«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Ут йырын йырлап



02.07.2011 Ут йырын йырлап

Ут йырын йырлапЮнир Һағынбаев күптән түгел Хакасияла үткән «От Ыры» («Ут йыры») халыҡ-ара этник эстрада фестиваленән ҡайтты. Унда йырсы һәм ҡурайсы егетебеҙ башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты һәм «ҡурай бәйете»н башҡарып, 3-сө дәрәжәле дипломға һәм лауреат исеменә лайыҡ булды.
Был конкурс төрки телле халыҡтарҙың 30 – 40-лап бәйгесеһен туплаған. ҡаҙағстан, Алтай, Тыва, Хакасия конкурсанттары араһында Юнир Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтә алған. «Бөтәһе лә про­дюсер­ҙары, делегациялары менән килгәйне. Башҡортостан­дан бер үҙем генә булғас, ҡыйыныраҡ булды. Шулай ҙа юғалып ҡалманым. Ике турҙа үткән конкурста республикабыҙҙың мәҙәниәтен күрһәтергә ты­рыштым. Сығышта­рым­да ҡурай һәм ҡумыҙҙа ла уйнаным, милли ҡоралдарыбыҙ, моңло йырҙарыбыҙ менән таныштыр­ҙым конкурсанттарҙы ла, жюри ағзаларын да», – тип тәьҫораттары менән бүлеште йырсы.
Артабан да уңыштар һиңә, Юнир!

Р. ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға