10.05.2011 Тыуған ил ғәзизерәк
Салауат ҡалаһының мәҙәни тормошонда ваҡиға: бындағы башҡорт дәүләт драма театры халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың “Сейәле тау” драмаһы буйынса спектакль әҙерләп күрһәтте. Премьера көндө театрҙың тамаша залына халыҡ килеп тулды. Тамашасылар араһында булған һөйләшеүҙәргә ҡолаҡ һалам.
– Спектакль нимә тураһында икән?
– Мөхәббәт тураһындалыр инде.
– Кит, туҡһан йәшлек драматург мөхәббәт тураһында яҙмаҫ.
Был репликаға сал сәсле бер ағай ҡаршы төштө:
– Мөхәббәт ҡартаймай ул…
– Кемдер балаһын юғалта, йәиһә ташлап китә лә, аҡылға ултырғас, эҙләп таба. Хәҙерге кинолар ҙа, спектаклдәр ҙә шул турала. Был да шул хаҡталыр әле.
Нимә генә тураһында булһа ла, уның драматургы – Нәжиб Асанбаев. Ә ул шәп пьесалар яҙа торған шәхес.
– Эйе, Нәжиб ағай Асанбаев башҡорт драматургияһының патриархы. Уның исеме элекке СССР республикаларында ғына түгел, ә күп сит илдәрҙә, бигерәк тә ғәрәп йөмһүриәттәрендә билдәле. Уның “ҡыҙыл паша” спектакле 22 ғәрәп илендә уйналды. Ә бөгөнгө спектаклде ҡарағас та был пьесаһының талантлы ҡул менән яҙылыуының шаһиты булдым. Ваҡиғалар заман темаларына бағышланған. Бөгөнгө көн темалары тигәндә, ғәҙәттә, бәғзе яҙыусылар быға: “Ысынлап та, бөгөнгө герой кем?” – тигән һорауҙы ҡуя. Ә кемдер Михаил Юрьевич Лермонтовтың “Герой нашего времени” тигән һүҙен ҡеүәтләй: “Бөгөнгө герой юҡ ул, олигарх герой була аламы?” – тип яуап бирә.
Ә бына Нәжиб ағай Асанбаевтың әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарағас, тормошобоҙҙа бөгөнгө геройҙарҙың тулып ятыуына ышанаһың. Танылған драматургтың теманы ҙур оҫталыҡ менән тотоп ала белеүенә һоҡланып ултырҙым. Тәү ҡарашҡа әллә ни яңылыҡ та юҡ кеүек, әммә әҫәр драманың философик һәм психологик яҡтан көслө итеп эшләнеүе менән ота. Ә актерҙар коллективының пьесаның ошо рухын тотоп алып, килешле уйнауы, режиссер, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Олег Хановтың ижади һәләте менән байытылған спектаклде һуңынан тамашасыларҙың аяҡ өҫтө баҫып алҡышлауы күп нәмә тураһында һөйләй.
Спектаклдең йөкмәткеһен һөйләп тормайынса ғына драманың фабулаһына ҡағылмайынса булмай. Ауыл ҡыҙы Зөһрә (артистка Айһылыу Лоҡманова) һөйгән егете Аязды (артист Револь Ғималов) ҡалдырып, замандан артта ҡалмаҫҡа була, сит илгә китеп, үҙ бәхетенә өлгәшергә хыяллана. Аяз уны был ниәтенән күпме генә кире һүрелдерергә тырышһа ла, Зөһрә тыңламай. Егеттең ғәзиз тыуған ерҙә генә ысын мөхәббәттең бәхетле булыуын аңлатырға тырышыуы ла ҡыҙҙы туҡтата алмай. Өҫтәүенә, Швейцариянан көтмәгәндә килеп төшкән Бөрйән исемле ҡунаҡ (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Риза Мәһәҙиев) Зөһрәнең күңел ағышын көсәйтеп ебәрә. Ғүмер буйы фермала һауынсы булып ҡулдарын имгәтеп бөткән әсәһе Гөлнара (артистка Гөлфирә Сафиуллина) ҡыҙының бәхетте шул әкиәти Швейцарияла ғына табыуына шикләнмәй.
Был – ваҡиғалар ағышынан бер фрагмент. Ошолар фонында Бөрйән Зөһрәне һәм уның әсәһен күндергәс, тамашасылар артистарҙы дәррәү алҡышланы. Билдәле, был тәбрикләү Зөһрәнең сит илгә китергә уңай килеп тороуына төбәлмәгәйне, ә зал артистарҙың, атап әйткәндә, Айһылыу Лоҡманованың, Риза Мәһәҙиевтың, артистар Гөлфирә Сафиуллинаның һәм Револь Ғималовтың ышандырырлыҡ итеп, бирелеп уйнауына ихлас ҡул сапты.
Ниһайәт, Зөһрә Швейцарияға килеп төшә. Ул, баҡһаң, капиталист Бөрйәндең ғаиләһендә булып сыға. Бында икенсе тормош башлана. Тормошҡа еңелсә генә ҡараған, капитализмдың өҫтөнлөктәренә инанған Зөһрә ҡаты һынауҙарға дусар була. Уны төрлө алдаҡ юлдар менән үҙ ҡатынының бай мөлкәтен ҡулға төшөрөүгә өлгәшкән Бөрйән бисәлеккә алырға маташа башлай. Бер ҡатлы Зөһрә уға ышана ла, ышанмай ҙа. Өҫтәүенә, Бөрйәндең Ансаф исемле (артист Риф Мусин) ғәрип улы уға ғашиҡ була. Баҡһаң, тәү ҡарашҡа ихлас күренгән Ансаф та, атаһы кеүек, әшәке кеше булып сыға. Аҙаҡ асыҡланыуынса, бындағы ялсы ҡыҙ булып хеҙмәт иткән Фатма (Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәүфилә Яҡупова) унан йөклө икән. ҡыҫҡаһы, Зөһрә был ғаиләлә бөтә тормош капиталистик ҡырыҫ закондарға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә нигеҙләнеп дауам иткәнлегенә ышана башлай. Ул ике ут араһында тороп ҡала һәм үҙ иленә ҡайтыу тураһында уйлана башлай. Уны бында ҡалдырыу өсөн Бөрйән ҡаты дәлилдәр килтерә. “Һеҙҙең илегеҙ көн күрмәйәсәк, халҡығыҙҙың ҡулынан бер ни килмәй. Әле һеҙҙең илдә ил байлығын инвестиция тигән исем аҫтында сит илдәргә һатыу бара. Һеҙ бер ваҡытта ла бәхетле булмаясаҡһығыҙ”, – тип өгөтләргә тотона. Әммә бындағы ғаиләлә капиталистик ҡәбәхәтлектәр асылғас, Зөһрә бөтөнләйгә үҙ иленә ҡайтырға ҡарар итә. Ә Аяздың, йортон һәм һыйырын һатып, мөхәббәтен эҙләп, илселек аша юллауын ишеткәс, уға ҡанат үҫкәндәй була…
Бына ни тиклем ваҡиғалар булып үтә. Ә быларҙы уйнап күрһәтеп, төплө образдарҙы тыуҙырыу өсөн ғәйәт ҙур тырышлыҡ һәм талант кәрәк булыуы аңлашыла. Был Швейцария ансамблендә ҡатнашҡан бөтә актерҙар ҙа миндә ыңғай фекерҙәр уятты. Театр яңынан тыуған тигән фекергә килдем. Был күренештә ҡатнашҡан артистар Риф Мусин (Ансаф), Нәүфилә Яҡупова (Фатма), Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Наҙгөл Иҫәнбаева (Шәмсиә), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәрипов (Фридрих), Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипова (Хариза) матур образдар ижад иткән. Ансаф образын тыуҙырған Риф Мусин тураһында айырым әйтеп үтке килә. Быға тиклем миңә уның бүтән спектаклдәрҙә уйнауын күрергә тура килмәне, ә был “Сейәле тау”ҙа уйнауына һоҡланып ултырҙым. Уның ролен талантлы башҡарыуына бөтә тамашасылар дәррәү алҡышланы. Риф – Ансаф сәхнәлә йәшәне, ғәжәп мәғәнәле хәрәкәттәр яһап, бөтә булмышы менән берсә ғашиҡ булыуҙы, берсә хатаһына үкенеүҙе, атаһының мәкерле кеше булыуына нәфрәтләнеү кисерҙе, әсәһенең яҙмышына әрнеүҙе, Зөһрәгә ҡарата тойғоларының селпәрәмә килеүен ул ҙур оҫталыҡ менән һынландырҙы.
Спектаклдең ғүмерле булыуына шик юҡ. Рәссам Альберт Нестеровтың эше, композитор Юлай Үҙәнбаевтың көй-моңдары ла тамашасылар күңеленә хуш килде. Тамаша һуңында быйыл үҙенең 90 йәшен билдәләүсе халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Вилдан улы Асанбаевты сәхнәгә саҡырып ҡотлап, бик оҙаҡ ҡул саптылар. Ә сәхнәгә күтәрелгән мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаҡов театрҙы яңы эше менән ихлас ҡотланы һәм Риза Мәһәҙиевҡа “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдең билдәһен тапшырҙы.
Театр йәшәй һәм ижад итә. Ул үҙенең был яңы спектакле менән ошо хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Ғәҙәттә, бүтән ҡалаларҙан, бигерәк тә сит илдәрҙән ҡунаҡтар, туристар килһә, иң беренсе, был ҡалала театр бармы, тип һорайҙар. Әгәр ҙә театр булһа, ҡаланың мәҙәнилеге, халҡының нәфислеккә ынтылыусан булыуы аңлашыла. Эйе, Салауат ҡалаһында ла театр бар. Ләкин ҡунаҡтарға күрһәтерлек театр бинаһы юҡ. Хәҙерге бөтөнләй матур биҙәлеш алған торлаҡ йорттар, гүзәл офистар фонында Салауат башҡорт театры бинаһы Хрущев заманындағы йортто хәтерләтә. Ә бит Салауат милли ҡаһарманыбыҙ исемен йөрөткән башҡорт ҡалаһы булып тора. Баш ҡалабыҙ Өфөлә, күршеләре Стәрлетамаҡта театрҙар мәшһүр һарайҙарҙа урынлашҡан, ә ни өсөн Салауат ҡалаһы ошо көнгә ҡалды әле? Был күренеш күңелемде айырыуса борсой. Сөнки был театрҙа халыҡ йыры легендаларына нигеҙләнеп яҙылған “Ашҡаҙар”, экология проблемаларына арналған “Китмә, Рөстәм”, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡаһарманлығы тураһында һөйләгән “Йәшлегем тирәктәре” драмалары, “Һипкелле ҡыҙ” комедияһы буйынса спектаклдәр ҡуйылды. Театр бөтәһе алты пьесама йән өрҙө. Уны “минең академтеатрым” тип йөрөтәм. Ә бөгөн был театр бинаһы замана талаптарын да, театр коллективының ижади масштабын да ҡәнәғәтләндерә алмай.
Спектаклдән һуң театр етәкселәре Наилә Сәфәрғолова, баш режиссер Олег Ханов, актерҙар министрға бик күп һорау бирҙе һәм үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе. Хөрмәтле министрыбыҙ был проблемалар буйынса пландар булыуы тураһында әйтте һәм мәсьәләнең ыңғай хәл ителәсәгенә ышаныс белдерҙе. Иншалла, теләктәрҙең ҡабул булыуына ышанғы килә.
Кәбир АҡБАШЕВ,
драматург.