21.06.2011 «Рух» рок төркөмөнә – 20 йыл
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында «Рух» төркөмө бик күптәрҙе үҙенә ғашиҡ иткәйне... 2 июлдә Хәйбулла районының Аҡьяр ауылында уның 20 йыллығына арналған «Бөйөк дала» рок һәм популяр музыка фестивале ойоштороу күҙаллана.
Фестивалдең кураторы һәм «Рух»тың администраторы Юлай Асҡаров әйтеүенсә, сара конкурс түгел, унда тел сиктәре лә юҡ. Төп бурыс − «тере» рокты һәм эстраданы популярлаштырыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, йәш йырсыларға булышлыҡ итеү. Фестивалдә 8 − 10 йыр башҡарырға кәрәк, йырҙарҙың «Рух» төркөмө репертуарынан булыуы ла мөмкин, мотлаҡ фонограммаһыҙ, «тере» тауышҡа йырларға, эстрада, джаз, шансон жанрҙары булыуы мөһим.
Әле Өфөнән, Учалы, Баймаҡ, Салауат, Магнитогорск, Хәйбулла, Ейәнсура яҡтарынан ҡатнашырға теләүселәр бар. Сәхнәгә элекке составында «Рух» төркөмө, уның дауам итеүселәре «Аҡьяр» һәм «Гимназия» ла сығыр, тип күҙаллана.
Сарала сығыш яһарға теләүселәр 28 июнгә тиклем заявка бирә ала. yulaskarov@mail.ru адресына ебәрергә йә 8-927-333-22-83 телефонына шылтыратырға мөмкин. Шуныһы ла бар: исеме есеменә тап килһен өсөн фестиваль асыҡ һауала үтә, ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар палаткалар алып килһен ине.
Т. АМАНОВ.