«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Милләт-ара мөнәсәбәт мәҙәниәтен бишектән тәрбиәләйек



10.05.2011 Милләт-ара мөнәсәбәт мәҙәниәтен бишектән тәрбиәләйек

Милләт-ара дуҫлыҡ, тыныс һыйышып йәшәү проблемалары үҙенең актуаллеген бер ваҡытта ла юғалт­май­ҙыр, моғайын. Тик был проблемаларҙың барлығын онотоп киткән саҡта, улар тарих боролоштарында ҡапыл ғына ҡалҡып сыға. ҡалҡып сыға ла үҙенең хәл ителеүен талап итә. Тарих был мәсьәләнең ҡанһыҙ рәүештә лә, тыныс юлдар менән дә хәл ителеүенә шаһит.
Миңә, ябай башҡорт ҡыҙына, рус мөхитендә уҡырға, Европа телдәре буйынса юғары белем алырға, 32 йыл башҡорт балаларына улар өсөн ят тел буйынса һабаҡ бирергә насип булды.
Үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемдең һөҙөмтәлелеген күтәреү маҡсатында 13 Европа дәүләтендә 16 халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыу, бөтә донъя илдәре вәкилдәре менән осрашып, фекер алышыу бәхетенә ирештем.
Үрҙә телгә алған фәнни-ғәмәли конференцияларҙың айырыуса береһе иҫтә ҡалған. Ул Румынияның Пояна Брашов ҡалаһында үткән Балҡан һәм Көнсығыш Европа дәүләттәре немец теле уҡытыусыларының йыйыны ине. “Донъяла немец телле мәҙәниәт эҙҙәре һәм уны немец теле уҡытыуҙа ҡулланыу юлдары” тип аталды ул. Мин “Башҡорт, немец һәм Балҡан илдәре халыҡтары ата-бабаларының бик боронғо бәйләнештәре, уларҙың башҡорт телендә сағылышы” исемле доклад менән сығыш яһаным.
Был конференцияла күңелемә иң ныҡ уйылып ҡалғаны яҡшы методикалар, уңайлы дәреслектәр түгел, ә унда ҡатнашҡан төрлө ил вәкилдәренең үҙ халҡының тарихы тураһында һөйләүе булғандыр.
Балҡан илдәре һәм Европа ҡойон кеүек ойоҫҡоған һуғыштан, үҙ-ара ыҙғыш, ҡан ҡойоштан, баҫҡынсылар­ҙан һуңғы ваҡытҡа, атап әйткәндә, Икенсе донъя һуғышы ахырына тиклем айный алмаған.
Боронғо замандарҙа был та­рафтар­ға баҫҡынсылар Азиянан барып етһә, һуңғы алты быуатта улар юлды Балҡан тауҙары аша һалған.
Монгол-татарҙарҙың Рус дәүләтенән еңелеүе, беҙҙең халыҡтарҙың берләшеүе һәр бер яуыз уйлы үткенсегә Европа илдәренә үтеп инеүгә кәртә булған, үҙенә күрә ҡалҡан ролен үтәгән.
Шул уҡ ваҡытта Рус дәүләте менән бергә йәшәү беҙҙе милләт булараҡ һаҡлап алып ҡалғанлығын танымау мөмкин түгел.
Балҡан һәм Европа халыҡтары араһындағы үҙ-ара һуйыш йыртҡыслығы менән дә, территория дәүмәле, ҡатнашыусылар һаны буйынса ла беҙҙә күрелмәгәнсә ҙур булған.
Беҙҙең башҡорт ауылдарының йөҙәр йыллыҡ тарихы бар. Ә бына Румынияла бер ауыл күпмелер дәүер эсендә румын ауылы ла, венгр ауылы ла, немец ауылы ла булып өлгөргән. Бер төн эсендә бөтә ауыл халҡын һуйып ташлап, икенсе ҡәүемдәр килеп урынлашҡан. Күпмелер ваҡыттан хәл яңынан ҡабатланған, инде теге һуйыусылар үҙҙәре һуйылған.
Был халыҡтарҙың вариҫтары йыйында ошо тураһында тыныс ҡына бәйән итә. Тик сикәләр, ҡолаҡтар ғына яна, һәм һәр бер доклад артынан матәм тынлығы урынлаша. Күрәһең, тән яраларынан ҡан аҡмаһа ла, йән яралары һаман ҡанһырай.
Европа халыҡтарының бөгөн мөмкин тиклем сәйәсәттән алыҫыраҡ торорға ынтылыуын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә һүҙ менән дә, күҙ менән дә, һаҡһыҙ хәрәкәт менән дә йөй боҙмаҫҡа тырышыуын, бер-береһенә мөмкин тиклем ярарға әҙер тороуын, үпкәләр урында ла тышҡа сығармау­ҙы хуп күреүен был төбәк вәкилдәренең яңы ғәрәсәттәр тыуҙырыуға сәбәпсе булып ҡуймау хаҡына һәр береһенең йөкмәгән яуаплылығы тип аңланым.
Күп милләтле Рәсәй дәүләте халыҡтары араһында, шөкөр, ундай ҡанһырап торған хәтер юҡ. Бының өсөн беҙ үҙебеҙҙең оло дәүләтебеҙ Рәсәйгә бурыслы. Беҙҙең СССР тигән дәүләтебеҙҙән ҡалған интернационализм тойғоларыбыҙ ҙа һүрелеп бөтмәгән. Шуның өсөн рәсәйҙәрҙә халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен булдырыу үрҙә телгә алған ҡәүемдәргә ҡарағанда күпкә еңелерәктер, тип уйлайым.
Тик бер нәмә эсте бошора. Үҙ халҡыңдың телен, мәҙәниәтен, иҡтисадын үҫтереүгә өндәүселәргә милләтсе мөһөрө һуғылырға ғына тора. Барлыҡ ғүмерен халҡына бағышлаған профессорҙарыбыҙ, халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған талантлы милләттәштәребеҙ, балаларыбыҙҙа милли үҙаң тәрбиәләгән уҡытыусыларыбыҙ ситкә тибелмәҫ тимә. Репрессиялар заманы, фашизм изге флагтар аҫтында донъяны әҙ ҡыйратманы. Үрҙә торған түрәләрҙе яманлаһаҡ та, ошаҡсылар үҙебеҙҙең арала ине бит. Болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоусылар булмай тормай. Арҙаҡлы шағирыбыҙ шундай бер киҫкен осорҙа былай тип яҙғайны:
Эй, боларып килә бөгөнгө көҙ,
Күңелемде шомдар сорнаған.
Дауыл өҙгән йәшел япраҡ кеүек
Бигерәк иртә китә торналар.
ҡоштар, ҡоштар! Күңелемдә
шик-шом,
Аңлаһағыҙ ине һеҙ шуны.
Һеҙгә генә түгел, бәндәгә лә
Ябырылмаҫмы һунар сезоны?
Был тәңгәлдә туған телдең баһалап бөткөһөҙ ҡиммәте тураһында Прези­дентыбыҙҙың сығышы әпкәләйҙәр­ҙең теленә тышау һалыр сығыш булғандыр, ул ниндәйҙер кимәлдә күңелдәге шик-шомдо баҫҡандай ҙа кеүек.
Милләтте милләт иткән – тел. Бөгөн, глобалләштереү идеяһы алға һөрөлгән бер мәлдә, туған телдәрҙе һаҡлау, уларҙың ижтимағи функцияларын үҫтереү зарур. Үткән 100 йылда донъяла 500 тел, тимәк, 500 милләт юҡҡа сыҡҡан. Киләһе 100 йылдан һуң ер йөҙөндә ни бары 5 – 9 тел генә ҡалыуы мөмкин, тип фаразлай ғалимдар. Юҡҡа ғына Европа Советы 2001 йылды Телдәр йылы тип иғлан итмәне. “Европала йәшәгән һәр бер тел йәшәүгә хоҡуҡлы” девизы аҫтында үтте ул.
Телдәр йылына арналған XIII Бөтә донъя немец теле уҡытыусылары конгресында ла ҡатнашырға тура килде. Ул Швейцарияның Люцерн ҡалаһында “Күп теллелек… Күберәк телдәр” исеме аҫтында үтте. Төп йүнәлеш итеп үҫеп килеүсе быуынға мөмкин тиклем күберәк телдәр өйрәтеү алынды. Сығыш яһаусылар туған һәм сит телдәргә ҡушып күрше йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен өйрәтеү проекттарын да тәҡдим итте. Был халыҡтарҙың үҙ-ара һыйышып, аралашып йәшәүенә булышлыҡ итәсәк, тип нигеҙләне улар.
Халыҡтар дуҫлығына килгәндә, ҡатнаш никахтар милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығыта тигән фекер менән килешә алмайым. Үҙ милләтең кешеһе менән йәшәп, башҡа халыҡтар менән аралашыу мәҙәниәтенә эйә булып булмаймы икән ни?
Йәмғиәттең иң бәләкәй берәмеге булған ғаилә институты мөнәсәбәттәрен халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кимәленә күтәреп фекер йөрөтөү ҙә дөрөҫ түгелдер, минеңсә. Башҡорт менән гректың ғаиләһе матур йәшәһә, был ике халыҡ яҡшы йәшәй, тиһәк, улар­ҙың мөнәсәбәттәре боҙолһа, нимә тиербеҙ? Грецияның Башҡортостан­ға агрессияһымы, әллә киреһенсәме?
Донъя иҡтисади көрсөгө беҙҙең илде күрше дәүләттәрҙән эш эҙләп килеүселәр менән байытты. Үҙ илдәрендә ҙур ғына ғаиләләрен ҡалдырып килеүгә ҡарамаҫтан, мәжбүри мигранттар беҙҙең матур, йәш ҡыҙҙарыбыҙға өйләнеп бөттө. ҡунаҡтар ҡайтып китә тора үҙ иленә, балалары беҙгә ҡала. Вьетнамда ҡалған Америка һалдаттарының балалары, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ҡалған немец балалары кеүек.
Бындай мөнәсәбәттәрҙе нисек атайбыҙ? Фәлсәфә законына ярашлы, күләм сифатҡа әйләнә, һүҙһеҙ. Һәр кемдең шәхсән тәрбиәһеҙлеге милләт-ара мөнәсәбәттәр бизмәненә ята аламы? Ошонда кәрәкмәйме икән милләт-ара мөнәсәбәт мәҙәниәтен бишектән тәрбиәләү?

Гәүһәр СӘҒИТОВА,
уҡытыусы-пенсионер, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға