«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Янғантау»ҙа таланттар күп



10.05.2011 «Янғантау»ҙа таланттар күп

Салауат районы − таланттарға бай төбәк. «Янғантау» санаторийының бейеүселәрҙе һәм йырсыларҙы туплаған ижади коллективы ла районда ғына түгел, республикала ла, сит өлкәләрҙә лә танылыу яулаған билдәле төркөм. «Байыҡ» телевизион конкурсында ла шифахана бейеүселәре, үҙҙәренең үҙенсәлекле сығыштары менән тамашасыларҙы хайран итеп, призлы урындар яуланы.
Дауалау үҙенсәлектәре менән билдәле курорт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырыу маҡсатында «Янғантау» ынйылары» тип атал­ған концерт программаһы менән Өфөгә килде. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уның презентацияһы үтте. Үҙенең килемле эшләүе менән миллиардерҙар сафына ингән шифахана халыҡтың ялын ойоштороу, кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыу менән генә шөғөлләнмәй, үҙе лә продукция етештерә (һөт заводы, колбаса, кондитер цехы бар), социаль мәсьәләләрҙе лә хәл итә. «Янғантау» шифаханаһы менән танышырға килгән һәр кем филармония фойеһында ҡуйыл­ған экспозицияла унда күрһәтелгән хеҙмәттәр, етештерелгән аҙыҡ-түлек менән яҡындан таныша алды.
«Янғантау» таланттарының сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандар, моғайын. Әлиә һәм Салауат Алтынбаевтарҙың, Ринат Ишмөхәмәтовтың өҙә баҫып, дәртле бейеүе тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде. «Алтын майҙан» конкурсы лауреаты Илгиз Исхаҡов, Азамат Нуриев, Вадим Хизбуллин, Зөбәржәт һәм Алексей Манкевичтарҙың моңло йырҙары берсә уйландырҙы, берсә моңландырҙы. Мәктәп балаларынан торған бейеү ансамбленең сығыштары ла тамашасы күңеленә хуш килде. Тамашаны ҡарағандан һуң, төпкөлдә лә таланттар күп икән, тигән уйға киләһең. Үҙҙәренең артистарына шифахана етәкселеге ижад итер өсөн күп мөмкинлек булдырған. ҡыйбатлы аппаратура, сағыу костюмдар төрлөлөгө, ижади коллективтың мәртәбәле конкурстар­ҙа ҡатнашыуы ошоға дәлил. Афарин, «Ян­ған­тау»­ҙар! Сағыу сығышығыҙ менән баш ҡала тамашасыһының күңелен әсир итә алдығыҙ!
Әйткәндәй, «Янған­тау» ижади коллективы халыҡ ансамбле исеменә лә дәғүә итә.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға