«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Халҡыбыҙ байрамына һөйөү менән



31.05.2011 Халҡыбыҙ байрамына һөйөү менән

Өфөнөң 140-сы башҡорт гимназияһында һабантуй үтте
Халҡыбыҙ байрамына һөйөү менәнБаш ҡаланың Калинин районында урынлашҡан 140-сы башҡорт гимназияһы халҡыбыҙ йолаларын ихтирам итеүсе, һаҡлаусы һәм йәш быуынға еткереүсе белем усағы һанала. Шуға ла унда бер нисә йыл рәттән һабантуй үткәрелеүе ғәжәп түгел. Әйткәндәй, был сараны ойоштороу­ҙа район башҡорттары ҡоролтайы (рәйесе Риф Иҫәнов) ҙур ярҙам күрһәтә. Гимназия уҡыусылары һәм ата-әсәләре өсөн генә түгел, ә Калинин районының барлыҡ мәктәптәре өсөн дә көтөп алынған бер йәмле байрам ул. Был юлы ла мәктәп алдындағы һабантуй майҙаны ҡыуаныслы ауаздарҙан яңғырап торҙо. Быйыл гимназия өсөн иҫтәлекле йыл – көҙөн уның барлыҡҡа килеүенә 15 йыл да тула. Шунлыҡтан әлеге байрамда иҫтәлекле датаны билдәләү ҙә маҡсат итеп ҡуйылғайны.

Йәш быуын тарихты белергә тейеш, һабантуй ҙа халҡыбыҙҙың үткәненән һаҡланып килгән матур йолаларының береһе. Беҙҙең уҡыусылар, ҡалала йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, бындай мәҙәни сараларҙы ярата, көтөп ала, улар аша милли йолаларыбыҙҙы ихтирам итергә өйрәнә, – тине, байрамды асып, гимназия директоры Илшат Бикҡолов.
Балаларҙы ҡотларға Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, ҡаланың мәғариф идаралығы начальнигы Азамат Сәйфуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов, эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре Риф Иҫәнов, район хакимиәте вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре лә килгәйне.
Халҡыбыҙ байрамына һөйөү менәнКалинин районының барлыҡ мәктәптәренән килгән балалар һабан­туй­ҙың спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашты, төрлө мәктәптәрҙә уҡыған дуҫтары менән аралашты. Ниндәй генә ярыштар үткәрелмәне бында! Ул шашка-шахматта көс һынашыу, арҡан тартышыу, гер күтәреү, ҡыҙыҡлы эстафета, күҙ бәйләү, хатта иң кескәйҙәр өсөн «атта сабышыу» ҙа (мәктәптә уҡымаһалар ҙа, ата-әсә оҙатыуында килгән 4 – 5 йәшлек бәләкәстәр уйынсыҡ атта кинәнеп «сапты») булды. Билдәле йырсыларыбыҙ Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Лилиә Ишемйәрова, Филүс ҡалмырҙин, бейеүселәр Урал Мортазин, Светлана Батыршина, танылған ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәй­нетдиновтың сығышы балалар байрамына йәм өҫтәне.
Гимназияны уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә берҙәй ярата. Өфөнөң 74-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы булып эшләгән Айҙар Мулла­ғоловтың ике балаһы бында уҡый. «Мәктәптән бик ҡәнәғәтмен. Башҡорт мөхите яҡын, туған телдә аралашыуға көслө иғтибар бирелә, уҡыусылар бик тәртипле, уҡытыусылар ҙа бала күңелен аңлаусы ысын педагогтар. Улым Айназ һигеҙенсе синыфты тамамлай, Айсилә ҡыҙым – беренсене, ул бигерәк тә үҙенең уҡытыусыһы Лилиә Баязитованы ярата. Ғөмүмән, мәктәптең тупһаһынан, вахтанан уҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар, был да бик мөһим. Ысын мәғәнәһендә алдын­ғы уҡыу йорто ул гимназиябыҙ», – тип ғорурланып һөйләй ата-әсәләр комитеты ағзаһы ла булып торған Айҙар Хәйҙәр улы.
10-сы синыф уҡыусыһы Ләйсән Ғәсимова иһә йәш хәбәрсе исемен дә йөрөтә. «Йәншишмә» гәзите менән бәләкәйҙән дуҫ ул. Киләсәктә үҙен журналист итеп күрергә хыяллана. Башҡорт КВН-ын һөйөүселәр Ләйсәнде «Шая­ниум» ҡала конкурсында бер нисә йыл рәттән призлы урын яулаусы «Ығы-зығы» командаһы ағзаһы булараҡ та белә.
«Беренсе синыфтан уҡ бында уҡыйым, ағайым да ошо мәктәпте тамамланы. Гимназиямды бик яратам, уҡытыусылар беҙгә сифатлы белем биреү буйынса арымай-талмай хеҙмәт итә, башҡорт рухында тәрбиәләнәбеҙ. Үҙемә килгәндә, уңыштарым да юҡ түгел – мәктәбебеҙҙең «Килә­сәк» тип аталған гәзитендә шиғыр­ҙарымды баҫтыра башлап, артабан «Йәншишмә»гә лә яҙыша башланым. Тиҙ­ҙән китабым да сығасаҡ. Башҡорт теле буйынса олим­пиадалар­ҙа ҡатнашам, былтыр республикала икенсе урынды яуланым, киләсәктә тағы ла ҡаҙаныштарым булыр әле. Уҡытыусыларыма рәхмәт. Дуҫтарым да күп. Улар ҙа алдынғы ҡарашлы, әүҙем», – тип һөйләй Ләйсән.
Ә Ғаяз Ялмырҙинды иһә Башҡортостан ҡурайсылары яҡшы таный. Егеттең ҡаҙаныштары исемлегендә Ишмулла Дилмөхәмәтов, Әҙһәм Исҡужин исемендәге республика конкурстарында, Нефтекамала үткән Бөтә Рәсәй йәш музыканттар бәйгеһендә, Октябрьскийҙағы «ҡу­рай байрамы»нда яулаған беренсе урындар бар.
ҡыҫҡаһы, гимназияла һәләтле балалар ҙа, уның тормошонда ҡайнап йәшәүсе әүҙем ата-әсәләр ҙә етерлек. 140-сының оҙаҡ йылдар инновацион, уңышлы, рухлы уҡыу йорто булып ҡалырына ышаныс ҙур.

Гимназия тураһында ҡыҫҡаса белешмә

140-сы башҡорт гимназияһы 1996 йылда күп профилле мәғариф учреждениеһы булараҡ асыла. Тәүге көндәрҙән үк ул белем һәм тәрбиә биреүҙә рухи-әхлаҡи үҙәккә әүерелеп, Өфөнөң милли мәктәптәре араһында абруй ҡаҙана. Ике йыл рәттән (1999, 2000 й.) Бөтә Рәсәй «Йыл мәктәбе» конкурсында еңеү яулай. Йыл һайын гимназияны тамамлаусыларҙың 80 проценттан ашыуы республика һәм илдең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә.
Педагогик коллективҡа килгәндә, бында юғары квалификациялы уҡытыусылар эшләй. Улар араһында ике фән кандидаты, алты БР-ҙың мәғариф алдынғыһы бар, ике уҡытыусы – Рәсәй Президенты премияһы лауреаты.
Мәктәптә тыуған төйәккә, башҡорт сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләнә. Крайҙы өйрәнеү кабинетына башҡорт көнкүреше әйберҙәре йыйыла һәм ҡәҙерләп һаҡлана.
Бында «Милли гимназия шарттарында уңышлы шәхес формалаштырыуға педагогик талаптар» темаһына республика эксперименталь майҙансығы эшләй. 2009 йылда мәктәп менән вуз араһында бәйләнеште үҫтереү маҡсатында Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт нефть техник университеттары менән программалар, махсус курстар төҙөлгән, уҡытыусылар өсөн балаларҙы юғары уҡыу йортона әҙерләү буйынса дәрестәр үткәрелә.
140-сы гимназия 2004 йылда ЮНЕСКО мәктәптәре берекмәһенә ҡушылған, ошо ойошманың проекттарында әүҙем ҡатнаша.
Бында шулай уҡ «Алмаш» лидерҙар клубы, «Малышок» үҫтереү мәктәбе, йәйге лагерҙар эшләй. Спорт ярыштары, олимпиадалар, фәнни-тикшеренеү эштәре, мәҙәни сараларҙағы уңыштар ҙа уҡыусыларҙың һәләте, ынтылыштары, уҡы­тыу­сыларҙың талапсанлығы хаҡында һөйләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға