эстафетаны ала, аҙаҡ та гел ҡатын-ҡыҙҙар уҡыта, түңәрәктәргә етәкселек итә. Атайҙар улдарына ваҡытты йә бүлергә теләмәй, йә форсат тапмай, һәм ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһендә генә үҫкән ир балалар көсһөҙ зат сифаттарына эйә була бара: ни үҙ аллы ҡарар ҡабул итә белмәйҙәр, ни иңдәренә яуаплылыҡ алырға теләмәйҙәр...
Аҡыллыға – ишара, тигәндәй, был юҫыҡта һәр кемгә уйланырға урын бар. Әйткәндәй, аҫыл ир затын аҙаҡ сәхнәлә күрергә түгел, музейҙа эҙләргә тура килмәһен. Йөрөрбөҙ шунан терһәкте тешләрҙәй булып, ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ, Уралым бөркөттәре, тип мөңрәп йырлап.

«Йәштәр көндәре һылыуҡайы» конкурсы

Йәшлектә йәшен йәшнәтеп йәшәһен йәштәр!«Йәштәр көндәренең һылыуҡайы» исемле конкурста ҡатнашыусы ҡыҙҙар, ғәҙәттәгесә, йыр-моң, матурлыҡ-һомғоллоҡ һәм, әлбиттә, отҡорлоҡта көс һынашты. Башҡа йылдарҙа нисек булғандыр, әммә быйылғы бәйгелә ҡатнашыусылар бик аҙ булды; күрәһең, бының сәбәптәрен ойоштороу эштәренең тейешле кимәлдә алып барылмауынан, сара үтәсәге хаҡында киң матбуғат сараларында алдан яҡтыртылмауынан эҙләргә кәрәктер. Әллә, ниһайәт, халҡымдың ҡыҙҙары бындай сибәрлек-һомғоллоҡ бәйгеләренән ялҡып, әҙәп, әхлаҡ, ғаилә ҡиммәттәренә, иманлылыҡҡа йөҙ менән боролдомо икән? ҡайһылай булһа ла, бәйге үҙ яйы менән талғын ғына аҙағына килеп етте, жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләне, бер ыңғайҙан төрлө номинацияларҙа дипломанттарҙы атап үтте. Шулай итеп, 1-се урынды – Стәрлетамаҡ ҡыҙы Фида­лия Хәсәнова, икенсене – Баймаҡтан Зәлиә Бәхтиева, өсөнсөнө Әбйәлилдән Юлиә Рәхмәтуллина яуланы. Тамашасылар һөйөүе номинацияһында Баймаҡ районы ҡыҙы Яҙгөл Зөбәйҙуллина атап үтелһә, Бөрйән районынан Миләүшә Исламғолова – «Иң шәп бейеүсе ҡыҙ», Сибайҙан Эльвира Ялаева – «Иң һәләтле ҡыҙ», Йылайыр районынан Гүзәл ҡарабашева «Иң сая ҡыҙ» тип табылды.

Бер мискә балға – бер ҡалаҡ дегет...

Йәшлектә йәшен йәшнәтеп йәшәһен йәштәр!Халыҡ алдында шат һәм тапҡыр булып күренер өсөн нимә эшләргә кәрәк? Дөрөҫ ‒– кендек, билдән түбән урындар тирәһендәрәк шаярыуҙарҙы күберәк һөйләргә кәрәк. Минеңсә, Башҡорт йәштәре көндәрендә ШТК (Шат һәм Тапҡырҙар Клубы) командалары тап ошондай девиз аҫтында сығыш яһарға һүҙ ҡуйышҡандыр һымаҡ. Бер ҡалаҡ дегет бер мискә балды боҙа, тигәндәй, ара-тирә ысҡындырылған әҙәп­һеҙ шаяртыуҙар барлыҡ ыңғай тәьҫораттарҙы ла юҡҡа сығара шул. Кемдең бананы ҙур кеүек һүҙҙәрҙе ишетмәмешкә һалышһаң да, үҫеп еткән ҡыҙҙы егет кешенең алдына һалып, уның осаһына сәпәкләүен нисек аңларға?! Бына ошолайыраҡ ҡыланырға кәрәк, тип бар халыҡҡа юғары трибунанан йүнәлеш күрһәтеү бит был? Бәлки, артыҡ суфыйланып китәмдер, йәштәр хәҙер шулайыраҡ, әсе-сөсөһөнә бик иғтибар бирмәй шаярталарҙыр, тип уйлап, үҙемде тынысландырып ҡараһам да, килеп сыҡмай бит... Булмаған беҙҙең халыҡта ундай әҙәпһеҙ шаяртыуҙар, енси темаларға ымлауҙар, ипһеҙ ҡыланыу! Әйҙәгеҙ, артабан бындай әҙәпһеҙ шаяртыуҙарға юл ҡуймайыҡ. Булмаймы шул, уйын сиктәрендә булһа ла, әҙәбиәтебеҙ, сәнғәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ донъяһына бәйле интеллектуаль һорауҙар, мәсьәләләр уйлап сығарып, бер-беребеҙҙе ысын күңелдән шатландырырға?
ШТК уйынында 1-се урынды Өфөнөң «Һупайлы дәрүиштәре» командаһы яуланы.
Йәшлектә йәшен йәшнәтеп йәшәһен йәштәр!ҡояш байыуға яҡынлашҡанда, Башҡорт йәштәре көндәренең төп саралары тамамланғайны. Алда – «Дәрүишхан» төркөмө солисы Дим Мәннәнов иҫтәлегенә бағышланған ҙур концерт. Унда ярайһы уҡ ҡыҙыҡлы сығыш яһаусыларҙың исемдәре яңғыраһа ла, ҡалмаҫҡа булдым. Ни өсөн, тиһегеҙме?
Көн оҙоно барған сарала иҫерткес эсемлектәр һатылманы, Башҡорт йәштәре иттифағы патрулдәре килгән кешеләрҙе бар хәленсә тикшереп, һәр береһен араҡы-фәлән алып инмәҫкә өгөтләп торҙо. Төнгә ҡарай «градуслы» егеттәр күренә башлағас, яҡшы тәьҫораттарым осоп бөтмәҫ борон тип, ҡайтыу яғына ыңғайланым.
Ғөмүмән, бындай киң масштаблы байрам саралары кәрәкме икән халҡым йәштәренә, тигән уйҙар сыуалышты башымда. Байрам, тиһәң, барыһы ла һикереп төшөп ҡыуаныша инде ул былай. Әммә, үкенескә күрә, байрам килә лә китә, ә эшһеҙлек, йортһоҙлоҡ, белемһеҙлек (махсус урта һәм юғары педагогик белемде иҫәпкә алмағанда, әлбиттә) кеүек «лек»тәр тороп ҡала; ана шуларын хәл итеү сараларына иғтибарҙы көсәйткәндә, ҡалайыраҡ булыр ине икән, йәмәғәт?


Йәшлектә йәшен йәшнәтеп йәшәһен йәштәр!Силәбе өлкәһенән килгән был ике ҡытай егете, күрәһең, кәләш күҙләй: тегеләй-былай үткән ҡыҙҙарҙы эй ҡарайҙар, эй ҡарайҙар. ҡытайҙа ирҙәр күберәк, ҡатын-ҡыҙ байтаҡҡа әҙерәк, шуға ла кәләш табыу ҙур проблема булып тора, тиҙәр. Ике бала тапһаң, береһенә генә паспорт бирелә, икенсеһе ысын мәғәнәлә «закондан тыш» булып килеп сыға, тип тә ишеткәнем бар. Тағы ла, был демографик проблеманы хәл итер өсөн, сит илгә сығып, икенсе милләт ҡыҙҙарының башын әйләндерә алған егеттәренә ҡытай хөкүмәте 50 мең доллар аҡса бүлә, имеш.
Үҙемде борсоған һорауҙарҙы ҡытай егеттәре Ален Һәм Омьенды оҙатып йөрөгән Юлиәгә еткергәс, Ален (фотола – һул яҡта) былай тип яуапланы:
– Мөхәббәт булһа, аҡса-фәләненә ҡарап тормайһың, өйләнәһең дә ҡуяһың инде ул.
Шулай шул: мөхәббәт булһа, өҫтәп аҡса биреүҙәренә ҡарап тормайһың инде.


Йәшлектә йәшен йәшнәтеп йәшәһен йәштәр!Үҙен Азамат тип таныштырған Асҡар ауылы егете Баймаҡ еренә ят һөнәр – фейс-арт менән таныштырыу өсөн килгән. Мәҫәлән, оҫта һине ҡаршыһына ултыртып алып, бер талай үҙеңә текләп ҡарап торғандан һуң, фейсыңа, йәғни битеңә, һүрәт төшөрә башлай. Күҙ алдымда бер егеттең йөҙөн ацтек индеецтарының һөжүмгә барғандағы маскаһы кеүегерәк итеп сыбарлағас, ҡыҙыҡ күреп, янына барҙым.
– Магнитогорскиҙа худграфты тамамланым, хәҙер ошо кәсеп менән шөғөлләнәм. Буяуҙар тиҙ йыуыла, тирегә зарар килтермәй торған тәбиғи компоненттарҙан эшләнә.
– Фейс-арт үҙенә ҡыҙыҡһыныу уятамы?
– Бында, күреүегеҙсә, артыҡ ҡыҙыҡһыныусылар юҡ. Беҙҙең халыҡҡа ят күренә был сәнғәт төрө. Ә бына Магнитогорск ҡалаһында һәр ҡала байрамында ла ҡатнашам, унда фейс-артты яраталар, уға һорау ҙур.
Шулай ҙа Азаматтың кәсебе Башҡортостан йәштәре көндәрендә лә «хут алды», буғай – биттәренә, түштәренә Башҡортостан флагы, ҡурай, йә булмаһа, хохлома биҙәктәре эшләтеп алған ҡыҙҙар һәм егеттәр күбәйҙе.

Баныу ҡАһАРМАНОВА,
Илшат ҡАНСУРИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға