24.05.2011 Башҡорт бейеүенән башҡортлоҡ юғала бара
Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Нефтселәр мәҙәниәт һарайы менән берлектә «Бөгөнгө заман: милли мәҙәниәт үҫеше үҙенсәлектәре» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» ойоштороп, ошо сара сигендә филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәеваның «Башҡорт халыҡ бейеүе» (Г. Баймырҙина менән берлектә) китабының исем туйы ла үтте.
Ниндәй ул башҡорт бейеүе? Ысын һөнәрселәр башҡарамы уны, әллә өйрәнсектәрме? Ысын халыҡ бейеүҙәребеҙ дөрөҫ бейеләме? Был һорауҙар тураһында етди уйланырға кәрәк. Башҡорт бейеүе – этник мәҙәниәттең сағыу, үҙенсәлекле бер феномены ул. Уларҙа беҙҙең рухыбыҙ, менталитетыбыҙ, физиологиябыҙ – бөтөнөһө бергә сағыла. Бер нисә генә минут башҡарылған бейеүҙә астраль, көнкүреш, художестволы кимәл тураһында ентекле мәғлүмәт бирелә. Әммә, үкенескә күрә, бөгөнгө бейеүҙәрҙә шул тарихи үҙенсәлектәрҙе боҙоу, бейеү идеяһын ябайлаштырыу, сит хәрәкәттәрҙең күпләп үҙләштерелеүе күҙәтелә. Был юҫыҡта хореографтарға үпкә ҙур. Мәҫәлән, башҡорт бейеүен башҡарыусы ҡыҙҙарҙың аяҡ, итәк күтәреп, йә самаһыҙ болғап, ауыҙҙарын уғата йырып сәхнәлә йөрөүе йышайҙы. Әйткәндәй, «түңәрәк өҫтәл»гә саҡырылып та, килеүҙе кәрәк тапмаған бейеү ҡуйыусыларҙың быны проблема итеп күрмәүҙәре аңлашыла ла.
«Башҡорт халыҡ бейеүе» китабы – Розалия Солтангәрәеваның оҙаҡ йылдар (1982 йылдан бирле) алып барған эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Ул хеҙмәтендә Күбәләк, Тамъян, Үҫәргән ырыуҙары бейеүҙәрен ентекле өйрәнеп, уларҙы сәнғәттең синкретик төрө булараҡ күрһәтә.
«Шуны әйтә алам – бейеүҙәребеҙҙә һәр хәрәкәт, боролош, бармаҡ шартлатыу, тыпырлау, башҡарыусының ҡарашы үҙендә шул тиклем күп мәғлүмәт туплаған. Бөгөн халыҡ бейеүҙәрен йыйыусылар, өйрәнеүселәр бик әҙ», – тип борсолоуын да белдерҙе Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы. Автор китабына видеояҙмалы диск та ҡушылыуын мөһим тип иҫәпләй. Уны бейеү ҡуйыусылар, хореографтар үҙ эштәрендә файҙалана ала. Алдағы көндәрҙә бейеү өлгөләрен өйрәнеү йүнәлешендә эшләүсе лаборатория (институт йә мәктәп) булдырыу ҙа өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Бейеүҙәребеҙ генә түгел, милли мәҙәни мираҫыбыҙ иҫ киткес бай һәм улар ентекле өйрәнеүгә, һаҡлауға, киләсәк быуынға боҙмай еткереүгә лайыҡлы.