22.03.2011 Тел – иң ҙур байлығыбыҙ
Өфөлә күп милләтле дәүләт шарттарында туған телдәрҙе һаҡлап алып ҡалыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә арналған «түңәрәк өҫтәл» үтте.
Уны Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының фән, мәғариф һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комиссияһы һәм Бр Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторҙо.
«Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлап алып ҡалыуға бәйле проблемалар хаҡында фекер алышты. Улар, тел кешелектең иң төп байлыҡтарының береһе булыуын билдәләне. Рәсәйҙә юғалыу ҡурҡынысы янаған телдәр иҫәбендә тиҫтәләгән тел инә. Беҙҙең республикала телдәрҙе һаҡлау өсөн күп эштәр башҡарылған, шулай ҙа юғалыу ҡурҡынысы аҫтында ҡалған телдәр ҙә бар. Улар иҫәбенә башҡорт теле лә инә.
«Түңәрәк өҫтәл» йомғаҡтары буйынса Башҡортостан һәм Рәсәй дәүләт органдарына туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса 2012 – 2016 йылдарға маҡсатлы программалар һәм яңы быуын башҡорт теле дәреслектәрен әҙерләү үтенесе менән мөрәжәғәт итеү тураһында ҡарар ителде.
С. ЛОТФУЛЛИНА.