«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Бергә тибә беҙҙең йөрәктәр»



21.05.2011 «Бергә тибә беҙҙең йөрәктәр»

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының 72-се ижад миҙгелен ябыу концертының сценарийын төҙөүсе менән режиссер был исемде бик ҡулай һайлаған. Зал шығырым тулы тамашасының йөрәге, ысынлап та, концертта сығыш яһаған һәр йырсының, бейеүсенең, музыканттың йөрәге менән бергә типте – сәхнә менән зал араһында шундай йылы энергетиканан, әйтерһең дә, тирә-яҡҡа нур бөркөлдө. Артистар көслө алҡышлауҙар аҫтында сәхнәгә ҡат-ҡат сығып, тамашасыһына баш эйҙе. Тамашанан алған тәьҫораттан концерт бөткәс тә оҙаҡ ҡына сығып булманы: йырсыларыбыҙҙың моңо, бейеү ритмдары күңел төпкөлөнә ныҡлы инеп урынлашты.
Ижад миҙгелен ябыу концертының тағы ла бер үҙенсәлеге – ул республика Президенты тарафынан Милләт-ара татыулыҡ йылы тип иғлан ителгән йылдың эшмәкәрлек программаһы сиктәрендә үтте: филармония артистары тарафынан башҡарылған башҡорт, рус, сыуаш, татар һәм башҡа милләт йыр-бейеүҙәрен тамашасы күптән яҡын ҡабул иткән һәм был юлы ла сәхнә оҫталарын алҡыштарға күмде.
Өсөнсө үҙенсәлеге – үткән ижад миҙгеленең ҡыҫҡаса дайджесы уның ниндәй мөхиттә үткәнен сағылдырҙы.
Дүртенсе үҙенсәлек – сығыштар РФ-ның атҡаҙанған артисы, БР-ҙың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге Башҡортостан Респуб­ликаһы халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Илдар Ишбирҙин етәкселегендәге дәүләт академия хор капеллаһы, Олег Касимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестры оҙатыуы аҫтында барҙы.
Филармонияның күпселек сәхнә «йондоҙ»ҙары тамашасы өсөн күптән таныш һәм яҡын. Бигерәк тә йырсылары, ҡурайсылары, башҡа музыканттары. Ә бына йәш бейеүселәр үҙҙәренең оҫталыҡтарын концерттан концертҡа шымарта, репертуарын байыта бара. Бейеүселәр коллективының күңелгә ятышлы тағы ла бер яғы – коллектив башлыса йәштәрҙән тора. Һәм ошо «йәш» һүҙе үҙе генә күп нәмә тураһында һөйләй. Ғөмүмән, ижад миҙгелен ябыу концертында филармония коллективы, коллектив булараҡ та, айырым-айырым артистарҙың да ижади потенциалын бар сағылышында һәм тулылығында күрһәтеүгә өлгәште, тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ.
Бишенсе үҙенсәлек – филармония коллективын ижад кешеһенең етәкләүе. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмөндә үҙенең йырҙары, ҡурай моңо менән танылыу алған БР-ҙың халыҡ артисы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәсүл ҡарабу­латовтың артистар менән бергә сәхнәгә сығып йырлауы халыҡ тарафынан бигерәк тә йылы ҡабул ителде. Тамашасы бит шул тиклем һиҙгер ҙә, хисле лә, тойғоло ла. Ул күҙ буяуҙы, ике йөҙлөлөктө, тәкәбберлекте хушһынмай.
Филармонияның яңы етәкселегенең яңыса эш алымдары ла, минеңсә, ошо концертта асыҡ күренде. Ләйлә Аралбаеваның сценарийы буйынса йырсы, бейеүсе солистар­ҙың сығышын берләштереп, бөтөн бер композиция килтереп сығарыу­ҙары бик отошло булды: Әлиә Нурғәлиева, Юлиә Ғәбитова, Раушания Кәбироваларҙың бейеү һәләтен Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы Рәмизә Мөхәмәтши­наның «Һылыу ҡыҙҙар» бейеү композицияһына һалыуы оҡшаны; Рәил Лоҡманов, Ра­фаэль Сәғитов, Урал Мортазиндар тарафынан берлектә башҡарылған «Башҡорт бейеүҙәренә композиция» тамашасы өсөн яңылыҡ булды; «Салауат» һәм «Каруан­һарай» төркөмдәренең берлектәге сығышынан күңелгә осҡон йүгерҙе; З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын яңыраҡ тамамлап эш башлаусы халыҡ-ара конкурстар лауреаттары – йырсы Руслан Сәй­фетдиновтың Вадим Зәкиев менән Ильяс Юлыевтың гитара моңона ҡушылып йырлауы зауыҡлы тамашасының йөрәгенә үтеп инде; ҡаҙан консерваторияһын тамамлаған, йырсылар араһында һирәк осрай торған бас эйәһе Айгиз Ғиззәтуллиндың хор капеллаһы оҙатыуындағы сығышы залға көслө ташҡын ағымы кеүек килеп инде; Азат Айытҡоловтың үлемһеҙ ҡурай моңо иһә башҡортомдоң быуаттар төпкөлөнән килгән аһ-зарын бөгөнгө менән тоташтырҙы; республика тамашасыһы моң алиһәһе Айгөл Һағынбаеваның үҙ еребеҙгә ҡайтыуына һөйөнөп бөтә алманы; видеоинженер Радмир Байегетовтың сәхнә биҙәлешенә күп көс һалыуы маҡтауға лайыҡ һәм башҡалар, һәм башҡалар. Ғөмүмән, яңы етәкселектең, кем әйтмешләй, «яңыса һепереүе» көн кеүек асыҡ. Был хатта костюмдарҙа ла сағылыш таба. Ә филармония тамашасылары өсөн режиссер Рөстәм Ғәлиев – яңы кеше, әммә ул сәнғәт өлкәһендә күптән эшләп килгән кеше нәҡ ошо концерт программаһына үҙ өлөшөн индергән. Әйтәйек, алып барыусыларҙың һәр сығыш алдынан «һүҙ бутҡаһын ҡуйыртмауы» сценарист менән режиссерҙың бер төптән эшләүен күрһәтте лә инде.
«Яңыса һепереү» рәтенә тағы ла шуны индерергә мөмкин: хәҙер филармонияның үҙ сайты бар. Әле унда коллективтың 95 артисы тураһында тулы мәғлүмәт табырға була. Сайтты тулыландырыу өҫтөндә эш өҙлөкһөҙ алып барыла. ҡыҫҡаһы, ҙур ижади коллективтың эшмәкәрлеген заманса ҡороуға, ойоштороуға күп көс һәм ваҡыт сарыф ителә. Быларҙың барыһы ла киләсәктә үҙ емешен, һис һүҙһеҙ, бирәсәк. Уңыштар ғына теләргә ҡала беҙҙең филармония коллективына.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға