«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Һөйөнсө, Башҡорт киноһы – ЕВРОПА ФЕСТИВАЛЕНДӘ!



24.05.2011 Һөйөнсө, Башҡорт киноһы – ЕВРОПА ФЕСТИВАЛЕНДӘ!

22 майҙа Францияла донъяның иң һәйбәт кинофильмдарын йыйған, абруйлы халыҡ-ара Канн фестивале тамамланды. Бөтә донъя кино «йондоҙ»ҙары, билдәле кино сәнғәте әһелдәре ҡатнашҡан сараны тантаналы ябыу кисәһендә беҙҙең башҡорт егете, йәш кинорежиссер Айнур Асҡаров та ҡатнашты − уның «Башҡортостан» киностудияһында эшләнгән «Еңмеш» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмы Канн фистиваленең Short Film Corner ҡыҫҡа метражлы фильмдар конкурсында күрһәтелде.
Фильм конкурстан тыш күрһәтелһә лә, башҡорт киноһы өсөн был ҙур еңеү. Уйлап ҡарағыҙ: абруйлы, төрлө илдән йыйылған кинематографистар башҡорт телен тыңлап, башҡорт ауылының көнкүрешен күреп, шуҡ һәм еңмеш Илнур исемле малайҙың мажараларына көлөп ултырһын әле! Инглиз субтитрҙары менән күрһәтелгән был фильмды, ысынында, тәржемәһеҙ ҙә аңлап була, сөнки уның йөкмәткеһе ябай һәм сағыу.
Кинолағы хәл-ваҡиға Хәйбулла районының бер ауылында бара. Ауылға «Танцор диско» исемле һинд киноһын килтерәләр. Клубҡа инеү хаҡы − ике йомортҡа. Илнур, әлбиттә, был мөһим һәм шатлыҡлы ваҡиғанан ситтә тороп ҡалырға уйламай. Тик, иртәнсәк шаярып, эш боҙғанлыҡтан, өләсәһе уға бигерәк күп эш ҡушҡан. Бына уның эштәре тамамланды, әммә кино тураһында хәбәрҙар булмаған өләсәһе бер нисә йомортҡаны икенсе балаларға биреп ебәргән, ә ҡалғандарын ҡурып, киске аш әҙерләгән. Шунда башлана ла инде еңмеш малай­ҙың мажаралары.
Төп ролдәрҙе башҡарыусы балалар − Аҡъяр балалары Ғәлимйән Мәмбәтов, Регина Теүәлбаева, Ғәзинур Асҡаров, Рушан Рәсембәтов, өләсәй һәм кассир ҡатын ролдәрендә − билдәле Сибай артистары Рәмилә Хоҙайғолова һәм Зифа Баязитова. Ә оло киномеханик ролен ғүмер буйы Хәйбуллала киномеханик булып эшләгән, үҙ эшен бик яратҡан Сәлимйән Әминев уйнаны.
Сценарий Айнур Асҡа­ровтың бала саҡ хәтирәләре буйынса Леонид Корин менән берлектә яҙыла. Ижади төркөм йәштәрҙән генә тора: оператор − Тимур Ғәниев, рәссам − Эдуард Басареев, яҡтыртыу буйынса рәссам − Роман ҡаһарманов, ҡорау режиссеры − Александр Снадин.
Айнур Асҡаров быйыл Санкт-Петербург Кино һәм телевидение институтының өсөнсө курсын тамамлай. «Еңмеш» фильмы менән ул бер нисә Рәсәй кинофестивалендә ҡатнашып, диплом һәм номинациялар яулай. Ә хәҙер башҡорт «Еңмеш»е бөтә донъяны яулай башланы!
Фильмдың уңышы, әлбиттә, продюсерға бәйле. Ни тиһәң дә, кино − тейешле финанслау һәм ҡиммәтле техник ҡорамал талап иткән сәнғәт төрө. Киностудия директоры Айбулат Юнысов был ҙур эште атҡарып сығарыуға ҙур көс һалды. Йәш режиссерҙың Канныға йөрөп ҡайтыу сығымдары ла − киностудиянан. Үҙебеҙҙең милли киноны үҫтереү өсөн асылған киностудиябыҙ был юлы ла үҙен һынатманы.
Һөйөнөслө хәбәр аҙағында шуны ла әйтеп китәйем: Аҡъяр егете Айнур Асҡаров − билдәле музыкант, «Рух» төркөмө етәксеһе Юлай Асҡаровтың улы. Бындай ижади күсәгилешлек, балаларҙа рух һәм башҡортлоҡ тәрбиәләү, әлбиттә, күп ғаиләләргә өлгө булып тора.

Зөһрә БУРАҡАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға