10.05.2011 Илһамлы миҙгелде ҡаршылап
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары күңелле яҙ мәшәҡәттәре солғанышында йәшәй: белем алырға ла өлгөрәләр, ʺСтудент яҙыʺ фестивалендә лә ҡатнашалар, фәнни-ғәмәли конференцияға ла әҙерләнәләр.
Бындай ҡыҙыу эш мәлендә факультетыбыҙҙың ʺШоңҡарʺ әҙәби-ижади берекмәһе ағзалары ла ваҡыттарын бушҡа уҙғармай. Филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова етәкселегендә һәр бер ултырышта алға ҡуйған маҡсаттарҙы барлайҙар, бурыстарҙы уртаҡлашалар. Яңыраҡ ҡына улар бер-бер артлы матур-матур осрашыуҙарҙа ҡатнашыу бәхетенә иреште.
Йәш шоңҡарсылар БР Яҙыусылар союзында ойошторолған шиғриәт кисәһенә йыйылды. Осрашыуҙы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина асып ебәргәс тә, һүҙҙе йәштәр алды. Һуңынан шиғри сығыштарға ҡәҙим Аралбай, Зөһрә ҡотлогилдина, Әлфиә Әсәҙуллина, Лариса Абдуллина, Зөфәр Вәлит, Гүзәл Ситдиҡова тарафынан баһа бирелде. Йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың да уңыштар теләп, изге фатихаһын биреүе студенттарҙы ҡыуандырҙы һәм улар, үҙ сиратында, әйтелгән теләк-кәңәштәрҙе тоторға вәғәҙә бирҙе.
Апрель башында ʺШоңҡарʺ әҙәби-ижади берекмәһенә Стәрлетамаҡтан йәш шағирә Рита Фәтҡуллина етәкселегендәге ʺАшҡаҙарʺ түңәрәге ағзаларының ҡунаҡҡа килеүе оло тантанаға әйләнде. Осрашыуға ʺЙәншишмәʺ гәзитенән шағирә Зөһрә ҡотлогилдина ла саҡырылғайны. Уға ʺШоңҡарʺға йөрөүселәр тарафынан эшләнгән ʺКиләсәк ʺЙәншишмәʺнән башланаʺ тип исемләнгән стенгазета бүләк ителде.
Зөһрә апайҙың шиғри күстәнәсенән һуң Стәрленән килгән ҡунаҡтарыбыҙ матур, үҙенсәлекле тамаша күрһәтте. Һәр береһенең һөйләгән шиғырҙары күңелгә ятышлы. Тимур Усмановтың гитарала уйнап, йырлауы үҙе ни тора!
ҡунаҡ ашы − ҡара-ҡаршы, тигәндәй, шоңҡарҙар ҙа шиғри сығыштар менән йыр-бейеүҙәрҙе аралаштырып, осрашыуҙы йәмләп ебәрҙе. Лилиә Үркенбаеваның ʺҺандуғасʺ йыры, Илүзә Кирәева һәм Гөлсәсәк Ибраһимова башҡарыуындағы бейеүҙәр алҡыштарға күмелде.
Бына шулай дәртләнеп, илһамланып, илһамлы миҙгел − яҙҙы ҡаршыланы ʺШоңҡарʺ берекмәһе ағзалары.
Зарина БАҒЫШАЕВА,
БДУ студенткаһы.