17.05.2011 Ҡулдарынан гөл тама
Борай районының Борай ауылында йәшәүсе Алһыу Ғаязова – уңған хужабикә лә, яҡшы әсәй ҙә, шәп белгес тә
Уңған хужабикә, иң яҡшы әсәй, һөйөклө ҡатын, иң шәп белгес... Ошолай тип тасуирлап яҙған мәҡәләләр геройҙары менән, бер ҡараһаң, йыш осрашабыҙ кеүек. ҡайһы берҙә хатта: «Шулай уҡ шәпме икән ни был ҡатын?» – тип уйлап ҡуяһың. Сөнки һәр береһенә өлгөрөр өсөн, ай-һай, ваҡыт күп кәрәк! Үҙемә ҡарата ла кемдер бер мәл шундай һөйләмде ҡулланырға уйлағайны: баш тарттым. Ундай уҡ түгеллегемде беләм. Миңә ҡалһа, һәр саҡ ҡайҙалыр, нимәгәлер өлгөрмәй ҡалам төҫлө, бигерәк тә балаларым менән күберәк аралашырға теләр инем.
Ә бына Борай ауылында йәшәүсе Алһыу Ғаязова – алда әйтелгән һүҙҙәргә тап килгән ҡатын. Был хаҡта уның булмышы, йәшәйеше, донъяға ҡарашы һөйләй. Яңыраҡ Борай районының үҙәк китапханаһында үткән «Боҙ аҫтында ла һыу аға» күргәҙмәһендә Алһыу Ильяс ҡыҙының ҡул эштәре тәҡдим ителгәйне. Дөрөҫөн әйткәндә, был уның беренсе шәхси күргәҙмәһе түгел. 1-се Борай мәктәбен 1988 йылда көмөш миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетында белем алған был ҡатын бик күптән бәйләү, сигеү эштәре менән шөғөлләнә. Бер ҡараһаң, «химик, химия дәресе уҡытыусыһы, химик-эколог» дипломы менән ул туған мәктәбендә уҡыта башлағас, «Хужабикә» ҡул эштәре түңәрәген алып барырға тейеш тә түгел төҫлө ине. Етмәһә, «Йыл уҡытыусыһы – 2004» район конкурсында үҙен һөнәренең алдынғы ҡарашлы белгесе итеп күрһәтеп, еңеү яулаған. Әммә Айрат исемле ул, Айгөл исемле ҡыҙ үҫтергән Ғаязовтар ғаиләһендә йәмле өй мөхите, өй йылыһы тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүләләр.
Алһыуҙың ҡул эштәренә оҫталығы – быуындан-быуынға күскән мираҫ, тип әйтергә лә була. Дәүләкән районының Мәкәш ауылында оҙаҡ йылдар ғүмер иткән өләсәһе Маһури Ситдиҡованың ҡул эштәре һәр балаһының, ейәненең өйөндә һаҡлана.
Йөҙҙән ашыу һүрәт, сәғәт циферблаттары, брелоктар сиккән Алһыу Ильяс ҡыҙы был эшкә ҡыҙы Айгөлдө лә йәлеп иткән. Хәҙер уның ҡул эштәренән айырым күргәҙмә әҙерләрлек.
Алһыу Ғаязованың эштәре район һабантуйҙарында, «Салауат йыйыны» байрамдарында тирмәләрҙе биҙәй. 2008 йылдың мартында ошо уҡ китапханала «ҡатын-ҡыҙ тыуҙырған мөғжизә» күргәҙмәһе ойошторолған булған. Халыҡ яратып ҡараған «Рәйхан» тапшырыуында ла оҫта хаҡында бик йәмле сюжет күрһәтелгәйне.
Әлеге күргәҙмәгә лә халыҡ әүҙем йыйылды. Сығыш яһаусы һәр кем буяуҙар аша түгел, ә тап ептәр ярҙамында киң билдәле картиналарҙы яңынан ижад иткән. Әле Алһыу Ильяс ҡыҙы өсөнсө сабыйы – Азалия менән хаҡлы ялда. Йортта, ғаиләлә тыуҙырылған яҡты мөхит, мөнәсәбәтте күреп, был ҡатындың тәүлегендә 24 түгел, 48 сәғәттер ул, тип уйлап ҡуяһың. Күргәҙмәне әҙерләргә, сигеү эштәрен элергә ярҙам иткән ире Азаматҡа, уны ойошторған район китапхана хеҙмәткәрҙәренә ул сикһеҙ рәхмәтле. Сарала китапхана директоры Миләүшә Йәнгирова Алһыу Ғаязоваға район ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы. Район балалар ижад йортоноң элекке хеҙмәткәре Наилә Дәүләтгәрәеваның «Алһыу сигеү сигә» шиғыры байрам ойоштороусы ҡатындың булмышын асҡандай:
Ал таң менән Алһыу сигеү сигә,
ҡояш нурҙарына күмелеп.
Яҡты уйы, изге хыялдары
Ептәренә бара үрелеп.
Эйәрмәй күҙ етеҙ ҡулдарына,
Сихри ҡараш нурлы йөҙөндә.
Күңеленең нескә тойғолары
Биҙәк-биҙәк булып теҙелә.
Нәфис ептәр менән Алһыу сигә:
Донъяға – йәм, байрам – күңелгә.
Онотолмаҫ ваҡыт миҙгелдәре
Иҫтәлеккә ҡалыр ғүмергә.
Бер ҡараһаң, бәхетле булыу өсөн күп тә кәрәк түгел икән. Уны һәр кем үҙенсә, үҙе аңлағанса тоя. Алһыу Ғаязованың ҡул эштәрендә күңеленең, донъяһының яҡтылығы сағыла. Ул үҙенең бәхетенең сағылышын башҡалар менән уртаҡлашҡан. Собханалла, күҙ теймәһен! Уйымса, был күргәҙмә баш ҡала халҡына ла ҡыҙыҡ булыр ине. Ул – ғаилә мәҙәниәтенең бер сағылышы.
Лариса АБДУЛЛИНА.
Борай районы.
Фәнзәлиә БӘҘРЕТДИНОВА фотолары.