24.05.2011 Халҡың етеш йәшәһен тиһәң, балаңды эшҡыуар итеп тәрбиәлә
Бөгөн, башҡорттар араһында эшҡыуарҙар күп түгел, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Ни эшләйһең, был беҙҙең тәбиғәткә һалынмағандыр, бәлки. Шулай ҙа заманға яраҡлашырға ла кәрәктер ул. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында бизнес үҙәге барлыҡҡа килеү ҙә заман талабы булды.
Өсөнсө оло ҡорҙоң «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре» секцияһында ҡатнашыусылар ауыр хәлдә ҡалған милләттәштәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙыу, уларҙың бер өлөшөн булһа ла эшҡыуарлыҡҡа ылыҡтырыу, халыҡ араһында ошо тармаҡты популярлаштырыу маҡсатында тәҡдим иткәйне шундай үҙәк кәрәклеген. Әле ул ҡоролтайҙың Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһы ҡарамағында уңышлы ғына эшләй. Бизнес үҙәге (етәксеһе – «Стройтрейдинг» йәмғиәтенең генераль директоры Иршат Аҫылғужин), башҡорт эшҡыуарлығын үҫтереү маҡсатын ҡуйып, төрлө саралар уҙғара. Бер нисә көн элек кенә «Башҡортостан» гәзите менән берлектә «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта бизнестың торошо һәм киң мәғлүмәт сараларында башҡорт эшҡыуарлығын яҡтыртыу мәсьәләләре» темаһына «түңәрәк өҫтәл» үтте. Бында уңышлы эшмәкәрлек алып барыусы милләттәш эшҡыуарҙар, үҙ предприятиеһының генераль директорҙары Сәғит Исмәғилев («Исмәғил» йәмғиәте), Рәйлә Фәсхетдинова («Ғәлиә» химчисткаһы), Гүзәл Яубаҫарова («Арт-студия»), Риф Иҫәнов («Трал»), Рәүф Әлмөхәмәтов («Банкос») саҡырылғайны. Уларҙан тыш, һөйләшеүҙә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре Ольга Морозова менән Илнур Таҡтаев та ҡатнашты.
«Башҡортостан» гәзитендә былтыр көҙ башҡорт эшҡыуарлығына арналған конкурс иғлан ителгән. Уға, башлыса, эшҡыуарҙарҙы маҡтауға ҡоролған материалдар килә. «Шул уҡ ваҡытта беҙ ошо тармаҡтағы проблемалар, эшҡыуарлыҡҡа килеү юлдары тураһында ла яҙыуҙарын теләйбеҙ», – тине гәзиттең бүлек мөдире Лариса Абдуллина. Бындай конкурстар бик әһәмиәтле, тигән дөйөм фекергә килде «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар. Шуныһы ла бар: эшҡыуарҙар тәжрибә уртаҡлашырға, белгәндәрен был тармаҡҡа яңы тотоноусыларға өйрәтеүгә һис ҡаршы түгел, әммә киң мәғлүмәт сараларында күп осраҡта ул реклама һаналып, аҡса түләргә тейеш булалар.
Бөгөн «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа – йәшел ут» тигән лозунг йыш яңғырай. Шулай ҙа власть органдары менән мөнәсәбәтте яҡшыртыу, яңы эш башлаусыларға булған кәртәләрҙе юҡ итеү хаҡында етди уйланырға урын бар.
«Айыҡ халыҡҡа эш биреп, эсмәгән кешеләр һанын арттырыу мөһим», – тип уй-ниәттәре менән уртаҡлашты республикала ярайһы танылған эшҡыуар Сәғит Исмәғилев. ҡоролтайҙағы Бизнес үҙәге янында хоҡуҡи ойошма булдырыу зарурлығы барлығына баҫым яһаны тармаҡта эшләүселәр. Сөнки был – көн талабы, үҙ-үҙҙәрен хоҡуҡи яҡтан яҡлау һәм һаҡлауҙың бер сараһы.