26.03.2011 «Театр замандан алда атларға тейеш»,
– ти Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссеры Альберт Имаметдинов
Балалар менән уртаҡ тел табыу өсөн күп тә кәрәкмәй һымаҡ. Уларҙы ихлас яратыу, аңлау ғына ла етәлер, тип уйлайбыҙ ҡайһы саҡ. Әммә уларҙың күңел донъяһының ни тиклем бай булыуын, үҙенсәлекле фекерләй белеүен, фантазияларының байлығын, заман һулышын ололарҙан алдараҡ тойоп, үҙҙәренә һеңдерә барыуын ҡайсаҡ иҫәпкә алмайбыҙ. Уларҙы телевизор алдына ултыртып ҡуябыҙ ҙа, әйҙә, йәнһүрәт ҡараһындар, тип, үҙ эшебеҙ менән булабыҙ. Көн буйы йәнһүрәт күрһәтеүсе канал бар икәнен иҫәпкә алғанда, был бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Йәнһүрәттәрҙең сифаты хаҡында артыҡ уйланмайбыҙ. Ә бына ҡайһы бер ата-әсәләрҙең балаларын бер тапҡыр ҙа ҡурсаҡ театрына алып барғаны юҡ. Ә унда сабый өсөн өр-яңы донъя асыла бит. Ул тере ҡурсаҡтар менән аралаша, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ өлгөләрен күрә һәм үҙенсә һығымталар яһай, геройҙарына оҡшарға тырыша. Тап шул тылсымлы, изге әкиәт донъяһына илтеүсе Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тураһында һүҙем.
Балалар театрында эшләү сабыйҙарҙы яратҡан ысын энтузиастарҙың ғына ҡулынан киләлер. Юғиһә бәләкәй генә эш хаҡына ғүмер буйы ошонда эшләргә ризалашмаҫтар һәм эштәре тураһында иҫ киткес йылылыҡ менән һөйләй алмаҫтар ине. Театрға 40 йыл ғүмерен бағышлаған режиссер ярҙамсыһы Геннадий Ивакин да, күп йылдар эшләп, Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алған Антонина Заяц та шулар иҫәбенән. Улар эштәре тураһында һөйләгәндә йөҙҙәре балҡып китә. Күбеһе оло йәштә булған коллектив быйыл йәш көстәр менән дә тулыланған. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлап, өс ҡыҙ һәм ике егет эшкә килгән. Уларҙың береһе Дилә Муллабаева менән дә аралашып алдыҡ. ҡыҙ. мин инде театрһыҙ йәшәй алмайым, ти. Балаларҙы яратыуы ошо эшкә алып килгән. Йәштәрҙе театрҙа киң күңел менән ҡаршы алғандар. Йәйгеһен белемдәрен камиллаштырырға Мәскәү эргәһендәге Звенигород ҡалаһына лагерға ла ебәрмәкселәр. Дуҫ коллективҡа килеп эләгеү йәштәргә ең һыҙғанып эшләү өсөн тағы ла бер стимул булып тора.
Театр режиссерҙары спектакль һайлауға ла бик етди ҡарай.
– Сәхнәлә, әлбиттә, йышыраҡ әкиәттәр, классик балалар әҫәрҙәре ҡуйыла. Шулай уҡ йыш ҡына драматургтар менән дә эшләргә тура килә. Улар менән эшләүе уңайлы. Сөнки әҫәрҙәрен уҡып сыҡҡандан һуң, тәҡдимдәреңде индерә алаһың, сәхнәлә уңышлы булһын өсөн нимәләр етмәгәнен аңлатаһың һәм һөҙөмтәлә үҙең күрергә теләгән пьесаны ҡулыңа алыуға ирешәһең. Әммә беҙҙең театрға тап килерлек пьесалар бик күп түгел. Әгәр унда йәнлектәр, ҡуяндар, тейендәр, төлкөләр бар, улар һөйләшә, нимәлер эшләй икән, тимәк, ҡурсаҡ театрына тап килә, тип уйлаусылар ҙа аҙ түгел. Асылда был дөрөҫ түгел. Беҙҙең театрҙың спецификаһы шундай – ул балалар өсөн булғас, мөғжизә театры булырға тейеш. Балалар ниндәйҙер тылсымлы күренештәр, әкиәти донъяла ғына була торған бер йән эйәһенең икенсеһенә әйләнеүен, һәйбәт геройҙарының мөғжизә ярҙамында еңеп сығыуын көтә. Улар өсөн яҙылған пьесала һүҙҙәр ҙә йыйнаҡ, мәғәнәле, йөкмәткеле һәм сабыйҙың иғтибарын йәлеп итерлек, уға тәьҫир яһарлыҡ булырға тейеш.
Әгәр килтерелгән пьеса режиссерға оҡшай, күтәрелгән проблемалар актуаль, тема балаларға яҡын, улар менән һөйләшерлек булһа, ҡурсаҡ театрының спецификаһына тап килһә, ул артабан художество советына сығарыла, – ти башҡорт труппаһы режиссеры Альберт Альфред улы.
Пьесаны һайлағандан һуң, уны сәхнәгә сығарғансы оҙон юл үтелә. Рәссамдар ҡурсаҡтарҙы төшөрә, уларҙы һүрәттәрендә кейендерә, һәм был һүрәттәр цехтарға юл ала. Театрҙың үҙенең ҡурсаҡ эшләү буйынса бер нисә цехы бар. Ошо уҡ мәлдә режиссер актерҙар менән эш итә башлай. Әммә ҡулда ҡурсаҡ булмай тороп, актерҙарҙың сәхнәлә йөрөүенән мәғәнә юҡ. Улар ҡурсаҡты өйрәнергә, уның мөмкинлектәрен тикшерергә, холоҡтарын күрһәтә белергә, уларҙы тойорға тейеш. Шундай саҡтар ҙа була: премьераға бер нисә көн ҡалған, ә ҡурсаҡтар әле әҙер түгел. Ә актерҙар ҡурсаҡтарҙы «терелтеп» өлгөрөргә тейеш. Үҙҙәре уйнамай, хәрәкәттәр эшләмәй, ым-ишара, күҙ ҡарашы менән аңлата алмай тороп та, ҡурсаҡтарға йән өрөргә, улар урынына һөйләшә, илай, көлә, хәрәкәт итә алырға тейештәр. Был эштең күпме оҫталыҡ талап иткәне актерҙарҙың үҙҙәренә генә мәғлүм.
ҡурсаҡ театрына йөрөгән кешеләр ҡурсаҡтарҙың төрлө булыуын да белә. Планшет ҡурсаҡтар (ҡурсаҡтар өҫтәлдә күрһәтелә, ә актерҙар ҡара кейемдә арттан уларҙы хәрәкәтләндерә), марионеткалар (ҡурсаҡтарҙы еп менән хәрәкәтләндерәләр), актерҙар костюмдар кейеп сығыш яһай (ростовые куклы) һәм, әлбиттә, классик ҡурсаҡтар (актерҙар ширма артында, ҡурсаҡтар ғына күренә). Күләгәле театр алымдары ла ҡулланыла. Бәләкәй тамашасылар өсөн уларҙың бөтәһе лә яҡын, иң мөһиме, уларҙың күңелдәренә үтеп инә алһын. Әгәр үҙ геройҙары өсөн янып-көйә башлайҙар икән, сәхнәгә йүгереп барып, һәйбәт ҡурсаҡтарын насар, уҫал дошмандарынан яҡлашырға ла оҙаҡ һорап тормаҫтар. Сабыйҙар айырыуса һиҙгер, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡты шунда уҡ тойоп алып, яҡшылыҡҡа һәр саҡ ярҙам итергә әҙерҙәр.
– Бәлки, был минең шәхси ҡарашымдыр, әммә театр замандан саҡ ҡына арттараҡ ҡалып бара һымаҡ. Бөгөн компьютер заманы булараҡ, балаларҙың да фекерләүе башҡаса, улар Голливуд, Япония йәнһүрәттәренә өйрәнгән, заманса ҡарашлы. Әлбиттә, ҡурсаҡ театрын йәнһүрәттәр менән сағыштырып булмай, бында тере һөйләшеү, йәнле аралашыу бара, беҙ ҡулдан килгәнсә үҙебеҙҙең иғтибарыбыҙҙы, һөйөүебеҙҙе һалырға тырышабыҙ. ҡурсаҡтар спектаклдән һуң балалар менән дә «аралаша». Ә шулай ҙа улар, элекке заман менән сағыштырғанда, бик алға киткән. Беҙ заманды ҡыуып етеп киләбеҙ, балаларға яҡын проблемаларҙы күтәрергә тырышабыҙ, уларға ҡыҙыҡлы булырҙай пьесалар ҡуябыҙ. Ә балалар театры замандан саҡ ҡына алда барырға тейеш. Шуға ла алдыбыҙҙа торған иң ҙур бурыс – улар менән заманса һөйләшеү, – Альберт Имаметдинов театрҙың проблемаларын да күрә белә, унан сығыу юлдарын да эҙләй.
Эйе, театрҙың сиселмәгән мәсьәләләре лә юҡ түгел. Әммә һәр саҡ эҙләнеүҙәр юлында булған театр коллективы, йәш, аҡыллы, талантлы актерҙар уларҙы сисеү юлдарын мотлаҡ табыр.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.