«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Дүрткүҙ, турғай, Оҙонбуй сәхнәнән юғалмаҡсы



14.09.2010 Дүрткүҙ, турғай, Оҙонбуй сәхнәнән юғалмаҡсы

Дүрткүҙ, турғай, Оҙонбуй сәхнәнән юғалмаҡсы««Беҙгә барыбер» КВН командаһы ағзалары менән яҡшы таныш кешеләр уларҙың ниндәй шаян, йор һүҙле икәнен һәйбәт белә. Шулай булмай, уҡыусы, студент саҡтарынан уҡ сәхнәнән шаян һүҙҙәр һөйләп, «Шаяниум»дарҙа ҡатнашып йөрөүсе егеттәр бүтәнсә булдыра ла алмай­ҙыр.
Команда тәүге тапҡыр 2003 йылда Башҡорт йәштәре иттифағы тарафынан ойошторола. Әммә тора-бара беренсе составтағы йәштәрҙең күбеһе уҡып бөтөп таралыша, эшкә урынлаша, бүтән яҡтарға сығып китә. «Беҙгә барыбер»ҙәрҙән тик Әлмир генә тороп ҡала. Тик оҙаҡ яңғыҙ йөрөмәй ул, үҙ тирәһенә йәш, талантлы, ижади ҡарашлы элекке КВН-сыларҙы туплай башлай. Һөҙөмтәлә командаға Линар Хәлилов (Дүрткүҙ), Вәғиз ҡрымсурин (Турғай), Руслан Әһлиуллин (Оҙонбуй) һәм Әлмир Мөхәмәтйәров (Бамбучо) йыйыла. Республика, ҡала шаяндар һәм тап­ҡырҙар конкурстарында ҡатнашып, тиҙ үк популярлыҡ яулай егеттәр, тәүге урындарҙан төшмәйҙәр. Ә 2007 йылда уҙғарылған республика башҡорт һәм татар КВН командалары араһында уҙғарылған фестивалдә жюри ағзалары бер тауыштан уларға гран-при тапшыра. «Йәшлек-шоу»ҙа ла йыл һайын төрлө номинация ала улар.
Сәхнәнән шаяртып йөрөүҙән генә башланған эштең маҡсаттары кеше­ләрҙе көлдөрөүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә күпкә тәрәнерәккә барып тоташа. Башҡорт теленә, башҡорт юморына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны үҫтереү һәм Рәсәй кимәленә – Мәскәүҙәге юғары лигаға сығарыу һәм йәштәрҙе йәлеп итерлек проекттар булдырыу – ошондай маҡсаттарға табан яйлап юлдар һалына башлаған да инде.
2007 йылда команда йыл һайын октябрь айында уҙғарылып торған «Беҙгә барыбер» кубогына Башҡорт КВН лигаһын асҡан. Ярыштарға Өфө йәштәре генә түгел, сибайҙар, стәрлетамаҡтар ҙа әүҙем ҡу­шыла. «Шаян уйын» һәм «Шаяниум» юмор фестивалдәренең жюрийында ла ултыра команда ағзалары.
Әммә «Беҙгә барыбер»ҙәр юмор өлкәһендә генә эшләмәй. Улар быйыл сентябрҙә «Беҙгә барыбер» продюсерлыҡ үҙәге асты. Башҡортостанда әле ундай үҙәк юҡ. Ә был эш талантлы, төрлө яҡтан һәләтле йәштәрҙе табып, улар менән маҡсатлы эш алып барыу, улар алдында ниндәйҙер юлдар асыу өсөн башланған. Юғиһә йәштәр бит яҙмыш ҡосағына ташланған, уларға ярҙам итеүсе, «йондоҙ» итеп балҡытыусылар юҡ кимәлендә. Шуға ла үҙ һәләтен үҫтерергә теләктәре булғандарҙың мөрәжәғәт итеүен көтөп ҡала егеттәр.
Ә 19 сентябрҙә, әйтеп үткәнебеҙсә, «Беҙгә барыбер» КВН командаһының «Өфө уттары» клубында матур юбилей кисәһе үтәсәк. Өр-яңы программа тәҡдим ителәсәк байрамда иң «текә» артистар, иң шәп юмор, конкурстар, шаян уйындар көтөлә. Һеҙҙе аптыратып, шәп егеттәр йырлап, бейеп тә күрһәтәсәк. Тамашасыларға юбилей уңайынан бүләк итеп Өфө ҡалаһының иң та­нылған ди-джейҙары ла сығыш яһаясаҡ. Ә бөтәһен дә «аһ» иттерерлек фокусты байрамға саҡырылған иллюзионист күрһәтәсәк – «Беҙгә барыбер»ҙең егеттәрен сәхнәнән юҡ итәсәк! Әммә юҡҡа борсолмағыҙ, улар әле генә бөтөнләйгә юғалмаясаҡ. Шул уҡ иллюзионист уларҙы кире ҡайтарасаҡ, тигән өмөт бар. Шуға ла егеттәр­ҙе юғалмаҫ элек күреп ҡалырға теләһәгеҙ, кисәгә рәхим итегеҙ. Бүләктәр ҙә тотоп килһәгеҙ, юбиляр­ҙар һис тә асыуланмаҫ. Сәхнәнән, ысын күңелдән йылмайып, баш эйә-эйә һеҙгә рәхмәт әйтеүҙәре лә бар.

Р. РИНАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға