10.05.2011 «Милли телдәр юҡҡа сыҡҡан һайын донъя ярлылана»
Студенттарҙың вуз уҡытыусылары рейтингын күрһәткән «PREPOD.ORG» тигән сайты бөгөн бик популяр. Үҙемдең сираттағы геройым – БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультеты деканы, юридик фәндәр кандидаты, доцент Тимур Салауат улы ҡасимов тураһында ла бында мәғлүмәт бар. Уға өҫтәп, 127 комментарий ҙа теркәлгән. Студенттарҙың күпселеге Тимур Салауат улының дәрестәренең бик ҡыҙыҡлы үтеүен, уны ихтирам итеүҙәрен, яратҡан уҡытыусылары иҫәбендә булыуын билдәләгән.
Күптәрҙең ихтирамын яулаған шәхес менән яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ.
– Күҙмә-күҙ осрашҡанға тиклем, интернеттан һеҙҙең турала мәғлүмәт эҙләп, шулайыраҡ «табыш»ҡа юлыҡтым: йөҙәрләгән татар ҡасимовтары борондан Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән һәм Рәсәй тарихында булып үткән бөтә хәл-ваҡиғалар уларҙың да шәжәрәһендә асыҡ сағылыш тапҡан. Шулай уҡ ҡасимов тигән ҡала ла бар. Һеҙҙең тамырҙар шуларға барып тоташмағанмы?
– Татар ҡасимовтарына ла, ҡасимов ҡалаһына ла ҡыҫылышым юҡ, мин – башҡорт. 1973 йылда Өфөлә тыуғанмын. Атайым Салауат Фитрат улы 1934 йылда Белорет ҡалаһында донъяға килгән. Ә уның атаһы, йәғни ҡартатайым Фитрат ҡасим улы, сығышы менән Учалы районының Мәхмүт ауылынан булған. Өләсәйем Ғәлиә Зәйнулла ҡыҙы Зәйнуллина шулай уҡ ошо райондың Сурағол ауылы ҡыҙы. Уларҙың икеһенең дә ата-әсәһе крәҫтиән булған. Йәш саҡтарында Белорет ҡалаһында танышып, 1920 йылдарҙың аҙағында өйләнешкәндәр. Биш балалары тыуған. Уртансы улдары – минең атайым. ҡартатайым 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алынғанға тиклем эске эштәр бүлегендә эшләгән була, легендар генерал Шайморатовтың дивизияһында дошманға ҡаршы алыша һәм, үкенескә күрә, яу яланынан әйләнеп ҡайта алмай. Өләсәйем, бер балаһын юғалтып, дүрт балаһын бер үҙе ҡарап үҫтерә. Ул хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем почтала эшләй. Белоретта уның ҙур ғына өйө бар ине – бала саҡта унда йыш булдым.
Атайым, армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, БДУ-ның тарих факультетына уҡырға ингән. Һәм шуныһы ҡыҙыҡ – 1957 йылда университетты асыу тантанаһында ҡатнашып, сығыш яһаған берҙән-бер студент булған. Ул хәҙер танылған тарихсы, профессор, тарих фәндәре докторы. Шулай итеп, ябай хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған бала, үҙенең ҡыҙыҡһыныусанлығы, аң-белемгә ынтылыуы һөҙөмтәһендә юғары белем алып сыҡҡас, башкөллөй фән донъяһына сума. Уның барлыҡ ғилми хеҙмәттәре лә Башҡортостан тарихына, башлыса, 1917 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклемге тарихҡа, арналған. Ошо юҫыҡтағы китаптары уҡыусыларҙың киң даирәһенә таныш. Атайымдың хеҙмәте лайыҡлы баһаланды – 2009 йылда уға Башҡортостан Республикаһының дәүләт премияһы тапшырылды. Уға әле 76 йәш, дәрт-дарманы һаман ташып тора.
Әсәйем Дамира Иҙиәт ҡыҙы ғүмере буйы БДУ-ла эшләне. Әле 71 йәштә, һаман да эшләй. Беҙ ғаиләлә ике бала үҫтек. Апайым Гүзәл белеме буйынса медик. Ә мин мәктәпте тамамлағандан һуң БДУ-ның юридик факультетына уҡырға индем. Университетты тамамлағас, юрист-практик булырмын тип уйлағайным. Ысынлап та, диплом алғандан һуң юридик фирмала, аҙаҡ сауҙа фирмаһында, банкыла эшләп алдым, бер үк ваҡытта аспирантурала уҡыным. Шулай ҙа юғары уҡыу йортонда уҡытыу эше күңелемә яҡыныраҡ булып сыҡты. Әйткәндәй, БДУ менән АҡШ-тың Фрид-Хардеман университеты араһындағы килешеүгә ярашлы, мин АҡШ Хөкүмәте грантына лайыҡ булып, 1996 – 1998 йылдарҙа Америкала уҡып, икенсе юғары белем алдым. Америка студенттары дүрт йыл уҡыған программаны ике йылда үҙләштереүгә өлгәштем, сөнки программа буйынса ҡаралған дисциплиналарҙың күбеһен БДУ-ла үткәйнем.
– Һүҙ ыңғайында шуны әйтеп үтһәгеҙсе: Американың уҡыу-уҡытыу программаһы беҙҙекенән нимәһе менән айырыла?
– Унда уҡыу процесында күберәк практик күнекмәләргә иғтибар бирелә. Беҙҙе документтар тултырырға, хаттар, килешеүҙәр төҙөргә өйрәттеләр, һәр предмет буйынса ғәмәли күнекмәләр, курс эштәре күп булды. Мин маркетинг йүнәлешендә уҡыным, шуға күрә төрлө маркетинг тикшеренеүҙәрендә ҡатнаштым, маркетинг-стратегиялар тәҡдим иттем. Бизнес менән идара итеү бакалавры дипломына эйә булдым. Сит илдә уҡыған осорҙа кандидатлыҡ диссертациям өсөн бик бай материал тупланым һәм 1999 йылда уны яҡланым.
– Кандидатлыҡ диссертацияғыҙҙың темаһы – «АҡШ-тың хоҡуҡи көйләнешендә йәмғиәт менән ергә шәхси хужаларҙың мәнфәғәттәре балансын һаҡлау» менән танышмын. Актуаллеген әле лә юғалтмаған ер мөнәсәбәттәренә бәйле эшегеҙҙе һаман дауам итәһегеҙҙер бит?
– Эйе, ер темаһы һис ҡасан да актуаллеген юғалтмай. Тик уҡытыусылыҡ эшенә ылығып китеү сәбәпле, был эшемде туҡтатып торҙом һәм икенсе йүнәлештә – «Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы» юҫығында эшмәкәрлегемде башланым. Хәйер, «Ер кодексы»ның беренсе статьяһының Рәсәйҙәге ер буйынса хоҡуҡтар принцибы һаналып киткән өлөшөндәге һуңғы, 11-се, принцибы минең диссертациямдағы тәҡдим буйынса индерелде.
Әлеге көндә докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләйем. Уның темаһы «Киләсәк йәмғиәттең заманса концепциялары» тип атала. Шулай уҡ актуаль тема, һәм ул Рәсәйҙең генә түгел, ә башҡа дәүләттәрҙең дә киләсәгенә ҡағылышлы. Әлбиттә, күп уҡырға, шөғөлләнергә тура килә.
– Тимур Салауатович, һеҙҙең быуын йәштәре интернационаллек принциптары йәшәгән ҡоролошта үҫеп, үҙегеҙҙең туған телегеҙҙә аралашмай, уны нигеҙле өйрәнмәй үҫтегеҙ. Һөҙөмтә күренеп тора: күптәр үҙ телен белмәй йәки насар белә. Әгәр ҙә киләсәктә тик рәсәйҙәрҙе («россияндарҙы») генә тәрбиәләһәк, шул уҡ хәлгә кире ҡайтасаҡбыҙ бит – йәш быуын үҙенең нәҫел-нәсәбен белмәй үҫәсәк.
– Башҡорт теле – ҙур һандағы халыҡ теле: Рәсәйҙә 1,6 миллиондан ашыу башҡорт йәшәй. Тимәк, башҡорт теле йәшәргә тейеш, уны республикала рус теле менән бер рәттән ҡулланырға тейешбеҙ.
Европа илдәрен, мәҫәлән, Испанияны алайыҡ. Ул федератив дәүләт түгел. Әммә унда дүрт телдә – испан, каталон, баск һәм галисий телдәрендә һөйләшәләр. Испанияла булғанымда шуға иғтибар иттем: банкоматтарҙа бөтә дүрт телдә лә яҙыуҙар бар. Ә Рәсәйҙә быны күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел – беҙҙә бөтәһе лә рус һәм инглиз телендә генә яҙылған. Телдәр ассимиляцияһы илебеҙҙә бик көслө – рус теле башҡа телдәрҙе «йотҡан». Был бигерәк тә ҡала мөхитендә көслө. Мин үҙемдән генә алып та шуны раҫлай алам: беҙ рус теле хакимлыҡ иткән мөхиттә үҫтек, шунлыҡтан туған телемде белмәйем. Ғөмүмән, милли телдәр юҡҡа сыҡҡан һайын донъя ярлылана, тигән фекер йәшәй бит. Һәр милләттең теленең, йолаларының, ғөрөф-ғәҙәттәренең, ауыҙ-тел ижадының, фольклорының, йыр-бейеүҙәренең үҙ матурлығы бар.
– Нисек уйлайһығыҙ, туған телегеҙҙе белмәүҙән һеҙ үҙегеҙ нимәлер юғалттығыҙмы?
– Атам-әсәм телен мин көнкүреш кимәлендә белеүен-беләм ул, тик һөйләшә генә алмайым. Башҡорт халыҡ йырҙарын ныҡ яратам. ҡурай, ҡумыҙ күңелемә шул тиклем яҡын. Әйткәндәй, ҡурайҙы бит сит илдә лә танынылар. Уны хәҙер төрлө музыка жанрында ла киң ҡулланалар. Башҡорт булғас, барыбер ҡан тарталыр, тим.
Әйткәндәй, ҡатыным Дилара Фәрит ҡыҙы, Өфөлә тыуып үҫһә лә, башҡорт телен камил белә. Ул БДУ-ла уҡыта, доцент. ҡайным менән ҡәйнәм ғаиләләрендә башҡортса аралаша. Уларҙы тыңлап ултырыуы күңелле.
– Башҡортостан, Татарстан кеүек милли республикаларҙы бөтөрөп, дөйөм Рәсәй дәүләтен генә булдырыу концепцияһына ла үҙ ҡарашығыҙ барҙыр?
– Үкенескә күрә, ҡайһы бер сәйәсмәндәр шундайыраҡ уй менән йәшәй. Был Рәсәй биләмәһендә йәшәгән милли халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғын боҙа. Ә был турала халыҡ-ара хоҡуҡи документта – БМО-ның Уставында аныҡ билдәләнгән. Рәсәйҙә башҡорт, татар, сыуаш, удмурт һәм башҡа милләттәр үҙ республикаларында йәшәй, һәм улар, тулыһынса айырым дәүләт булып тормаһа ла, Рәсәй дәүләтенең өлөштәрен тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр береһе лә дәүләтселек билдәләренә эйә – үҙ власть органдары, президенты, парламенты, суды, Конституцияһы, үҙ закондары, символдары, дәүләт телдәре бар. Быларҙың барыһы ла милләттәргә үҙбилдәләнеш хоҡуғын бирә.
– һеҙҙе сәйәхәт ҡылырға ярата, шуға ла сит телдәр менән дә ҡыҙыҡһына, тиҙәр...
– Сәйәхәт итергә яратам шул. Һуңғы йылдарҙа ҡатыным менән 20-нән ашыу илдә – Скандинавия илдәрендә, Италияла, Испанияла булдыҡ. Былтыр Черногорияға барғанда Албанияны барып күрҙек. Сит илгә сығыр алдынан ул илдең тарихын, халыҡтарының йәшәйеш-көнкүрешен, әҙ булһа ла һөйләш телен өйрәнәбеҙ. Сәйәхәт – ҡиммәткә төшкән рәхәтлек, шуға күрә йылына бер тапҡыр ғына сит илгә сығыу мөмкинлеге бар. Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеү ҙә беҙҙең өсөн күңелле. Сит ил ҡунаҡтарына Белорет тәбиғәтен күрһәтеп, уларҙың һоҡланыуын күреп, ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Шуға күрә лә тормошомдо Башҡортостанһыҙ, Өфөһөҙ күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Баш ҡаланың тарихи урамдарын, урындарын, эшемде, студенттарҙы яратам. Мин – үҙ илемдең патриоты.
– Әйткәндәй, быйыл һеҙҙең уҡыу йортоноң 10 йыллыҡ юбилейы билдәләнәсәк. Ошо осорҙа академия, шул иҫәптән юридик факультет та республика, бигерәк тә дәүләт структуралары өсөн хәтһеҙ кадрҙар әҙерләп сығарғанын беләбеҙ. Бөтә мәғариф өлкәһендә барған реформаларҙың һеҙгә лә ҡағылышы бармы?
– Эйе, быйыл академия үҙенең бәләкәй юбилейын билдәләй – был беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Академияны тамамлаусылар республиканың дәүләт органдарында, башҡа структураларҙа ла уңышлы эшләй, беҙҙең кадрҙарға ихтыяж ҙур. Башҡа вуздарҙағы кеүек, беҙҙең уҡыу йорто ла ике кимәлле юғары белем биреү системаһына күсте – бакалаврҙар һәм магистрҙар әҙерләйбеҙ. Ә юридик факультетҡа килгәндә, әле бер мең студент ситтән тороп уҡый. Беҙ әҙерләп сығарған кадрҙарға һорау күп булғанлыҡтан, быйыл мәктәп һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн 100 урынлыҡ көндөҙгө түләүле бүлек асмаҡсыбыҙ.
Мәғариф системаһында барған үҙгәреш һәм яңылыҡтар беҙҙе лә ситләтеп үтмәй – заман менән бергә атларға тырышабыҙ.
Интернеттың «Вконтакте» социаль селтәренән былтыр миңә йәш дуҫтарым бер видеоклип ебәргәйне: бер юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, аудиторияла ултырған студент ҡыҙҙарҙы 8 Март байрамы менән ҡотлап, попурри башҡара. Ғәҙәттә, үҙҙәрен үтә лә етди тотҡан уҡытыусыларҙан бындай «мөғжизә»не күреп өйрәнмәгән студенттар көтөлмәгән дә, шул уҡ ваҡытта күңелгә ятышлы ла хәлдән ауыҙҙарын да йыйып ала алмай ултыра. Хәйер, студенттарҙың ғына түгел, ә был клипты ҡараусы һәр кешенең дә күңеленә әйтеп биргеһеҙ йылы нур йүгерә.
Ә егеттәр юғалып ҡалмаған: был ваҡиғаны телефондарына төшөрә һалып, интернет аша бер-береһенә ебәрә лә һалған. Унда бөгөнгө геройыбыҙ – Тимур Салауат улы ине.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
әңгәмә ҡорҙо.