19.03.2011 «Йәшлегемә ҡайтам әле!»
«Яҙ, яҙ, яҙ килә! Ергә мөхәббәт килә!» Яҙ еткән һайын Рөстәм Ғиззәтуллин башҡарған йырҙың һүҙҙәре иҫкә төшә һәм күңел шатлыҡҡа төрөнә. Рөстәм Ғиззәтуллин – республикабыҙҙа иң популяр йырсыларҙың береһе. Уның йырҙары радио тулҡындары аша, дискотекаларҙа яңғырай. Концерттарында иһә йәштәр түҙеп ултыра алмай, бейергә төшөп китә.
20 мартта Нефтселәр мәҙәниәт һарайында яратҡан йырсыбыҙ баш ҡала тамашасыларын тағы ла үҙенең дәртле йырҙары менән һөйөндөрмәксе. Тамашасылар яратып өлгөргән йырҙарынан тыш, унда өр-яңы йырҙар ҙа яңғыраясаҡ. Рөстәм Ғиззәтуллиндың репертуарындағы йырҙың һүҙҙәре менән «Йәшлегемә ҡайтам әле» тип атала концерт программаһы. Унда Айҙар Хәмзин, Салауат Әйүпов, Руслан Зөлҡәрнәев кеүек һәләтле йырсыларҙың да ҡатнашыуы көтөлә.
Рөстәм Ғиззәтуллиндың һәр тамашаһы – үҙе бер шоу. Был юлы ла тамашасыларҙы төрлө отоштар һәм бүләктәр көтә. Үҙенең концертына ул балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен дә саҡырған. ҡыҫҡаһы, күңелле, дәртле ял көтә һеҙҙе, дуҫтар.
С. НИЯЗОВА.