«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » "Тыуған яҡтан илһам алам"



26.03.2011 "Тыуған яҡтан илһам алам"

"Тыуған яҡтан  илһам алам"Танылған йырсы, Өфө «Нур» татар дәүләт театры артисы Дамира Сәйетова эстрада күгендә «Кил һин, һөйөү», «Эҙләнем – табалманым» йырҙары аша билдәлелек яулағайны. Үҙенсәлекле сағыу, моңло тауышы менән үҙенең тамашасыһын тапҡан Илеш һандуғасы әле лә эҙләнеүҙәр юлында, илһамланып ижад итә, яңынан-яңы альбомдар яҙҙыра. «Йәшлек» гәзитенә ҡунаҡҡа саҡырып, йырсы менән уның нисек сәнғәткә килеүе, театрҙағы эше, киләсәккә ижади пландары тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Дамира, һине беҙ «Нәүрүз гүзәле – 98» конкурсы еңеүсеһе, «Туған тел» татар йыры конкурсы лауреаты булараҡ беләбеҙ. Сәхнәгә килеүең нисегерәк булды?
– ҡәҙерле кешеләрем – әсәйем Дәнфиә менән атайым Рәсих тә сәнғәткә ғашиҡ кешеләр ине. Икеһе лә иҫ киткес моңло итеп йырлай торғайны. Беҙ, ағайҙарым Кәүсәр, Алмас та, ошо мөхиттә тәрбиәләнеп үҫтек. Өйҙә табын ойошторалар икән, был сараның төп әртисемен – мине йырлаталар, бейетәләр. Мәктәп йылдарында бер мәҙәни сара ла минең ҡатнашлығымдан тыш үтмәй торғайны. Үҙебеҙҙең ауылда туғыҙынсы синыфты тамамлағас, урта мәктәп булмағас, уҡыр­ға күрше Исәмәт мәктәбенә барҙыҡ. Бер аҙна уҡығайным, район үҙәгендә һөнәрселек училищеһында белем алып йөрөгән туғаным Әлмира: «Әйҙә, Йәркәйгә кил. Бында халыҡ бейеү, йыр ансамбле бар, шунда йөрөрһөң», – тип, мине район үҙәгенә уҡырға барырға саҡыра башланы. Мәктәптә уҡыу ҡайғыһы китте, үҙемдең шул тиклем дә профессионалдар йырларға, бейергә өйрәткән шул ансамблгә йө­рөгөм килә башланы. Талпынған күңелде тотоп тыйып буламы инде! Мәктәп формаһы кейеп алғанмын, киттем Йәркәйгә. Һөнәрселек училищеһына барып, уларҙан мине уҡыр­ға алыуҙарын һораным. «Йәйғор» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә яҙылдым. Оло сәхнәгә юл башы шунан башланды. Училищела тегенсе һөнәре алып сыҡҡас, уҡыуымды ситтән тороп БДУ-ның дөйөм инженерлыҡ факультетында дауам иттем. Ансамбль менән хеҙмәттәшлекте ташламаным, Йөннө мәктәбендә тегеү дәрестәре алып барыу менән бер рәттән, унда репетитор булып эшләп, егет-ҡыҙҙарҙы бейеү серҙәренә өйрәтергә тура килде.

– Ә баш ҡаланы нисек яуланың һуң?
– Иң башта «Сәйәр» эстрада театрында эшләй башланым. Ошо ваҡытта «Нәүрүз гүзәле – 98» матурлыҡ конкурсында ла ҡатнашып, гран-при яуланым. Һуңынан «Туған тел – 98» конкурсында ла үҙемде һынап ҡараным. Йырҙарымды оҡшаттылар, абруйлы йырсыларҙың ыңғай баһаһын ишетеү ҡанат ҡуйҙы, дәртләнеп киттем. Мине сәхнә шулай ныҡ арбаны. БДУ-ға дәрестәргә барып ҡайтам да, юл ыңғайы Өфө сәнғәт академияһының театр бүлеге студенттары уҡыған корпус­ҡа инеп, уларҙың расписаниеһы менән ҡыҙыҡһынам. Их, ошонда уҡырға ине, тип хыяллана башланым. 1998 йылда «Нур» театры үҙенә актерҙар әҙерләүсе курс йыйҙы. Бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырыу юҡ. Һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, студент булып киттем. Һөнәрем үҙемә оҡшағас, академияла рәхәтләнем уҡыным. Сессия миңә бер байрам кеүек була торғайны.

– «Нур» татар дәүләт театрында үҙ йөҙөңдө таптыңмы?
– Эҙләнеүҙәр юлындамын. Төрлө ролдәр уйнарға тура килә. Сәхнәгә үҙеңдең булмышыңа, холҡоңа бө­төнләй хас булмаған ролдә лә сығаһың. Театрҙа эшләү еңел түгел. Сәхнәгә сыҡҡанһың икән, драмалағы ваҡиғалар эсенә инеп китеп, йөҙөп тигәндәй уйнарға тейешһең. Һуңғы йылдарҙа уйнаған ролдәремә килгәндә, барыһы ла берҙәй күңелемә яҡын. Н. Ғәйетбайҙың «Ға­шиҡ­тар көнө»ндә Зөләйханы, Н. Хик­мәттең «Йүләр» спектаклендә Ни­хәлде, Р. Куниҙың «График буйынса мөхәббәт»ен­дә Барбараны яратып уйнаным. Әлбиттә, роль режиссер ярҙамы менән әҙерләнә. Ул уйнай-уйнай асыла. Мәҫәлән, Нихәл – кире образ. Минең холҡома тура килмәй. Уны тамашасыға асып бирер өсөн уның ыңғай сифаттарын эҙләйем, геройымдың яҡшы яғын табырға тырышам.

– Һин – моңло тауышлы йырсы. Режиссерҙар ошо һәләтеңде эшкә егәме?
– Йырсы булараҡ – юҡ. Ундай ролдәрем алдалыр әле, тип уйлайым.

– Тормош иптәшең Айрат Нәбиев – композитор. Репертуар һайлау ҡыйынлыҡ тыуҙырмайҙыр...
– Репертуарымда күпселек йырҙар – Айраттыҡы. Ул йыр ҙа яҙа, аранжировкалар ҙа эшләй. Айраттың йырҙарынан башҡа, Зифа Нагаева, Наил Шәймәрҙәнов, Рәүфә Нурмөхәмәтова, Вәсил Ғәлимов, Венера Мөхәмәтйәно­ваның да йырҙарын башҡарам. Һуңғы ваҡытта йыр һайлауға бик талапсан булып киттем. Йырҙың һүҙҙәренең мәғәнәһенә, диапазон­ға ныҡ иғтибар итәм. Һүҙ менән көй гармонияла үрелеп барырға тейеш, тип иҫәпләйем. Халыҡсан йырҙар бигерәк тә күңелемә яҡын.

– Телевидениела «Эҙләнем – табалманым» йырына төшөрөлгән клибығыҙ бигерәк популяр. Режис­сер ауыл күренештәрен бик матур итеп төшөргән. Клиптың уңышлы килеп сығыуында, театр актрисаһы булараҡ, һинең дә ролең ҙур булғандыр...
– Үҙебеҙгә лә клип бик оҡшаны. Уны продюсер Олег Артюхин менән режиссер Рияз Исхаҡов төшөргәйне. Бер көндө: «Дамира, ошо йырыңа клип эшләргә берәй матур ауыл табырға ине», – тиҙәр. Уйланыҡ-уйланыҡ та, үҙебеҙҙең Илешкә, тыуған ауылым Турасыға, ҡайтып төшөрөргә, тигән фекергә килдек. Ауылыбыҙ төҙөк, тирә-яҡтағы тәбиғәте лә бик матур. Егет менән ҡыҙ ултырасаҡ кырандасты табыу ҙа ауыр булманы. Күрше Исәмәт ауылынан һабантуйҙарға йөрөткән арбаны ауыл хужалығы рәйесе биреп торҙо. Йәйге эҫе көн. Бөтөн кеше бәрәңге күмә, ә беҙ клип эшләйбеҙ. Тәүҙә ауыл халҡы беҙҙе тәҙрәнән генә күҙәтә ине, һуңынан үҙҙәре лә ярҙам итә башланы. «Уттай ҡыҙыу эш мәлендә нимә эшләп йөрөйһөгөҙ ул?» – тип аптырап һорайҙар. Клип ауыл эсендә лә, урман-яландарҙа ла – төрлө урындарҙа төшөрөлдө. Артыҡ күп сығым түкмәй, юҡтан бар эшләнек инде. Бәләкәй генә ауылыбыҙ өсөн беҙҙең шулай телевизорға төшөп йөрөүебеҙ бер ваҡиға булды.

– «Әсәйемә» клибы бик образлы...
– Рәмил Сурағол һүҙҙәренә Айрат Нәбиев яҙған йырға режиссер Фрәнгизә Илбәкова клип эшләне. Күптәр: «Әсәйең менән төштөңмө унда?» – тип һорай. Айрат яғынан еңгәйебеҙ Әнүзә менән уларҙың өйөндә төштөк. Тәүҙә уға, өйөң генә кәрәк, тип әйткәйнек, һуңынан, әсәй ҙә булып тор инде, тибеҙ. Клипҡа төшкәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Хәҙер: «Дамира, һин мине бигерәк популяр иттең дә ҡуйҙың бит, урамда барыһы ла таный», – тип шаярта. «Йырым булһын бүләгем!» программаһында был йыр бигерәк йыш яңғырай бит. Әсәйем иҫән булһа, бәлки, уның менән дә төшкән булыр инем. Үкенескә күрә, ул иртә – 57 генә йәшендә гүр эйәһе булды. Йырҙы башҡарған һайын ҡәҙерле кешем, бала сағым, уның менән бергә үткәргән ваҡыттар күҙ алдына килә лә, күңелем тула. Донъялағы иң яҡын, ғәзиз кешене онотоу мөмкин түгел.

– Әле ниндәй йырҙар өҫтөндә эшләйһең?
– Күптән түгел йырсы Вилдан Фәйзуллин «Сер һандығы» тигән йырҙы дуэт менән башҡарырға тәҡдим итте. «Беҙ яратҡан йырҙар» тигән ретро йыйынтыҡ эшләргә лә ниәтем бар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән генә түгел, Татарстандың «Яңа гасыр» телерадиокомпанияһы менән дә эшләйбеҙ. 8 Март, Яңы йыл тамашаларына йыш саҡырып торалар. Әле күптән түгел Санкт-Петербургта татар-башҡорт артистары ҡуйған концертта ҡатнашып ҡайттыҡ.
– Хәҙер эстрада «йондоҙ»ҙары­ның күбеһе, үҙҙәренең матди яғын уйлап, төрлө кисәләр ойоштороуҙа ҡатнаша. Корпоратив кисәләрҙең йыш ҡунағымы һин?
– Был эш бөтөнләй минеке түгел. Ҙур табындарҙы, байрамдарҙы алып барыу ҙур яуаплылыҡ бит ул. Сөнки кисәнең күңелле барыуы һинән тора.

– Тормошта беренсе һайлаған һөнәрең ярҙам итәме?
– Һис шикһеҙ, уҡыуым юҡҡа булманы. Сәхнә костюмдарының моделдәрен яһағанда, теккәндә, профессиональ белгес булараҡ, үҙ фекеремде, тәҡдимдәремде әйтәм. Магазиндан сәхнә күлдәге һатып алһам да, тағы ла зауыҡлы, килешле булһын өсөн үҙемсә уны үҙгәртеп бөтәм, яңы деталдәр өҫтәйем. Сәхнәгә тәү башлап сыҡҡан костюмдарҙың моделдәрен университетта бергә уҡыған ҡыҙҙар менән эшләнек. Уларҙың үҙҙәренә был эш оҡшап ҡалды. Сәхнә кешеһенә тамашасы алдында матур күренеү өсөн айырыуса зауыҡ менән кейенә белеү кәрәк.

– Ауыл менән бәйләнешегеҙ нисек?
– Айрат, ҡала егете булһа ла, буш ваҡыты булдымы, әйҙә ауылға, тип кенә тора, минән нығыраҡ ауыл кешеһе. Турасылағы йортобоҙға юлды һыуытмайбыҙ, йыш ҡайтып йөрөйбөҙ, шунда баҡса үҫтерәбеҙ, йәйҙе үткәрәбеҙ. Тормош иптәшемдең ауылды яратыуының сере шунда: беҙҙең атай, артист Мирзанур Нәбиев балалары Айрат менән Эльвираны йәйге гастролдәрендә гел үҙе менән йөрөткән. Шунда улар һыу инергә өйрәнгән, бергәләп балыҡ тотҡандар, тәбиғәттә ял иткәндәр. «Башҡортостандың бар матурлығын беҙгә атайыбыҙ күрһәтте», – тип Айрат әле лә һоҡланып һөйләй. Миңә 6 йәш самаһы булдымы икән, Мирзанур Нәбиевтың концертына барғанды һаман хәтерләйем. Салланған оҙонораҡ сәсле, етеҙ хәрәкәтле бер ағай ине ул. Үҙе шиғыр ҙа һөйләй, йырлай ҙа, бейей ҙә. Үҙе менән бер бейеүсеһе лә килгәйне. Атайымдың: «Үәт, бер генә кеше лә шулай концерт ҡуя ала икән», – тип һоҡланып һөйләгәне хәтерҙә ҡалған.

– Сәнғәт юлынан китмәһәң, тағы ниндәй өлкәне һайлар инең?
– Мин бала саҡтан сәнғәт кешеһе булыу хыялы менән янһам да, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тыуғас, ағайҙарым ижади профессия һайлауыма ҡырҡа ҡаршы булды. «Сәхнә кешеһе булыу – ауыр эш, бүтән һөнәрҙе һайла», – тип тәҡдим иттеләр. Уларҙың кәңәшен тотоп, БДУ-ға уҡырға инеп, икенсе һөнәр алып сыҡтым. Әммә күңелдә ҡайнаған дәртте һүндереп буламы, сәнғәт юлынан киттем. Бөгөн булмаһа, ҡасандыр ул барыбер шулай булыр ине.

– Һин ниндәй хужабикә?
– Мин үҙемде ғаилә кешеһе тип һанайым. Йорт эштәрен кинәнеп башҡарам, тәмле итеп бешеренергә яратам. Бала ҡарау буйынса бирелгән декрет ялында ла өс йыл ултыр­ғас, коллегаларым, эшкә сыҡмай нисек улай оҙаҡ ултыра алаһың, тип аптырай. ҡатын-ҡыҙ ғаиләһенә күберәк иғтибар бирергә тейештер ул. Ләкин ижад донъя мәшәҡәттәренә сумырға ирек бирмәй.
– ҡыҙығыҙ йырлаймы?
– ҡыҙым Айһылыу ҙа сәнғәтте бик ярата. ҡайһы берҙә үҙем менән бергә эшкә алып барам да, ул тамаша залында ултырып, көндәр буйына беҙҙең репетицияларҙы ҡарай. Үҙе матур йырлай, бейей. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар бейеү ансамбленә бик теләп йөрөй.

– Һин нисек уйлайһың, кешегә үҙен бәхетле итеп тойоу өсөн нимә кәрәк?
– Бар нәмәнән дә ҡәнәғәт булыу тойғоһо, күңел бөтөнлөгө, сәләмәтлек. Матди байлыҡты бер ҡасан да өҫтөн ҡуймайым. Тырышһаң, маҡсаттарыңа өлгәшеп була. Кеше өсөн яуланмаған үрҙәр юҡ.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға