«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Сәхнә матурлыҡты ярата, ти йәш йырсы Ғайсар Миңлеғолов



24.05.2011 Сәхнә матурлыҡты ярата, ти йәш йырсы Ғайсар Миңлеғолов

Сәхнә матурлыҡты ярата, ти йәш йырсы Ғайсар МиңлеғоловЙыр-моң донъяһы ниндәйҙер бер сихри тартыу көсөнә эйә. Үҙе йырламаған кеше лә моңға тартыла, эстән генә көйләп йөрөй. Ә йырлай белгәне тормошон йырһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Бәләкәй саҡтан ашнаҡсы булырға хыялланған Ғайсарҙы ла йыр үҙенә әйҙәй. Һүҙем – сәхнәгә күптән түгел генә сыҡһа ла, алсаҡлығы, сибәрлеге, моңло, йомшаҡ тауышы менән йәш ҡыҙҙарҙың йөрәген йышыраҡ тибергә мәжбүр иткән йәш йырсы Ғайсар Миңлеғолов тураһында.

Бөрйән районының Әтек ауылында тыуып үҫкән егеттә, бәләкәй саҡтан йырларға ярат­һа ла, ашнаҡсы булыу теләге көслө була. Төрлө торттар, кекс, былау бешерергә яратҡан Ғайсар 9-сы синыфта ғына йыр менән ныҡлап шөғөлләнергә ҡарар итә. Районда йыр конкурстарында ҡатнашып, урындар яулай. 11-се синыфты бөткәс, һис икеләнеүһеҙ Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә имтихан тота һәм уҡырға инеп китә. Күренекле йырсы Тәнзилә Үҙәнбаева класында уҡый. Классик әҫәрҙәргә, халыҡ йырҙарына ла ҡыҙыҡһыныуы арта. Быйыл уның сығарылыш йылы. Әммә Ғайсар үҙен артабан бүтән өлкәлә лә һынап ҡарарға теләй. Уны геодезия ҡыҙыҡһындыра. «Ә йыр, хобби һымаҡ, күңел талабы һымаҡ, һәр саҡ минең менән буласаҡ», – ти егет.
Былтыр 1 сентябрҙә Салауат майҙанындағы концертта Ғайсарҙы композитор Риф Арыҫлан күреп ҡала. Шулай итеп, йәш йырсының «Серле күҙҙәрең», «Һине иҫкә алғанда», «Көҙҙәрем» тигән тәүге йырҙары «Юлдаш» радиоһы аша яңғырай башлай. Уның тауышын күп кенә йәш йырсыны сәхнәгә сығарған Радик Юлъяҡшин да оҡшата. Күп тә үтмәй, тәүге гастролгә Силәбегә лә сығып китәләр. Аҙаҡ Радик Юлъяҡшин, Наил Ибраһимов, Тимур Вәлитов, Илгиз Абдрахмановтар менән Стәрлетамаҡ, Ишембай, Баймаҡ, Сибай ҡалаларында, Стәрлебаш, Баймаҡ, Ғафури, Хәйбулла райондарында «Һин әҙерме?» концерт программаһы менән сығыш яһайҙар.
«Тамашасы иғтибарын, һөйөүен яулар өсөн йырсы бүтәндәрҙән айырылып торорға тейеш. Тауышы менән дә, кейеме, стиле, йөҙө менән дә. Һәм, әлбиттә, йыр ҙа мәғәнәле булһын. Сәхнә матурлыҡты ярата», – ти Ғайсар. Матурлыҡ тигәндән, йөҙө генә сибәр түгел егеттең, күңел донъяһы ла матур. Спиртлы эсемлектәр эсеү, тәмәке тартыу – уның өсөн ят күренеш. Мәсеткә йөрөй. Кешеләрҙе иманлылығы, алсаҡлығы, иплелеге, тырышлығы өсөн дә ихтирам итә. Замана тырыш, белемле кешеләрҙеке, тигән фекерҙә Ғайсар.
Егет тормошта бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә тырыша. Уҡып йөрөй, сәхнәлә сығыш яһай, дуҫтары менән аралашыр­ға, күңеленә ятҡан бүтән эштәр менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Ижади пландар ҙа ҡора – бер төрлө генә йыр стилендә туҡтап ҡалмаҫҡа иҫәбе. Классик әҫәрҙәр, халыҡ йырҙары, Европа стилендәге заманса йырҙар, «Гәлсәр һандуғас» стиле – ваҡытың, тырышлығың, ижади ҡомарың ғына етһен.
Ғайсар исеме «ҡайнар шишмә» тигәнде аңлата. Ата-әсәһе улдарының тормоштоң бөтә йәмен тойоп, ҡайнап йәшәүен теләп, уға ошо исемде ҡушҡандыр. Ғайсар һынатмай, тип әйтергә була. Артабан да яңы үрҙәргә ынтылып, үҙ тамашасыһын табып, йырҙары менән беҙҙе ҡыуандырып торорға яҙһын.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға