29.03.2011 «Рафаэль+Юлиә». Мифмы, мөхәббәтме?
Тиҙҙән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Рафаэль Сәғитов менән Юлиә Ғәбитованың «Һин һәм мин» тип аталған концерты үтәсәк
– Сәнғәт кешеләре үҙ эштәренә мөкиббән ғашиҡ кешеләрҙер. Сөнки, мәҫәлән, юрист, иҡтисадсы, уҡытыусы һөнәрен кемдер ата-әсәһенең теләге буйынса ла һайлай алһа, йырсы, бейеүсе, рәссам булыр өсөн үҙ ихтыярың һәм көслө теләгең генә түгел, талант та кәрәк. Был һәр кемдең үҙенән тора. Ә бына һинең күңелеңдә бейеүгә һөйөү ҡайҙан килде?
– Әлбиттә, бала саҡтан. Бөтә ҡыҙҙар ҙа бейергә яраталыр ул. Атай-әсәйем дә бейеүемә ҡаршы түгел ине. Бейеү физик яҡтан да яҡшы, кәүҙәне төҙ тоторға өйрәтә. Был беренсе яғы булһа, икенсе сәбәбе лә бар. Беҙ Тажикстандан Башҡортостанға күсеп ҡайтҡас, Учалы ҡалаһында ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһендә йәшәй инек. Шуға ла төрлө түңәрәктәргә йөрөү минең өсөн һауамды киңәйткәндәй була торғайны. Бейеүгә йөрөү, шул ятаҡ тормошонан ҡасып, икенсе донъяға эләккән һымаҡ ине. Тәүҙә, бәлки, ул тиклем үк һөйөү ҙә булмағандыр. Әммә тора-бара яратып киттем. Коммунистик тәрбиәнәнме икән, эшкә тотонғас, уны юғары баҫҡысҡа, тейешле кимәлгә еткерергә кәрәк, тип уйлай инем. Шуға ла артабан уҡыуымды Учалылағы училищеның хореография бүлегендә дауам иттем. Әле лә оҫталығымды көндән-көн камиллаштырырға ынтылам.
– Тажикстандан күсеп ҡайттыҡ, тигән һүҙҙәрең менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырып ҡуйҙың. Атайың – рус егете, әсәйең – башҡорт ҡыҙы. Улар ҡайҙа осрашҡан һуң һәм нисек Тажикстанға барып эләккән?
– Атайым – Тажикстандыҡы. Әсәйем унда практика үтергә барғанда танышалар һәм, бер-береһенә ғашиҡ булып, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ғөмүмән, беҙҙең ғаилә бик ҡыҙыҡлы ул. Әсәйем – намаҙға баҫҡан кеше, ә атайым христиан диненән. Әсәйем ураҙа тотҡан саҡта, атайым, әсәйемә ашарға әҙерләүе еңел булмауын аңлап, үҙе бешерә. Ә әсәйем Пасхаға йомортҡа биҙәй, куличтар бешерә. Ағайым ысын рус инде. Ул тәүҙә минең концерттарыма ла йөрөмәй, барыбер аңламайым, ти торғайны. Хәҙер үҙе ҡыҙыҡһына башланы. Ни эшләп мине концерттарыңа саҡырмайһың, ти.
– Концерттарҙа һине төрлө фамилия менән осратырға була. Йышыраҡ Ғәбитова фамилияһы менән йөрөһәң, әлеге концертығыҙға Чигвинцева фамилияһы менән сығаһың. Береһе – атайыңдың, икенсеһе әсәйеңдең фамилияһылыр?
– Эйе. Атайым яҡлап фамилиям русса яңғырай бит инде. Ә беҙҙең халыҡҡа башҡорт фамилиялары яҡыныраҡ, ҡолаҡҡа ятышлы. Шуға ла йышыраҡ ошо фамилия менән сығыш яһайым. Минән йыш ҡына: «Һеҙ Риф Ғәбитовҡа кем булаһығыҙ?» – тигән һорау менән мөрәжәғәт итәләр. Риф ағай быға: «Бына бейеүеңде күҙәтеп йөрөйөм, Юлиә, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәйһең. Ярар, ҡыҙым булырһың», – тип көлә.
– Учалынан «Каруанһарай» төркөмөнә, филармонияға нисек килеп эләктең?
– Училищела бик һәйбәт уҡый инем. «Һин уҡытыусы булаһың, беҙ һине шуның өсөн әҙерләйбеҙ, беҙҙә эшләйәсәкһең», – тип уҡыттылар. Бер ҙә, бейеүсе булып китермен, ҙур сәхнәләрҙә бейермен, тип хыялланмай инем. Буйға ла оҙон түгелмен. Ярай, бында йылыла училищела уҡытырмын, тип үҙемде тынысландыра инем. Бер мәл беҙгә Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленән Гүзәл Әсәҙуллина менән Рим Әбделмәнов килде һәм мине ансамблгә һайлап алды. Өфөгә килгәс, министрлыҡ менән һөйләшеп, училищены ситтән тороп тамамланым. Училищела булмаған хәл – ситтән тороп уҡыуға күсеп, бөтәһен аптыратып уҡып бөттөм. Ансамблдә дүрт йыл самаһы эшләнем. Унда бик оҡшай торғайны, әммә тора-бара ҡараштар ҙа үҙгәрә, яңғыҙ бейеүҙәр ҙә башҡарғы килгәндер. «Каруанһарай» егеттәре (беҙ улар менән бер ҡатта эшләнек) үткән һайын, әйҙә, беҙгә күс, тип өгөтләй башланы. Рафаэль менән таныштыҡ. Шулай, уйланып йөрөй торғас, ансамблдән популяр төркөмгә күсеп килдем. Күскәнемә тамсы ла үкенмәйем. Бейеүсе өсөн сәхнәнән үҙ исемеңде ишетеү бик ҡыуаныслы. Филармонияға килеп уңдым. Бөтә Рәсәйҙе урап сыҡтыҡ, Австрия, Германия, Словакия, Швеция, Швейцария, Италия, Францияла концерттар менән сығыш яһаныҡ.
– Тамашасы бар ерҙә лә бер түгелдер бит. ҡайҙа йылыраҡ ҡабул итәләр, ҡайҙа нығыраҡ ҡул сабалар, тигәндәй...
– Башҡорттар булған ерҙә сығыштарыбыҙҙы ҡыуанып, баҫып тороп ҡарайҙар. ҡайһы бер ерҙә хатта үҙҙәренең тәҡдимдәрен дә еткерәләр, беҙҙә икенсе төрлөрәк бейейҙәр, тиҙәр. Японияла «Заһиҙә»не башҡара инем, уны, ушу һымаҡ, тип әйттеләр, ҡыҙыҡ күреп ҡарап ултырҙылар. Ғөмүмән, бейеүҙе бөтә ерҙә лә яраталар, бейеү башланһа, тамашасылар йылмайып ебәрә, дәртләнеп китә.
– Ниндәй бейеүҙәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Әлеге концертыбыҙҙа Мексика, Америка, Кавказ, ҡалмыҡ, сиған, һинд бейеүҙәре буласаҡ. Был репертуар тиктән түгел. Беҙ Рафаэль менән икебеҙ ҙә тыйнаҡ, оялсан кешеләр, был бейеүҙәр ҙә холҡобоҙҙоң шул сифаттарын күрһәтә. Кавказ бейеүендә лә күҙҙе аҫҡа төшөрөп, күтәрелеп ҡарарға ла оялып ҡына бейеп йөрөйһөң бит инде...
– Кавказ бейеүе тигәс, ҡыҙыу ҡанлы ир-егеттәрҙең тештәренә бысаҡ ҡыҫтырып бейеүҙәре күҙ алдына киләсе...
– Ир-егеттәре, ысынлап та, шулай. Хатта ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә булып бөттө. Сәхнәлә бейеп йөрөгәндә, һикереп сәхнәгә менәләр ҙә, Рафаэлдән шәберәк бейеп, минең иғтибарҙы йәлеп итергә тырышалар. Рафаэль минең өсөн көрәшеп, үҙе лә тоҡанып китә. «Бейеү ошондай булырға, Кавказ халҡының темпераментын ошолай күрһәтергә тейеш икән», – тип уйлай башлайым, ти ул.
– Ә бейеүҙәрегеҙҙе кем ҡуя? Мексика, Кавказ бейеүҙәрен өйрәтер өсөн был халыҡтарҙың милли үҙенсәлектәрен һәйбәт белгән профессионалдар кәрәктер бит...
– «Кавказ батшалары бейеүе»н Чечен Республикаһының мәҙәниәт министры Декалу Музакаев ҡуйҙы. Шулай уҡ беҙҙең менән Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлфиә Тимерғәзиева, Рәфҡәт Саттаров, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәис Низаметдинов эшләй.
– Тимәк, бейеүҙәрҙе үҙегеҙ сығыш яһап йөрөгән ерҙә, шул төбәктең үҙенсәлеген һалып өйрәнеп ҡалырға тырышаһығыҙ?
– Эйе, бейеүҙе бары тик ҡарап ҡына өйрәнеп булмай. Беҙҙең Мексика бейеүҙәрен ҡуйыусы Әлфиә Тимерғәзиева, мәҫәлән, Мексиканан килеүсе бейеүселәрҙән мастер-кластар алған. Тере материал менән эш итеү был халыҡтарҙы аңларға, ниндәйҙер кимәлдә улар кеүек тоя белергә өйрәтә. Әлеге көндә Әзербайжан вәкилдәре менән бейеү әҙерләү буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.
– Бейеүҙе өйрәнеү күпмерәк ваҡыт талап итә һәм Рафаэль менән бергә эшләү дәүерегеҙҙә сәхнәгә нисә бейеү сығарҙығыҙ?
– Өйрәнеү ваҡыты төрлө сәбәптәрҙән тора. Пар булғас, кемдер тиҙерәк отоп алыуы мөмкин, кемгәлер ниндәйҙер хәрәкәттәрҙе өйрәнеүе ҡыйыныраҡ. Был бейеүҙең төрөнә лә бәйле. Ә сәхнәгә бергәләп 15-ләп бейеү сығарҙыҡ. Был күпме, әҙме – әйтә алмайым. Бейеү – йыр түгел, көн һайын яңыны өйрәнеп булмай. Ул бала һымаҡ ҡына, үҙенә бик күп иғтибар талап итә, бейеү ҡуйыусы менән эш итергә, костюмдар тектерергә, аранжировка эшләтергә кәрәк. Шунан һуң ныҡлап сәхнәлә оҫталығыңды шымарта башлайһың. Тәүҙә бәләкәй сәхнәлә, әлбиттә. Унда үҙеңде нисек тояһың, нисек булырға тейеш – барыһы ла күҙҙән үткәрелә. Бер-ике айҙан бейеү ҙур сәхнәгә сығарыла. Тамашасының уны нисек ҡабул итеүенә лә иғтибар итәһең. Шулай тора-бара бейеү бөтә тәнеңә, аяҡтарыңа һеңә. Һәм хатта бармаҡ остарың менән уны тоя башлайһың икән, тимәк, бейеү әҙер. Ә әгәр ошо кимәлгә еткерелмәгән икән, уға хистәреңде, кисерештәреңде ҡуша алмайһың, бары тик йылмайып, нисек яңылыш баҫмайым икән, тип уйлап йөрөйһөң.
– Бейеү, бер яҡтан, һаулыҡ өсөн файҙалы булһа, икенсе яҡтан, насар эҙемтәләре лә бар. Балет бейеүселәре, белеүемсә, 20 йыл эшләгәндән һуң пенсияға китә. Һеҙҙә нисек? Һәм ошо һөнәрегеҙҙең ҡыйынлыҡтарын тойғанығыҙ бармы?
– Халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың да пенсияға тиклемге хеҙмәт стажы – егерме йыл. Бер көн икегә һанала. Алла бойорһа, Рафаэль менән ун йылдан пенсияға сығабыҙ (көлә). Ә ҡыйынлыҡтарға килгәндә... Сәхнәлә бейеп йөрөгәндә ауырығаныңды ла, температура булғанын да һиҙмәйһең. Тамашасы алҡыштарына күмелеп, ҙур кинәнес кисереп, бейеп тик йөрөйһөң. Ә бына юлда йөрөүе икенсе хәл. Гастролдәргә йөрөп кенә һаулығым бөтә, тип уйлайым. Өфөлә генә бейеп йөрөһәң, әлбиттә, рәхәт булыр ине. Әммә донъя күреп, әллә күпме тәьҫорат алып булмаҫ ине. Ике рәхәт бергә килмәй.
– Шәхси һорау ҙа бирәйем әле. Был мине генә түгел, бүтәндәрҙе лә ҡыҙыҡһындыралыр, моғайын. Рафаэль тураһында шул тиклем йылы итеп һөйләйһең, был шәхси тормошоғоҙҙа нисек сағыла? Яҡындарығыҙ бындай мөнәсәбәттәрегеҙҙе нисек ҡабул итә?
– Был бик ҡыҙыҡлы һорау булды әле. Ошоға бәйле әллә күпме хәл булып бөттө. Мәҫәлән, сәхнәгә сығырға йыйынабыҙ, әммә бер-беребеҙгә үсеккәнбеҙ, ирешеп бөткәнбеҙ, хатта һөйләшмәйбеҙ. Ә бейеп сыҡҡандан һуң тамашасылар килә лә, һеҙ бер-берегеҙҙе шул тиклем яратаһығыҙ, был сәхнәлә лә шул тиклем ныҡ күренә, ти. Бейеүҙәребеҙ мөхәббәт тураһында бит инде. Ә беҙ шул тиклем ролгә бирелгәнбеҙме икән, тамашасы ышанырлыҡ булғас, һәйбәт инде. Әйткәндәй, филармония эсендә лә шундай төрлө һүҙҙәр йөрөй. Рафаэль, хәрби тәрбиә алғанғамы икән, һәр саҡ минең алда ишекте аса, костюмдарҙы күтәреп йөрөй. Ошо һигеҙ йыл эсендә унан бер ҡасан да насар һүҙ ишеткәнем булманы. Төрлө кешеләр менән эшләргә тура килде һәм сағыштыра алам: Рафаэль шул тиклем уңайлы партнер. Бер-беребеҙгә өйрәнеп тә киткәнбеҙҙер инде. Гастролдәргә йөрөгәндә генә, һине минең ҡатыным тип уйлап, ҡыҙҙар ҡарамай, тип зарланып ала.
Әлеге концертыбыҙ ҙа ошо беҙҙең турала йөрөгән мифтарға ҡоролған. Был идеяны Сулпан Асҡарова тәҡдим итте. Беҙҙең алда хәҙер ошо мифты таратырғамы, әллә, киреһенсә, ҡабартып ебәрергәме, тигән һорау тора. Концертты шулай ҙа «Һин һәм мин» тип атаныҡ. Ә был хәлдең нимә менән бөтөрөн тамашасылар 31 мартта концертыбыҙға килеп белә ала.
– ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт, Юлиә. Яңы ижади үрҙәр насип итһен.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА әңгәмәләште.