«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » ТАБАНДАРЫН ӨТТӨ ЭЙЕК ТАШЫ, ЙӨРӘКТӘРЕ ОСҠОН СӘСРӘТТЕ



26.07.2011 ТАБАНДАРЫН ӨТТӨ ЭЙЕК ТАШЫ, ЙӨРӘКТӘРЕ ОСҠОН СӘСРӘТТЕ

Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығы янындағы лагерҙа «Байыҡ» республика башҡорт бейеүе конкурсының гала-концерты үтте
ТАБАНДАРЫН ӨТТӨ ЭЙЕК ТАШЫ, ЙӨРӘКТӘРЕ ОСҠОН СӘСРӘТТЕМораҙым тарлауығының мәғрур ҡаяларына һуғылып, меңәр йылдар буйы ярһып аҡҡан Оло Эйек йылғаһы уҙған ял көндәре үҙенең көслө тауышын әкренәйтә төштө. Хатта уның ағышы ла туҡтап ҡалғандай тойолдо. Шулай булмай ни, бында, Күгәрсен районының «Урман әкиәте» ял лагеры базаһына, балалар араһында ойошторол­ған «Байыҡ» республика башҡорт бейеүе конкурсының гала-концертында ҡатнашыу өсөн Башҡор­тостандың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан йөҙәрләгән йәш бәйгесе йыйылғайны. ҡыҫҡа ғына ваҡытта абруйы ярайһы ғына киң таралған бәйгегә шулай уҡ Чечен, ҡабарҙы-Балҡар Республика­ларынан, Тверь өлкәһенән, ҡаҙағстандан да бихисап бәйгесе килде. Шул ҡәҙәр ерҙән йыйыл­ған дәртле балаларҙың табан аҫтарынан ут сәсрәтеп бейеүенә күҙ ҙә һалмай, нисек ағып ятмаҡ кәрәк был ваҡытта?!
Бәйгеселәрҙе ҡотларға ашҡынып Башҡортостан Республикаһы Прези­денты Рөстәм Хәмитов та килгәйне.
– Балалар тураһында хәстәрлек күрмәгән дәүләттең киләсәге юҡ, – тип башланы һүҙен Рөстәм Зәки улы. – Был йәһәттән беҙҙең республикала аныҡ эштәр башҡарыла. Бөгөнгө күркәм сара ла ошоноң асыҡ миҫалы булып тора. Оло йәштәге бейеүселәр өсөн ойошторолған «Байыҡ» телевизион конкурсы бөгөн дәүләт масштабындағы сараға әйләнде. Һәләтле балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе үҙенә йәлеп итә алған был конкурс та матур бер традицияға әйләнер, моғайын. Ә бының өсөн ышаныслы ерлек бар. Байрам, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, йөҙәрләгән баланы һәм үҫмерҙе үҙенә туплаған. Уларҙың барыһы ла, бәлки, киләсәктә артист та булып китмәҫ, ләкин бөгөн уларҙың күңелдәренә төшкән матурлыҡ орлоҡтары яҡын арала үҙ емештәрен бирәсәк. Шуға күрә лә бындай бәйгеләр­ҙең үткәрелеүе беҙҙең өсөн ифрат мөһим. Барлыҡ бейеүселәргә лә һәм уларҙың етәкселәренә лә уңыштар, ә тамашасыларға матур ял теләйем.
ТАБАНДАРЫН ӨТТӨ ЭЙЕК ТАШЫ, ЙӨРӘКТӘРЕ ОСҠОН СӘСРӘТТЕКонкурстың бер нисә төркөмгә бүленеп үткәрелеүе баһалама комиссияһы тарафынан уңышлы тип табылды. Беренсе өлөштә бейеүселәр халҡыбыҙҙың арҙаҡлы сәсәндәрен, милли аштарыбыҙҙы, тыуған илебеҙҙе данлаған бейеүҙәрҙе башҡарҙы. Әбйәлил районының «Алтынай» бейеү ансамбленең «Урал киңлегендә» тип аталған фольклор күренеше, Белорет районының «Асы» шифаханаһынан килгән Айназ Низаметдиновтың ҡарас сәсәнгә бағышланған сығышы, Сибай ҡалаһының йәш таланты Әмилә Ғөбәйҙуллинаның «Бишбармаҡ» бейеүе тамашасылар күңеленә айырыуса хуш килде.
ТАБАНДАРЫН ӨТТӨ ЭЙЕК ТАШЫ, ЙӨРӘКТӘРЕ ОСҠОН СӘСРӘТТЕКешеләр күңелендә рух, һөйөү кеүек хистәр тәрбиәләүсе бейеүҙәрҙе лә бәйгеселәр оҫта итеп сәхнәләштереүгә иреште. Бында бигерәк тә Благовар районынан Индира Сибәғәтуллина башҡарыуында «Заһиҙә» бейеүе тамашасыларҙы тәүге минуттан уҡ арбаны ла ҡуйҙы. Рәмзил Айытҡоловтың Байыҡ сәсәнде данлаған сығышы ла ҙур уңышҡа өлгәште. Парлы башҡарыусылар номинацияһында Әлшәй районынан килгән Камила Ғөбәйева менән Линар Насибуллин «ҡороҡсолар» бейеүен халыҡ хөкөмөнә сығарҙы.
Халҡыбыҙ борон-борондан әрме хеҙмәтенә үтә етди ҡараған. Шуға ла, Рәсәй именлеген һаҡлап, ата-олатайҙарыбыҙ тиңһеҙ батырлыҡ күрһәткән, үҙҙәренең исемдәрен илебеҙҙең хәрби тарихына алтын хәрефтәр менән яҙып ҡалдырған. Ошо батырҙарҙы данлаусы «Һалдат маршы»н оҫта итеп башҡарып, Ишембай районының Кинйәбулат ауылы таланты Зиннур Сираев барыһының да һушын алды тиһәк, бер ҙә яңылышмаҫбыҙ. Уны ҡотларға жюри рәйесе, Башҡор­тостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов сәхнәгә үҙе сыҡты.
– Бындай бейеүселәребеҙ барҙа башҡорт бейеүе бер ҡасан да юғалмаясаҡ, – тине Радмир Сәрүәр улы, тулҡынланып. – Киләсәктә Зиннур Башҡортостан, Рәсәй сәхнәләрен генә түгел, донъя сәхнәләрен дә дер һелкетер әле.
Зиннур ағаһынан Әбйәлил районынан килгән биш йәшлек Фәнис ҡараҡаев та ҡалышманы. Ул «Перовский» ҙы бейегәндә тамашасылар аяҡ өҫтө тороп алҡышланы.
Быйылғы бәйгенең иң йәш башҡарыу­сыһына дүрт кенә йәш. Бөрйән районы ҡыҙы Элина Исламғолова, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бәйгегә «Бишбармаҡ» бейеүен әҙерләп килтергән. Уның күстәнәсе барыһына ла оҡшаны.
ТАБАНДАРЫН ӨТТӨ ЭЙЕК ТАШЫ, ЙӨРӘКТӘРЕ ОСҠОН СӘСРӘТТЕТамашасылар ҡаҙағстандың «Алтын дан» бейеү ансамбле башҡарыуында «Астана һылыуҙары», ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы ҡунаҡтары – «Эльбрус» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең «Ант», Чечен Республикаһы «ГУМС» бейеү ансамбленең «Ловзар», Тверь өлкәһенең «Медок» ансамбленең «ҡыҙҙар байрамы» бейеүҙәрен дә яратып ҡараны.
Баһалама комиссияһы бер тауыштан Благовар районы бейеүсеһе Индира Сибәғәтуллинаны бәйгенең еңеүсеһе тип тапты, гран-при уға тапшырылды. Ансамблдәр араһында иң юғары урын Асҡын районының бейеү коллективына бирелде. Парлы бейеүҙәрҙә Камила Ғөбәйева менән Линар Насибуллинға етеүселәр табылманы. Улар ҡиммәтле приздар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Бәйгенең башҡа номинацияларында еңеүселәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.
«Байыҡ – 2011» республика бейеү конкурсы проектының авторы, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева үҙенең сығышында:
– Өсөнсө йыл ғына үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, бәйге республика тамашасылары араһында ҙур абруй яулап өлгөрҙө. Хәҙер унда Башҡортостандан ғына түгел, сит тарафтарҙан да бик күп бейеү ансамбле теләп ҡатнаша. Киләсәктә ул үҙенең даирәһен тағы ла киңәйтер тип өмөтләнәбеҙ. Мөмкинлектән файҙаланып, республикабыҙ етәксеһе Рөстәм Хәмитовҡа ошондай мөһим сараны үткәреүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәткәне өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ бәйгене ойоштороусылар – Күгәрсен районы халҡына һәм хакимиәт башлығы Фәрит Мусинға ифрат рәхмәтлебеҙ. Алдағы йылдарҙа ла уларҙың тырышлығы менән конкурс үҙ ҡанаты аҫтына йәш таланттарҙы йыйыр әле, – тине.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.

Күгәрсен районы.
Миләүшә НУРЕТДИНОВА фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға