«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Әлим ҠӘЙҮМОВ: «Опера хыянатты яратмай»



21.05.2011 Әлим ҠӘЙҮМОВ: «Опера хыянатты яратмай»

Әлим ҠӘЙҮМОВ: «Опера хыянатты яратмай»Әлим ҡәйүмовтың матур, көслө тауышы сәнғәт һөйөүселәр өсөн шул тиклем ҡәҙерле. Моңо, таланты, аһәңле йырҙары аша ул тамашасыһын татлы хистәргә сорнап, күңел төбөндәге иң нескә ҡылдарға ҡағыла.
Әлим Башҡортостаныбыҙға мәшһүр йырсылар бүләк иткән Учалы районының Бөйҙө ауылында тыуып үҫкән. Төбәктең әсир иткес гүзәл тәбиғәте егеттең йырсы булып китеүенә йоғонто яһағандырмы, юҡмы, әммә ҡәйүмовтар – йыр-моңға ғашиҡ нәҫел. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, лирик тенорлы йырсы менән ойошторолған әңгәмәбеҙ – шул хаҡта.
– Сәхнә кешеһе, ғөмүмән, ижадсы талантын балҡытыу өсөн юл ярырға бурыслы. Күҙ алдына Әлим ҡәйүмовты сәнғәткә илткән һуҡмаҡты баҫтырғы килә...
– Ата-әсәйем генә түгел, яҡын туғандарым да – бик моңло кешеләр. Атай – көмөш тембрлы лирик тенор, йырлап ебәрһә, һоҡланмау мөмкин түгел. Ғаиләлә өс бала үҫтек. Өлкән апайым Роза ла матур йырлай, тик сәнғәт юлын һайламаны. Ә бына уртансы апайым Диләрә ҡәйүмованы беләһегеҙ. Ул – Учалы филармонияһы солисы, ҡалалағы сәнғәт училищеһында ла уҡыта. Ата-әсәйемә шул тиклем рәхмәтлемен. Учалыға артис­тар килһә, беҙҙе бер концерттан да ҡалдырмай торғайнылар. Радик Гәрәев, Хәйҙәр Бигичев кеүек арҙаҡлы йырсыларҙы әҫәрләнеп алҡышлауым әле булһа иҫемдә. Һикһәненсе йылдар башында ауылға радио үткәреүҙәре лә хәтергә ҙур ваҡиға булып уйылған. Талантлы йырсылар Абдулла Солтанов, Нажиә Аллаярова, Нәзифә ҡадирова, Радик Гәрәевтарҙың сығышын сабырһыҙланып көтөп ала торғайным. Үҙем ныҡ оялсан булдым. Шунлыҡтан, сәнғәтте яратһам да, үҫмер саҡта кеше алдында сығыш яһарға батырсылыҡ итмәнем. Мәктәпте тамамлағандан һуң агрономлыҡҡа уҡырға барырға теләк белдереүем дә шуға бәйле булғандыр, күрәһең. Тик, яҙмыш ҡушыуылырмы, балдар етмәү сәбәпле, конкурстан үтә алманым.
– Артабан...
– Шул йәй ауылыбыҙға килгән ҡунаҡ егет менән танышып, аралашып киттек. Ул ваҡытта Учалы музыка училищеһында башҡорт фольклоры бүлеге асылыуға икенсе йыл ғына ине әле. ҡунаҡ егет миңә шунда барырға кәңәш итте. Барҙым. Алдылар. Тырышып уҡый башланым. Уҡыу йорто минең өсөн ҙур оҫталыҡ мәктәбе булды. Педагог хеҙмәтенең ни тиклем ауыр ҙа, яуаплы ла хеҙмәт икәнен танымау мөмкин түгел. Сөнки йырсының тауышын үҫтереү, үҙенсәлеген һаҡлау уның оҫталығынан тора. Был йәһәттән уңдым. Вокал буйынса беренсе уҡытыусым Зифа Тайып ҡыҙы Вәлиева бик яғымлы, изге кеше ине.
– Тормошта осраҡлыҡ юҡ, тиҙәр. Быны һин үҙ миҫалыңда һынағаның бармы?
– Өсөнсө курс аҙағында Сибайҙа үткән «Ирәндек моңдары» конкурсында ҡатнашып ҡарарға тәҡдим иттеләр. Башҡорт халыҡ йырҙары «Сибай» менән «ҡара юрға»ны башҡарып, икенсе премияға лайыҡ булдым. Тәүге турҙан һуң эргәмә яғымлы, күркәм генә апай килеп, ҡайҙа уҡыуым, нисәнсе курста белем алыуым менән ҡыҙыҡһынды, тауышыма ҡарата йылы фекерҙәрен әйтте. Өфө дәүләт сәнғәт институтының академик вокал бүлегенә уҡырға инергә өгөтләне. Был ханым талантлы педагог Рәйсә Ғәли ҡыҙы Ғәлимуллина булып сыҡты.
Ысынлап та, тормошта ҡыҙыҡ хәлдәр була икән ул. Ул мәлдә мин бик бәләкәй... Телевизорҙан арҙаҡлы педагог, музыка белгесе, профессор Миләүшә Мортазинаның юбилейын күрһәтәләр. Үҙҙәрен сәнғәттә таныт­ҡан уҡыусылары, остаздары тураһында йылы фекерҙәрен белдереп, интервью бирә, сығыш яһай. Шул саҡта эстән генә мин дә, их, шул педагогтың уҡыусыһы булһаң ине, тип хыялланып ҡуйҙым. Күрәһең, күктәге көстәр теләкте яҙып торғандыр инде (ипле йылмая). Һәм бына быйыл Миләүшә Ғәли ҡыҙының күркәм юбилейында үҙем ҡатнашырға иҫәп тотам. Сөнки миңә, ысынлап та, ошондай олуғ, бөйөк педагогта уҡыр­ға насип булды. Быны бәхет тип ҡабул итәм. Әлбиттә, һәр педагогтың үҙ стиле, үҙенә хас методикаһы бар. Миңә лә талапсан остаздың уҡыу­сыһы булып китеүе еңел бирелмәне. Әммә уның сабырлығына рәхмәт. Тауышымды лирик тенор йүнәлешендә үҫтереүгә күп көс һалды. Вокал сәнғәте серҙәрен генә түгел, тотош тормош, кешелек сәнғәтен асты. Үҙеңде лайыҡлы тоторға, эште аҙағына тиклем алып барырға ла ул өйрәтте. «Сәнғәт кешеһе үҙенә генә хеҙмәт итмәй, уйлап эш итергә бурыслы. ҡупырайыу, маһайыу тигән нәмә сит булырға тейеш, был – кешелектән сығара торған ғәләмәт. Йырсы кешегә ихлас, изге булырға кәрәк, шунда ғына талантыңа хилафлыҡ килмәҫ»... Былар – хөрмәтле уҡытыусымдан алған һабаҡ.
– Әлим ҡәйүмовтың тамашасыға тәүгә танылған йылдары...
– 2004 йылда, диплом алғандан һуң, тәүҙә Башҡорт дәүләт филармонияһына юл тоттом. Музыка лекторийына урынлаштым. Бригада бик яҡын күреп ҡабул итте. Танылған артистар Нурия Басирова, Роза Сарбаева, концертмейстер Индира Әсәҙуллина, лектор Виктория Симонова менән бик дуҫ, татыу эшләнек. Техниканы камиллаштырҙым. Биш йыл эсендә һигеҙ йөҙләп концерт ҡуйғанбыҙҙыр. Коллектив менән бер нисә тапҡыр Төркиә, Германия, Франция кеүек сит илдәрҙә лә сығыш яһаныҡ. Рәсәй ҡалаларына, күрше өлкәләргә гастролдәргә сыҡтыҡ. Хөкүмәт концерттарында бик күп сығыш яһаным, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнаштым.
– Ә операға килеүең нисегерәк булды?
– Опера оҫталары ишетеп, үҙҙәренә саҡыра башланы. Башҡортос­тандың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәновҡа ҙур рәхмәтлемен. Ул мине саҡырыу ғына түгел, ярҙам ҡулын да һуҙҙы.
– Абруйлы театрҙа эшләр өсөн, тауыш менән бер рәттән, көслө характер ҙа кәрәктер...
– Уға өҫтәп сабырлыҡ, уңғанлыҡ та талап ителә. Ғөмүмән, һәр эштә тырышлыҡ, ихтыяр көсө кәрәктер, тип уйлайым. Сөнки уңышҡа ирешеү өсөн тәбиғи һәләт кенә аҙ. Опера актер оҫталығы ла талап итә. Образ өҫтөндә ныҡ эшләргә тура килә. Опера йырсыһы әҫәрҙе техник яҡтан да, режиссура яғынан да, музыкаль йәһәттән дә камиллаштырырға тейеш. Әҫәрҙе ҡолаҡҡа ятышлы, еңел башҡарыу шарт. Ятлап алдым да, сығып йырлайым, тигән нәмә булырға тейеш түгел. Үҙ-үҙеңә ышаныс та мөһим. Лирик тенор булараҡ, күберәк лирик партияларҙы башҡарам. Тауышҡа бик һаҡсыл ҡарарға кәрәк. ҡапыл драматик ролгә күсергә лә ярамай. Сөнки был тауыш өсөн зарарлы. Ваҡыт үткәс, бәлки, драматик партияларҙы ла йырларға тура килер... Күҙ күрер. Һәр хәлдә, туған сәхнәлә ижад итергә теләк көслө.
– Опера йырсыһы сит телдәр белергә тейеш, тиҙәр, шул дөрөҫмө?
– Беҙ институтта итальян, немец телдәрен өйрәндек. Әлегә сит телдә партия башҡарғаным юҡ. Әммә өйрәнгән партиялар бар. Кон­церттарҙа француз, итальян, немец телдәрендә йырлағаным булды. Итальян теле – ул вокал теле, тип әйтәләр. Педагогтар ҙа, йырсылар ҙа шундай фекерҙә. Ә бына операны русса йырлауы ауырыраҡ. Сөнки рус теле – үҙе үк ҡатмарлы тел. Бигерәк тә сит ил йырсыларына ауырға төшә. Шул уҡ немец теле лә ауырыраҡ. Ә итальян теле тынға ятып ҡына тора. Башҡорт теле иһә итальян теленә тартым, йомшаҡ.
– Тимәк, барыбер ҙә телдәрҙе белеү кәрәк?
– Әлбиттә. Сит илдә мотлаҡ камил итеп, оригиналь телдә йырларға кәрәк. Мәҫәлән, Моцарттың әҫәрҙәрен – немец, Вердиҙыҡын – итальян телендә һ.б.
– Операла ла, эстрадала ла сығыш яһаусы артист булараҡ, сағыштырып ҡарау мөмкинлегең бар. Публика айырыламы?
– Юҡ. Тамашасы классик әҫәрҙәр­ҙе лә, халыҡ йырҙарын да, эстраданы ла берҙәй яратып тыңлай. Башҡарған йырың залдағыларҙың күңеленә барып етһен генә. Ихласлығыңды һалһаң, күңелеңде биреп башҡарһаң, быныһы ла килеп сыға. Тамашасы бигерәк тә фонограммаға йырлауҙы үҙ итмәй. Был сәнғәтте түбән төшөргән нәмә. Йәштәрҙе арзан музыка менән әүрәтәләр. Шул ҡыҙғаныс. Сәнғәттә, сәхнәлә талап булырға тейеш.
– Ә бына һинең репертуарыңа күҙ һалһаҡ, ысынлап та, халыҡсан йырҙар, халыҡ йырҙары өҫтөнлөк итеүенә шаһит булаһың...
– Өс йөҙҙән ашыу йырым бар. Араларында оҙон көйҙәр, эстрада йырҙары ла байтаҡ. Башҡорт халыҡ йырҙарынан тыш, рус халыҡ йырҙарын да башҡарам. Репертуарыма сит ил композиторҙарының классикаһын да, камера әҫәрҙәр ҙә индергәнмен. Башҡортостан Республикаһының Халыҡ милли ҡоралдары оркестры менән сығыш яһарға яратам. Мин уны республикабыҙҙың визит карточкаһы итеп күрәм. Үҙемде патриотик йырҙар конкурсында жюриҙа ла һынағаным бар. Ғөмүмән, беҙҙә илһөйәрлек тойғоһо һүрелгән кеүек. Рух булырға тейеш, илһөйәрлек тойғоһон үҫтерергә кәрәк. Конкурстың да маҡсаты шул. Репертуарға Башҡортостанды данлаған йырҙарҙы күберәк индереү, сит ерҙәрҙә сығыш яһағанда халыҡ йырҙарын башҡарыу мәртәбәбеҙҙе арттыра ғына. Ситтә халыҡ йырҙарын ныҡ яратып тыңлайҙар.
– Ижадҡа етди ҡарауың талапсанлыҡ билдәһеме?
– Был, моғайын, педагогым ҡуйған һәм шуға өйрәткән талаптыр. Ниндәй эшкә тотонһам да, нисектер, Миләүшә Ғәлиевна ни әйтер ине икән, тип уйлап алам. Шунан, әлбиттә, эшлә, тырыш, бирешмә, тип хуплар ине, тип эшкә тотонам. Йыр һайлағанда һүҙҙәренең мәғәнәһенә иғтибар итәм.
Һәр йырсы үҙ юлын, тамашасыһын табырға тейеш. Киләсәктә иһә, матур аранжировкалар эшләп, тамашасыға ретро йырҙарыбыҙҙы киренән ҡайтарырға тигән теләгем дә бар. Опера сәнғәтендә яңы партиялар сығарырға ниәтләнәм. Эстрадабыҙҙа, нишләп­тер, оҡшаған йырҙар һирәк. Композиторҙар, йыр яҙыусылар ижад емештәрен тәҡдим итһә, күңелгә яҡын булғандарын ғына алам. Әлбиттә, тырышлыҡ та кәрәк. Репертуарҙа илһөйәрлек, атай-әсәй, мөхәббәт, дуҫлыҡ кеүек төрлө темаға йырҙарың булыуы ла отошло.
– Һинең ҡарашҡа, башҡорт операһының киләсәге ниндәй?
– Беҙҙең театр талантлы опера оҫталары тәрбиәләүе менән данлыҡлы. Электән килгән традицияларҙы һаҡлап, емешле ижад итергә тырышабыҙ. Опера, ғөмүмән, сәнғәт үҫер, тип ышанам. Мине гел элекке быуын артистар, сәнғәткә нигеҙ һалыусылар һоҡландыра. Бөгөн беҙгә – йәштәргә уларҙың юлын лайыҡлы дауам итеп, бар көстө һалып эшләргә кәрәк. Ә операның киләсәге өмөтлө. Бөгөн бит донъяның ҡайһы ғына мөйөшөн алып ҡараһаң да, зиннәтле опера һарайҙары төҙөлә. Сөнки бөйөк сәнғәтте һөйөүселәр күп.
Халыҡ тик эстрадаға ғына ылыҡмаһын ине. Тамашасыла төрлө яҡлап ҡыҙыҡһыныу булырға тейеш. Операның тәрбиәүи әһәмиәте бик көслө, тимәксемен.
– Театрға әйләнеп ҡайтһаҡ, актерлыҡҡа өйрәтәләрме һуң?
– Был проблема. Уҡығанда актер оҫталығы аҙ бирелә. Ә профессиональ сәхнәгә аяҡ баҫҡас, актерлыҡты, сәхнәне тойор өсөн байтаҡ ваҡыт үтә. Кемгәлер ул тәбиғәттән бирелә, кемгәлер тауыш бирелеп тә, актерлыҡ йәһәтенән ҡалышыуы, йә, киреһенсә, тауышы көсһөҙөрәк булыуы мөмкин. Әгәр ҙә был һәләттәр бер кешелә комплекслы тупланһа, ул шәхес була. Мәҫәлән, Федор Шаляпин, Абдра­заҡовтар, Радик Гәрәев, Иҙрис Ғәзиев һәм башҡалар кеүек.
– Опера йырсыһын спортсыға тиңләйҙәр. Һин тауышыңды нисек һаҡлай­һың?
– Тәмәке тартырға, алкоголле эсемлектәр эсергә ярамай. Һәр нәмәлә сама булырға тейеш. Был хатта туҡланыуға ла ҡағыла. Йәнә лә йырсыға физик яҡтан көслө булыу шарт. Әгәр һаулығың юҡ икән, сәхнә менән бәйләнмәүең хәйерле. Опера – күп көс талап иткән сәнғәт. Премьера ваҡытында сәхнәгә сығып йырлауҙан ғына ике-өс килограмм кәүҙә ауырлығын ташлаусылар ҙа осрай. Сөнки опера әллә күпме хис, тойғо һалыуҙы талап итә.
– Үҙең шуны тойғаның бармы?
– Бар. Сығыштан һуң шул тиклем бушлыҡ кисерәһең. Кешеләр ҡотлағанда, аралашырлыҡ та хәл ҡалмай. Оҙаҡ ҡына шул образда ҡалаһың. Сөнки, сәхнәгә сыҡҡас, һиңә техник яҡтан да, актерлыҡ буйынса ла, музыкаль яҡтан да уйнарға, оркестрҙы ла тыңларға, дирижерҙы ла тойорға кәрәк. Быларҙың барыһын берләш­тер­һәң, ныҡ көс талап итә.
– Сәхнәгә сығыу һине күптән ҡурҡытмайҙыр инде?
– Тулҡынланыу барыбер ҡала. һәр бер музыканттың, йырсының шулай­ҙыр инде ул. Оҫталығың үҫкән һайын был тойғо арта ғына төшәлер. Сөнки яуаплылыҡ тояһың. Тамашасыларҙың өмөтөн аҡларға тейешһең.
– Үҙең операла нимәне ҡабул итмәй­һең?
– Опера ялҡаулыҡты яратмай. Туҡтауһыҙ эшләргә, тырышырға кәрәк. Әҙ генә яңылышһаң да, сәхнә һине ғәфү итмәй. Тоғролоғоңдо ҡайтанан иҫбатлауы ауыр.
– Опера йырсыһының партнеры була, ул ниндәй роль уйнай?
– Партнерың – ярты уңыш. Минең үҙемә Эльвира Алкина, Руслан Хәбибуллин, Йәмил Әбделмәнов, Раил Кучуков һәм башҡалар менән бергә сығыш яһауы кинәнес өҫтәй.
Ғаиләң менән дә таныштырһаңсы...
– Өйләнгәнмен. Әминә исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Тормош иптәшем Динара Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәбиәт бүлегендә эшләй.
– Киләсәккә пландарың?..
– Илебеҙҙә ижадты, һәләтте танытыу мөмкинлектәре киң. Был йәштәргә үҫергә, етешһеҙлектәрҙе асыҡлар­ға ла ярҙам итә. Ә уңыш ҡаҙаныу ҡанат ҡуя, ышанысты нығыта. Киләсәктә лә илһамланып сәнғәткә хеҙмәт итеү – төп ниәтем. Башҡарырға теләгән, тамашасыны ҡыуандырыр ролдәрем алда әле, тип уйлайым. Мине «Царская невеста» опера­һында Лыков партияһы, «Травиата»ла Альфред образы ҡыҙыҡһындыра. «Риголетто»ла – Гер­цогты, Рахманиновтың «Алеко» операһында йәш сиғанды башҡарыу теләге менән дә янам.

Ысынлап та, үҙен талантлы йырсы итеп танытҡан, төрлө быуын тамашасыларының һө­йөүен яулаған Әлим ҡәйүмовтың балҡыштары киләсәктә сәнғәт һөйөүселәр күңелен нурға мансып, тағы ла әллә күпме бәхетле миҙгел бүләк итер әле. Был – тамашасы ышанысы.


Ролдәре
Неморино (Г. Доницетти, «Любовный напиток»)
Альмавива (Дж. Россини, «Севильский цирюльник»)
Ленский (П. Чайковский, «Евгений Онегин»)
Берендей (Н. Римский-Корсаков, «Снегурочка»)
Айтуған (С. Низаметдинов, «Наки»)

Уңыштары
1997 йыл – «Ирәндек мондары – 97» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу­сыларҙың республика конкурсында II премия лауреаты (Сибай)
2000 йыл – «Уралым» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың республика конкурсында III премия лауреаты (Өфө)
2002 йыл – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге вокалистар республика асыҡ конкурсында II премия лауреаты (Өфө)
Илһам Шакиров исемендәге татар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурсы лауреаты (ҡаҙан)
2004 йыл – С. Сәйҙәшев исемендәге төбәк-ара вокалистар конкурсында II премия лауреаты (Түбәнге Кама)
2006 йыл – А. Солтанов исемендәге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу­сылар конкурсында I премия лауреаты (Учалы)
2008 йыл – «Мелодии единства» милли йырҙар башҡарыусыларҙың йәштәр фестиваль-конкурсында лауреат (Һарытау)
Рәйлә КҮСЕМХАНОВА
әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға