«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Балҡыны йөҙҙәр, йондоҙло погондар…



23.04.2011 Балҡыны йөҙҙәр, йондоҙло погондар…

Быйыл тәүге тапҡыр үткәрелгән Эске эштәр ветерандары көнө БР буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан ҙурлап билдәләнде: Өфөләге ҡала мәҙәниәт һарайында «Батырлыҡ. ҡыйыулыҡ һәм Намыҫ» тип аталған милиция балы ойошторолдо. Сараға Эске эштәр министрлығы ветерандары менән БР буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселәре, республиканың көс структуралары етәкселәре, Төньяҡ Рейн ере – Вестфалияның Эске эштәр министрлығы белгестәре делегацияһы ағзалары саҡырылғайны. Балға килеүселәрҙе тәбрикләп, БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин: «Бөгөн беҙ матур традицияға нигеҙ һалабыҙ. Был сара быуындар күсәгилешлелеген һаҡлау, офицер традицияларын дауам итеү маҡсатын күҙ уңында тота», – тип сараның маҡсатын билдәләп, унда йыйылыусыларға яҡшы байрам кәйефе теләне һәм иң әүҙем ветерандар ойошмаларына, тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән Өфө юридик институты курсанттарына, Эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәренә дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр, миҙалдар тапшырҙы.
Ниндәй бал бейеүҙәрһеҙ булһын инде?! Парад формаларындағы егеттәр менән сәскә кеүек ҡыҙҙар­ҙың (бөтөнөһө 64 пар ине) полонез, полька, фигуралы вальс, байрам вальсы бейеүҙәре сағыу бер тамашаға әүерелде. Байрамға килеүселәр тәүгә яңғыраған милиция вальсында ла бергәләп әйләнде. Хоҡуҡ һаҡсыларын йырсылар ҙа ҡотларға онотманы.
З. ХӘСӘНОВА .







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға